Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2025, 10:35

Министр, район башлығы, прокурор һәм район Советы рәйес ҡулынан - фатир асҡыстар

Ошо көндәрҙә 14 йәш кеше БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры, район башлығы, прокурор һәм район Советы рәйес ҡулынан фатир асҡыстары алды. 

Министр, район башлығы, прокурор һәм район Советы рәйес ҡулынан - фатир асҡыстарМинистр, район башлығы, прокурор һәм район Советы рәйес ҡулынан - фатир асҡыстар
Министр, район башлығы, прокурор һәм район Советы рәйес ҡулынан - фатир асҡыстар

Тәүҙә Ирина Александровна граждандарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса ҡабул итте.

 Ул Архангел районының Аҙау ауылында һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә инициатива күрһәткән һәм ярҙам күрһәткәндәргә, шулай уҡ райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Артабан ул Мораҡ ауылында яңы күп фатирлы йортто асыу тантанаһында ҡатнашты.  

***

14 етем балаға яңы фатирҙар асҡыстарын район башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Александровна Голованова, район прокуроры Айрат Венер улы Абсаттаров, район Советы рәйесе Айҙар Әмир улы Сәхибгәрәев тапшырҙы.

 

Марат Сәлим улы ошондай мөһим социаль проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткәне өсөн республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды” акционерҙар йәмғиәтенә граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программаны уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн тәрән рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ был йортто төҙөүгә һәм территорияны төҙөкләндереүгә өлөш индергән төҙөүселәргә, проектлаусыларға һәм белгестәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас