

Түләбайҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Ашығыс ярҙам клиник дауаханаһы баш табибы Ирина Карамова, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ирина Рябова, уның урынбаҫары Наил Абдуллин һәм башҡалар килде, ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы.
Тантаналы сарала Түләбай ауылын төҙөкләндереүгә ҙур өлөшкән индергән ауыл әүҙемдәре билдәләнде, Марат Хисмәтуллин, Юрий Радчик, Радик Йәҙгәров һәм Харис Юлдашевтарға район хакимитәе башлығының рәхмәт хаты тапшырылды.
Яңы ФАП төҙөлөүгә иң ныҡ ҡыуанған кеше – Түләбай, Әлимғол һәм Ҡаҙир ауылдары халҡының сәләмәтлеге һағында тороусы изге күңелле, изге йөрәкле фельдшер Миңлегөл Ибраһимова булғандыр, моғайын. Был көндө Миңлегөл Айрат ҡыҙының да намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланды, ул Ирина Марсил ҡыҙының ҡулынан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың рәхмәт хатын алды.