+24 °С
Ямғыр
Был дауалау ысулы халҡыбыҙҙа элек-электән килә.
Мейегә һыуыҡ тейеп, баш ауыртһа йәки күҙ йәшкәҙәй башлаһа, лепкә тапҡырына уймаҡҡа йылы ғына һары май һалып ҡаплағандар.
Йүткергәндә ас ҡарынға һары май эскәндәр.
Тән боҙолһа, һары майҙы йылытып һөртөү файөҙалы.
Эс ҡатҡанда, эсәктәрҙә паразит селәүсендәр барлыҡҡа килгәндә лә һары май менән дауаланғандар.