

Рамаҙан айына әҙерлек булып торған Рәжәб айының үҙенсәлектәре лә бар. Был айҙа Рәғәиб кисәһе бар - Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бинт (ҡыҙы) Үәһбтең никахлашҡан, ҡауышҡан көнө. "Был изге айҙың 27-нсе кисәһендә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм күккә күтәрелә, Аллаһ Тәғәлә белән осраша. Беҙгә ошо көндө биш ваҡыт намаҙ фарыз була. Шулай уҡ ошо айҙа динебеҙгә һәм мосолмандар тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡиғалар күп. Шуға ла мосолмандар был айҙы ҡәҙерләп изге, тип һанайҙар.
Был айҙан һуң килгән Шәғбан айы ла изге. Шунан һуң Рамаҙан килә. Ошо айҙарҙа беҙ Рамаҙан айына әҙерләнеп барабыҙ", - тип яҙа билдәле имам Нәзир Сабитов. "Әбү Хөрәйрәнән (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) риүәйәт ителә: «Пәйғәмбәребеҙ әйтте: Кем Рәжәб айының егерме етенсе көнөндә ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә уға алтмыш ай ураҙа һауабын яҙыр».
Бер кеше ошо айҙа 11 көн ураҙа тотһа, Ҡиәмәт көнөндә унан өҫтөнөрәк кеше булмаҫ, тик бары үҙе һымаҡ ошо көндәрҙә ураҙа тотҡан ғына әҙәм, йәки унан артырып ураҙа тотоусы ғына. Берәй бәндә 12 көн ураҙала булһа, Ҡиәмәттә Аллаһ Тәғәлә уға ике хөллә кейеҙер; уларҙын һәр береһе ошо донъянын һәм унда булған һәр нәмәнән дә хәйерле булыр.
Кем дә кем Рәжәб айында 13 көн ураҙа тотҡан булһа, уға Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә Ғәреш күләгәһен аҫтында табын йәйер һәм ул шунда һыйланып ултырыр, ә башҡа кешеләр хәүеф аҫтында булырҙар. Берәй әҙәм 14 көн ураҙа тотҡан булһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә күҙе күрмәгән, ҡолағы ишетмәгән, күңел тоймаған һөйөнөс бирер. Берәү ошо айҙа 15 көн ураҙала йөрөһә, күктән уға: гонаһтарындың элекеләре кисерелде, насарлыҡтарың яҡшылыҡҡа әйләнде, тиерҙәр.
Ҡиәмәт көнөндә именлектә булыр, эргә яғында Аллаһ Тәғәләнен фәрештәләре йәки бәйғәмбәрҙәре булыр һәм әйтерҙәр: "Шатлыҡ булһын һиңә, именлектәһең". Ошо айҙың яртыһын ураҙала үткәреүсегә Аллаһ Тәғәлә үҙенең ризалығын бирер, был бәндә һис ғазап күрмәҫ һәм хисабы еңел булыр.
Ошо айҙың 16 көнөн ураҙа тотоусыға тәүгеләрҙән булып Аллаһ Тәғәләнең шәрифен күреүселер һәм һүҙҙен ишетеүселер.
17 көн ураҙа тотоусыға сират күперенең туҡталышы һайын ял итә торған урындар бирер.
18 көн ураҙа тотоусы Ибраһим ғәләйһис-сәләм сатырында, ошо бәйғәмбәр менән булыр.
19 көн ураҙа ла булыусыға йәннәттә Ибраһим ғәләйһис-сәләм һәм Әҙәм ғәләйһис-сәләм һарайҙары ҡаршыһында уға һарай булыр.
Ғәли (Аллаһ Тәғәлә ризалығы уға булһын) сәхәбә әйтте: Рәжәб айының ун өсөнсө көнөндәге тотолған ураҙа - өс мең йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр. Ун дүртенсе көнө тотолғаны — ун мең йыл ураҙа кеүек. Ә егерменсе көнө тотолғаны йөҙ мең йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр.
Бер хәҙистә Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кем Рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, мең йыл ураҙа тотҡан кеүек һәм мең ҡол азат иткән кеүек булыр. Кем саҙаҡа (изгелек ҡылһа) бирһә был айҙа, мең динар саҙаҡа биргән кеүек булыр. Һәм Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәнендә булған һәр сәс бөртөгөнә меңешәр әжер яҙыр, меңләгән дәрәжәләргә күтәрер, меңләгән гонаһтарын юйыр. Һәм Аллаһ Тәғәлә һәр көн ураҙаһы өсөн һәм һәр биргән саҙаҡаһы өсөн мең хаж һәм мең ғүмрә әжерен яҙып, Әхирәттә ошо бәндәгә меңләгән һарайҙар төҙөр».
Шулай уҡ сабит (раҫланған) хәҙистәрҙә Рәжәб айынын 1-се көнөндә ураҙа тотыусыларға - 3 йыллыҡ,
2 -се көнөндә тотыусыларға -2 йыллыҡ,
3 -се көнөндә тотоусыларға -1 йыллыҡ нәфил ураҙаһы һауабы бирелер, ти. Өс көндән һуң, ары тотһаң, һәр бер артыҡ көнгә бер ай ураҙа сауабы бирелер, ти.
Әлеге айҙа Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн "Ихлас" сүрәһен күп итеп уҡырға кәрәк.
Айырым хөрмәт булһын өсөн һәр көн 11 тапҡыр "Ихлас шәриф"те уҡырға, тәухид, истиғфар һәм салауаты-шәрифәне лә ҡалдырмаҫҡа тырышырға кәрәктер. Шулай уҡ һәр көн башында һәм һуңында 7-шәр Фәтиха менән 100 Ихлас сүрәне укыу бик һауаплы эш.
Ошо айҙың 1-се һәм 10- сы көндәре, 11- се һәм 20 – се һәм 21- се менән 30-сы көндәре араһында бер тапҡыр ҡылынасаҡ ун рәҡәғәт Хәжәт намаҙы бар.
Барыһының да ҡылынышы бер үк. Был намаҙҙарҙы аҡшамдан һуң да, йәстүнән һуң да үтәргә була. Йома кисәһе, дүшәмбе кисәләрендә һәм айырым тәхәджүд ваҡытында ҡылыу өҫтөн. Был 30 рәҡәғәтлек намаҙҙы ҡылыусылар һидәйәткә ирешерҙәр, тип әйтелә.
Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Рәҗәб айында мин асыуымды бикләп ҡуярмын, рәхмәтем ямғыр кеүек яуыр», — тип. Ошо мөбәрәк айҙарҙа әҗер-һауап изге ғәмәл-ғибәҙҙәттәрегеҙгә 100 мәртәбә артыр.
Башҡа саҡта өйрәнгән һәм уҡыған Ҡөръәндең бер хәрефенә — ун сауаб булһа, тимәк, изге айҙарҙа өйрәнгән бер хәрефебеҙгә мең һауаб яҙылыуы мөмкин һәм Рамаҙан айында иһә бер хәрефкә ете меңгә ҡәҙәр өҫтәлә.
Бына шулай Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтле изге айҙары".
https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/r%D3%99zh%D3%99b-ajy.html?ysclid=mjel4onitf886292983