Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2025, 06:49

Уйлыға-уй

"Матбуғатҡа һөйөү - ғаиләнән"

Уйлыға-уйУйлыға-уй
Уйлыға-уй

Гөлсәсәк Солтанморатова, Бикбулат ауылы:

- Эшләгән саҡта, "Һин гәзит-журналдарға яҙылырға тейешһең", - тип квитанция һорай торғайнылар. Һәм йыл да матбуғатҡа яҙылыу ғәҙәткә инеп киткән.
Күпләп яҙылмаһаң да,  “Мораҙым” гәзитен, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын да алдырғы килә. Тәүге битенән алып, аҙағынаса яйлап, ваҡыт барҙа уҡып рәхәтләнәһең.

Һуңғы йылдарҙа тип әйтәйемме, үҙебеҙҙең башҡорт баҫмалары интернетта әүҙемләште. Кемдәргәлер был ҡулайҙыр. Үҙҙәренә кәрәкле баҫмаларҙы интернетта уҡыу ҙа еңел һымаҡ. Һүҙ юҡ, замана башҡа - заң башҡа. Ә беҙ бала саҡта һәр ғаилә күпләп гәзит - журналдар алдырҙы.  Ауыл халҡының шул хәтлем күп яҙылыуына хайран ҡалырлыҡ ине, ҡыш көндәре хат ташыусы апай  почта сумкаһын сана менән йөрөтә торғайны.
 Беҙҙең ғаилә лә “Совет Башҡортостаны”, Бөрйән район гәзите “Таң”ды, “Ағиҙел”, “Һәнәк”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Советский воин” журналдарын, балалар өсөн “Башҡортостан пионеры”на , “Пионер”, “Мурзилка”ға яҙылып, бер ҡосаҡ гәзит - журналды рәхәтләнеп уҡый инек.

 Ҡышкы оҙон кистәрҙә атайым “Ағиҙел” журналындағы матур повестарҙы , хикәйәләрҙе әсәйемә ҡысҡырып уҡый торғайны. Атайымдың тасури  уҡыуын, ҡул эше менән ултырған әсәйем генә түгел, беҙ, балалар ҙа иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Бала саҡтың ошо матур кистәрен, йөрәгем өҙөлөп китерҙәй булып һағынам...
Ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныслы ла булған хикәйә - повестарҙы күп уҡыны атайым беҙгә.  Ә, бәлки, шунан да киләлер китапҡа, гәзит-журналдарға булған һөйөү. Әле булһа бала саҡтағылай Һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас