

Шулай ҙа беҙҙең һәр төбәктә үҙ уҡыусыларыбыҙ әлегә бар. Ялсы ауыл биләмәһе башлығы Ирек Юдаев әйтеүенсә, халыҡ үҙ хәленән килгәнсә яҙылырға тырыша. Бынан бер ун йыллап элек был биләмәлә “Мораҙым”ға һәм “Ағиҙел”гә яҙылыу эстафетаһы башлап ебәргәйнеләр. Был дуҫлыҡ әле булһа дауам итә.
Вәсилә ҠАРАҒУЖИНА, хаҡлы ялда, Ялсы ауылы:
- Бәләкәй саҡта ла,йәш саҡта ла гәзит-журналдарҙы күп алдырҙыҡ, сөнки улар берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы ине. Атайым ябай көтөүсе булһа ла, уҡырға яратты. “Роман-газета”, “Ҡазан утлары”, “Ағиҙел”, унан тыш, “Крестьянка”, “Башҡортостан ҡыҙы”, балалар гәзит-журналдары ла ҡосаҡ-ҡосаҡ килә ине. Иң яратҡан журналыбыҙ “Ағиҙел” булды. Уның килерен почтальон Флүрә инәй арба егеп китеүенән белә инек. Былай ваҡытта “виләсәпит” менән бара. Ҡайтыуын ауыл осона барып көтә инек. Кем иң тәүҙә эләктерә, йәнәһе. Йәшереп уҡыйбыҙ, атайым күрһә, эшкә, көтөүгә алып китә лә, алып ҡайтһа-ҡайта, ҡайһы саҡта алып ҡайтмай. Яңы әҫәрҙәр бер нисә һанға бүленеп килә, кешегә инәлеп, алып тороп уҡырға тура килә ине. Беҙҙең бәләкәй генә ауылға әллә нисә бәйләм “Ағиҙел” килә торғайны, бәйләмендә нисәшәр булғандыр...
Журналдарҙы йыртыу, яғыу яраманы. Өй башында әллә нисә йылғы журналдар тәҫле генә ята торған инеләр, бер менеп ултырһаң, эңер төшкәнсе тиклем ултырған саҡтар була торған ине. Хәҙер күҙ күрмәй ҙур күләмле әҫәрҙәр уҡырға, хаҡтары ла тешләшә, шуға район гәзитен генә яҙҙырабыҙ. Ауылдаштар, таныштар тураһындағы яҙмаларҙы, күренекле шәхестәр тураһында мәҡәләләр, матур хикәйәләрҙе уҡып барам. Иң яратҡаным -шиғырҙар. Шиғыр булһа, иң тәүҙә шуны укыйым, шунан башҡаларын уҡыйым.
Гәүһәр ҮҘӘМБАЕВА, Юлбаш ауылы:
- Беҙ мәктәп йылдарынан бирле гәзит-журналдарға яҙылабыҙ. “Веселые картинки”, “Мурзилка”, “Аҡбуҙат” журналдарын яратып алдырҙыҡ. Ундағы төрлө уйындарҙы уйнап, әкиәттәрен, хикәйәләрен уҡып, шиғырҙарын ятлап ала инек. “Ағиҙел” журналын да яратып уҡыйбыҙ. Район гәзитенә лә гел яҙылабыҙ. Яҡташтарыбыҙҙың уңыштары, уларҙың тормошо тураһындағы йөкмәткеле мәҡәләләрҙе уҡып, улар өсөн ҡыуанып йәшәйбеҙ.
Дауыт ӘМИРХАНОВ, Вәлит ауылы:
- Беҙ “Мораҙым” һәм “Йәшлек” гәзиттәрен йыл да алдырабыҙ.Ундағы әҫәр өҙөктәрен, шиғырҙарҙы уҡып барам. Йәштән китап менән дә дуҫ булдым. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре күңелемә яҡын. Уның “Һуңғы солоҡ” романын айырыуса яратып уҡыным.
Бала саҡта “Һәнәк” журналы, “Башҡортостан” гәзите, “Ағиҙел” журналын да алдыра инек.
Рәмзиә ИНСЕҒОЛОВА, педагогик хеҙмәт ветераны:
- Алты йәшемдә “Хеҙмәткә дан” гәзитен ҡысҡырып уҡый торғайным. Атайым башҡорт баҫмаларын гел алдырҙы. “Ағиҙел” дә килә ине беҙҙең өйгә. Матур-матур хикәйәләр, шиғырҙар уҡып үҫтек. Һуңынан үҙем дә бер ҡалдырмай яҙылдым ул журналға. Бала саҡтан күреп үҫкәнгә микән, миңә ул бик яҡын. 70-се йылдарҙағы бер журналдың тышлығына шәжәрәбеҙҙе яҙып барҙыҡ. Атайым әйтеп яҙҙырғаны иҫемдә. Ул яҙма әле булһа иҫән, ағайымдарҙа һаҡланырға тейеш.
Эшләй башлағас, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Шоңҡар” менән дуҫлашып алдым. “Мораҙым”ды ла гел алдырам. Иң яратҡан журналым иһә – “Башҡортостан ҡыҙы”. Тормошсан йөкмәткеле хикәйәләре, шиғырҙары менән күңелемә яҡын. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәрәкле төрлө рецептар ҙа баҫылып тора, матур ғаиләләр тураһында мәҡәләләрҙе лә яратып уҡыйым. “Киске Өфө” гәзитен дә алдырабыҙ.
Киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына ла гәзит-журналдарыма яҙылдым.
Һүҙҙе йомғаҡлап, зыялы башҡорт уҙаманы Азамат Юлдашбаевтың 2014 йылда “Йәшлек” гәзитендәге әңгәмәһенән өҙөк килтереү урынлы булыр. Шиғриәт тураһында һүҙ барһа ла, был матбуғатҡа, гәзит-журналдарға булған мөнәсәбәттә лә асыҡ сағылыш таба:
“Бына беҙ, шиғырҙы уҡыусылар кәмей, ти һөйләйбеҙ. Ә ни өсөн улар күп булырға тейеш һуң ул? Кемдең опера һәм балет театрына, милли оркестрыбыҙҙың концертына инә алмайынса, тамашасыларҙың һуғышып йөрөгәнен, йә булмаһа, Нестеров исемендәге музейҙа күргәҙмәләрҙең аншлаг менән үткәнен күргәне бар? Ни өсөн уларға тик әҙерлекле, шул кимәлгә барып еткән кешеләр йөрөргә тейеш тә, ә шиғриәтте бөтәһе лә уҡырға тейеш һуң ул? Сәнғәттең дә бит мәҙәниәт тигән өлөшө бар. Шиғриәттә лә шундай бүленеш булырға тейештер. Кемдәрҙер һәүәҫкәр, ә кемдер юғары сәнғәт өлгөһө булырҙай әҫәрҙәр ижад итә. Һәм һуңғыларҙың яҙғандарын уҡыр өсөн әҙерлек, шул кимәлгә етеү кәрәк. Шуға ла, шиғыр уҡыусылар кәмей, тип әйтәләр икән, ҡыуанырға ғына кәрәк. Тимәк, шиғриәт янында уны аңлаған, тойған, кисерә белгән кешеләр генә тороп ҡаласаҡ...”
Автор фотоһы.