+24 °С
Ямғыр
Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 8-се “в” класында 2014 йылда ошо белем усағын тамамлаған“Палыч” ҡушаматлы яугир менән “Батырлыҡ дәресе” уҙҙы, уны класс етәксеһе Ә.М.Бикбаева ойошторҙо.
Палыч уҡыусыларға үҙе идара иткән хәрби машина тураһында һөйләне, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Балалар яугирға гуманитар ярҙам: “көмөш” волонтерҙар әҙерләгән үлән сәйе, А.Ю.Лысова менән В.С.Сорокиндан 6 литр бал, И.Н.Трофимова әҙерләгән блиндаж шәмдәре тапшырҙы