Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2025, 04:15

"Иң яҡшы ауыл музейы" беҙҙә!

“Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль музейы” конкурсы йомғаҡтары буйынса Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Иң яҡшы ауыл музейы” номинацияһында еңеүсе булды!

"Иң яҡшы ауыл музейы" беҙҙә!"Иң яҡшы ауыл музейы" беҙҙә!
"Иң яҡшы ауыл музейы" беҙҙә!

Өфө ҡалаһында X республика музей форумы үтте. БР Милли музейы ойошторған сарала республикабыҙҙың дәүләт һәм муниципаль музейҙары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән беҙҙең райондың Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Ольга Максимова, ҡатнашты.

Форумдың төп темаһы - “Музей 2030: үҙгәрештәр дәүерендә үҫеш стратегияһы”, йәғни Башҡортостан музейҙарының үҫеш йүнәлештәре стратегияһы билдәләү ине. Сарала ҡатнашыусылар аныҡ ҡарарҙар әҙерләү буйынса проект сессияһында әүҙем ҡатнашты. Артабан Башҡортостан музейҙары эшенең алдағы йылдарға стратегик йүнәлештәрен билдәләйәсәк резолюция ҡабул ителде, шулай уҡ музей хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас