

Йондоҙҙар һирәк булһа, ҡыш буранлы булыр.
Ҡыш ағас йыш бәҫләнһә, йәй бал да, иген дә уңыр.
Ҡар ваҡ һәм һирәк яуһа, һалҡын һауа оҙаҡ һаҡланыр.
Ҡыш ҡыҙылтүш һайраһа – ҡарға, буранға.
Ҡыш көнө шәре ҡалҡһа, ашлыҡ уңыр.
Ай ҡолаҡлы булһа, һыуыҡ булыр.
Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә - ҡар яуыр.
Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран, түбән сағылһа – һалҡын булыр.
Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, емеш-еләк уңыр, бал күп булыр.
Ҡыш ҡар күп яуһа, йәй ямғырлы килер.