Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабря 2025, 09:53

Мәрхәмәт көсө

(Һыуыҡбай әкиәте)  Борон-борон заманда йәшәгән, ти ҡыш хужаһы Ҡыш бабай. Уның ейәнсәре Ҡарһылыу бик-бик һылыу икән. Күлдәгенең ситтәре көмөш ептән сигелгән, алтын йондоҙҙар балҡып торған. Ҡарһылыуҙың керпектәренән нур тамған, биттәрендәге алһыулыҡтан алма ла көнләшкән, ти.  Тик көтмәгәндә бәлә килгән. Яң;ы йыл байрамын әҙерләнеп йөрөгәндә генә Ҡарһылыуҙы Дейеү урлап алып киткән. Ҡыш бабай ныҡ илаған, хатта уның күҙ йәшенән ҡарҙар ирегән. Шунда иң өлкән улы Һыуыҡбай, атаһын йыуатып, былай тигән: 

Мәрхәмәт көсөМәрхәмәт көсө
Мәрхәмәт көсө


-Атай, илама, ҡыш булғас, ҡыш булһын. Байрам алдынан ямғыр яуҙырып, ҡар иретеү килешмәҫ. Күрерһең, мин һеңлемде барыбер табып алып ҡайтырмын. 
Ул ап-аҡ буран ҡанаттарын елпеп, алтын ҡылысын ҡынына тағып, Ҡарһылыуҙы эҙләп сығып киткән. 
Дейеү алыҫ Боҙ диңгеҙе артында йәшәгән булған. Һыуыҡбай барып етеү менә;н аяу белмәй Дейеүгә ташланған. Улар ун көн, ун төн алышҡан. Ун көн сатлама һыуыҡ, ун төн күҙ асҡыһыҙ буран булған. Шунан Дейеү көсө бөтөүен тойоп: "Мине, зинһар, үлтермә инде, Һыуыҡбай. Яманлығымды ташлармын, башҡа берәүгә лә теймәм, рәнйетмәм. Һеңлеңде лә алып ҡайтырһың, тик ғәфү ит был насарлыҡтарымды", тип инәлгән. 
Һыуыҡбай мәрхәмәт күрһәткән: уны тыңлаған. Һеңлеһен дә, тағы бүтән бик күп ҡыҙҙарҙы ла ҡотҡарып, ҡайтырға йыйынған. Дейеүҙе үҙҙәренә Яңы йыл байрамына саҡырған хатта. Ҡыуанысынан Дейеү бик сибәр егеткә әүерелгән. Баҡһаң, Убырлы ҡарсыҡ, яуызлығына барып, Дейеүгә әйләндергән булған икән уны. "Һине тик ихласлыҡ һәм киң күңеллелек кенә ҡотҡара ала. Ҡылған яуыз эштәреңде берәй кеше ғәфү итһә генә кире әүәлге ҡиәфәтеңә инәсәкһең", -тип әйткән булған, ти. 
Былар ап-аҡ буран-аттарға, матур ап-аҡ санала елеп кенә нәҡ Яңы йыл кисе етеүгә ҡайтып төшкәндәр. Ҡыш бабай уларҙы бик ҡыуанып ҡаршы алған. Байрамды башларға фарман биргән. 
Бар донъяға зәңгәр күктә ынйы ҡарҙар һибелгән, аҡ бурандар бейегән. Ҡыш бабай бөтәһенә лә бүләктәр, тәмле-тәмле күстәнәстәр таратҡан. Шулай итеп, һәммәһенә лә бик күңелле булған. Шунан бирле кешеләр Яңы йыл байрамын дуҫлыҡ-татыулыҡта, бөтә насарлыҡтарҙы онотоп, киләсәккә яңы өмөт-ниәттәр ҡороп үткәреп ебәрергә ғәҙәтләнеп киткәндәр, ти. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас