

Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына еңеүселәрҙең исемдәрен атайбыҙ: шулай итеп, “Мораҙым” гәзитен алдырыусылар араһында яңы йылдың символы – ат уйынсығын Мораҡтан Ғәлимә Байғазакова, таҫтамалдарҙы Ҡалдарҙан Сания Вәлитова, сәй йыйылмаһы менән таҡтаны Түбәнге Бикҡужанан Наилә Айҙарбәкова отто. Плед Мораҡтан Сулпан Әлмөхәмәтовҡа, икенсе плед Сулпан Ғәлинға, постель кәрәк-ярағы Хоҙайбирҙиндан Н.Р.Һөйөндөковаға сыҡты. Термопот Бикестән Сәйҙә Хәсәнованың өлөшөнә төштө. Яңы йылдың төп бүләге – ТЕЛЕВИЗОР Бикбулаттан Мәймүнә Иҫәнгилдинаға насип булды.
Шул уҡ көндө гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, даими уҡыусыһын ҡыуандырып, бүләгебеҙҙе үҙебеҙ алып барып тапшырҙыҡ.
- Гәзитте үҙемде белә-белгәндән алып, 70 йыл тирәһе алдырам. Яңы йылға, унан бигерәк тыуған көнөмә ҙур бүләк булды. Ғинуарҙа, Алла бирһә, 90 йәшемде тултырам, - тип ҡыуанды Мәймүнә инәй. – “Мораҙым”ды яратып уҡыйым, күҙем насарайып киткәс, операция ла эшләттем. Хәҙер, Аллаға шөкөр, күҙлекһеҙ уҡыйым. Бөтә яңылыҡтар, район хәлдәре менән гәзит аша танышып торам, - тип рәхмәттәрен әйтеп, бөтә редакция хеҙмәткәрҙәренә изге теләктәрен юлланы. Ә беҙ, үҙебеҙҙең хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһенә беҙҙең менән бергә булғандары, гәзитте алдырғандары, яратып уҡығандары өсөн оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге.