Ремонттан һуң майлы буяҡ (краска) еҫе
бөтһөн өсөн бер нисә урынға тәрилкәгә һалып тоҙ ултыртығыҙ.
Автомобиль тәҙрәһе тирләмәһен өсөн дымлы тоҙға уралған марля менән һөртөгөҙ.
Йәшелсә бешкән һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Һыуынғас уны гөлгә ҡойоғоҙ.
Плитәгеҙ тутыҡҡан булһа, өҫтөн эҫетелгән үҫемлек майы менән ышҡығыҙ.
Яңы ашъяулыҡ һатып алғас, өҫтөн уксус һәм һөт (1:1) иҙмәһе менән һөртөп алығыҙ. Үҙенән-үҙе ярылып ятмаҫ.
Аш-һыу бүлмәһендә ауыр еҫ торһа,
кипкән әфлисун йә лимон ҡабығын яндырығыҙ.
Ванна һәм раковинала барлыҡҡа килгән тутты водород перикисе менән нашатыр спирты иҙмәһе йә тоҙ һалынған эҫе уксус менән ышҡып бөтөрөп була.