Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Декабрь 2025, 11:00

"Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел..."

Тәүәкән ауылында   “Шәл байрамы” уҙҙы. Ул район ағинәйҙәр ойошмаһының “Ағинәйҙәр юлы” эстафетаһы сиктәрендә ойошторолдо.  Сарала Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Булат Ғизелхаҡ улы Ҡаразбаев, республика “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, район “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова, районыбыҙҙың төрлө ауылдары ағинәйҙәре, иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. 

"Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...""Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел..."
"Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел..."

 Тәүәкән күп тармаҡлы ауыл клубы фойеһында Тәүәкән, Аҙнағол, Дауыт-Ҡайып, Теләүембәт, Бикбулат  ауылдары уңғандары, Ейәнсура вәкиле тарафынан ойошторолған күргәҙмәлә кәзә дебетенән һәм башҡа төрлө мамыҡтарҙан бәйләнгән шәлдәрҙең ниндәйе генә юҡ ине... Шәл бәйләүсе уңғандар дебет һатты, һатып алды.

-  Сәңкемдәр «Шәл өмәһе» кис ултырыуҙы сәхнәләштереп дебет шәлдең борондан килгән кәсеп, кәзә һөтөнөң, дебетенең файҙаһы тураһында бәйән итте, әйтемдәр, мәҡәлдәр, һынамыштар, йыр- бейеүҙәр, ҡыҙҙарҙың сығыштары, гармун моңдары менән үрелеп барған кисәбеҙҙә дебет шәлгә мәҙхиә йырланды. Элек-электән шәл бәйләү хәтирәләре, үҙҙәренә хас сығыштары менән Бикбулат, Мәҡсүт, Йомагужа, Сирбай, Сапыҡ, Исем, Аҙнағол, Дауыт-Ҡайып, Теләүембәт уңғандары кисәбеҙҙе йәмләне.

 Бындай байрамдар ауыл халҡының көнитмешен яҡшыртыуға, йәш быуын күңелендә хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләүгә, ата-бабаларыбыҙҙың онотола барған шөғөлдәрен тергеҙеүгә булышлыҡ иткәндер тип ышанғы килә, - ти сараны ойоштороуға һәм уҙғарыуға ҙур көс һалған Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы ӘБДРӘХИМОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас