

Янғынға ҡаршы режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған һәм ғүмергә, һаулыҡҡа хәүеф тыуҙырған объекттарҙа мәҙәни саралар үткәреү тыйыла. Шулай уҡ өҙлөкһөҙ технологик процесс менән бәйле булмаһа, ут һәм башҡа янғын хәүефе булған эштәр башҡарырға ярамай. Махсус йыһазландырылмаған, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн махсус йыһазландырылмаған, урындарҙа асыҡ ут яғыу тыйыла.
Янғынға ҡаршы махсус режим ваҡытында республика биләмәһендә фейерверктар, салюттар һәм башҡа пиротехника ебәреү өсөн махсус йыһазландырылған майҙансыҡтарҙан тыш, 1-3 класлы хәүефлелектәге пиротехника ҡулланыу тыйылған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге янғындарға һәм ҡорбандарға юл ҡуймау өсөн район граждандарын һәм ҡунаҡтарын үрҙә күрһәтелгән тыйыуҙарға ҡолаҡ һалырға саҡыра.
Илнур ИСҠУЖИН, Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы урынбаҫары.