Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2025, 07:04

"Яҙмыш уны шағир иткән..."

Әҙәби донъя  “Яҙмыш үҙе уны шағир иткән...”  Йылайыр волосының Авашлы (Ивашлы) утарында тыуып үҫкән билдәле рус шағиры, публицист, тәржемәсе Валентин Сорокиндың ижадына һәм тормош юлына арналған хәтер кисәһендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Ниғәмәтуллина, шулай уҡ Мәскәүҙән килгән махсус ҡунаҡ – ошо сараны үткәреүгә төп сәбәпсе булған яҙыусы-прозаик, журналист Лидия Сычева, китапханасылар, уның ижадын яратыусылар ҡатнашты.

"Яҙмыш уны шағир иткән...""Яҙмыш уны шағир иткән..."
"Яҙмыш уны шағир иткән..."

 Ижади осрашыуға килеүселәрҙе тәбрикләп, Илнур Миңлеғәли улы ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, Лидия Андреевнаға  иһә район хакимиәте башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

 Лидия Сычева әйтеүенсә, Валентин Сорокин уның тормошонда, ижадында ҙур йоғонто яһаған шәхес.

 - Һәр кемдең, бигерәк тә, ижад кешеләренең, яратҡан, хөрмәт иткән остазы була. Минең өсөн ул – Валентин Васильевич.

 Шағирҙы  шағир иткән бер үлемһеҙ күренеш бар. Ул да булһа, ижад емештәренең көнүҙәклеге. Бер нисә йылдар үткәс алып уҡыһаң да, күңелеңә ауаздаш юлдар табаһың. Беҙҙҙең яратҡан шағирыбыҙҙың шиғриәте  - тап шундай. Һеҙҙең яҡташығыҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филипповтың  “Серебряные струны Зилаира” китабында  Валентин Васильевичтың тыуған яғына ҡайтыуы һүрәтләнә. Көҙ көнө ике шағир Авашлы утарына ҡайта. Әммә ул бөткән, зыяраттан башҡа бер нимә лә ҡалмаған була.

Валентин Васильевич ергә ятып, ҡәбер ҡалҡыулығына юлыға һәм шул рәүешле туғандарының ҡәберен эҙләп таба... Был һағышлы ваҡиғалар шағирҙың ижадында ла тәрән эҙ ҡалдыра, байтаҡ шиғырҙары тыуа...- ти Лидия Андреевна остазы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашып.

 Ә Күгәрсен районы менән (ҡәләмдәштәренән башҡа) тағы ла нимә бәйләй һуң күренекле рус шағирын?

 1936 йылдың 25 июнендә ишле ғаиләлә донъяға килә ул. Атаһы Василий урмансы була, һуғышта яраланып ҡайта. Шағирҙың  ижади ҡарашлы шәхес булып әсәһе үҫешеүендә уның әсәһе Анна Ефимовнаның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Халыҡ фольклоры, әйтемдәр, мәҡәлдәр менән таныштыра, әкиәттәр, риүәйәттәр һөйләй.

 Валентиндың яҙмышы ҡатмарлы ғына була. Яҡындарын юғалтыу ҡайғылары ла йөрәгендә яра ҡалдыра. 1945 йылда өлкән ағаһы Анатолий шағирҙың күҙ алдында фажиғәле һәләк була. Был хаҡта ул бына нимә тип яҙа: “Миңә 9 йәш ине. Ул карьерҙа эшләй, төҙөлөшкә таш сығара. 17 йәш менән бара ине. Карьер емерелеп, уны ҡаплағанын күрҙем. Бына шул мәлдә мин уның йәшенә етеп өлкәнәйҙем, ҡартайҙым...”

 Күп тә үтмәй, улар Яңы Хвалын утарына күсеп китә. Буласаҡ шағир ете йыллыҡ мәктәпкә уҡырға төшә. Ғүмеренең һуңғы мәлдәренә тиклем ул рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дарья Никитовна Сергиенко биргән һабаҡтарҙы һағынып иҫкә ала.

 Мәктәпте тамамлағас, Силәбе металлургтар заводына эшкә урынлаша, башҡа төрлө эштәрҙә лә эшләй.

 Тәүге шиғырҙары район гәзитендә донъя күрә, 1957 йылда альманахта баҫыла, 1960 йылда иһә ул “Хыял” тип аталған тәүге китабын ҡулына ала. 1962 йылда Мәскәүгә Юғары әҙәби курстарға юллана. Уны тамамлағас, 1965-1967 йылдарҙа “Волга” журналының поэзия бүлеген етәкләй. 1967-1969 йылдарҙа “Йәш гвардия”журналында публицистика һәм очерктар бүлеге мөдире була, 1970-1980 йылдарҙа “Замандаш” (“Современник”) журналының мөхәррире вазифаһын атҡара.  Ошо йылдарҙа ул 20-се быуат рус әҙәбиәте фондына инерлек ҙур күләмле әҫәрҙәр ижад итә. “Сейитназар”, “Пролетарий”, “Две совы”, “Золотая” һәм башҡа поэмалары донъя  күрә. 1978 йылда уҡ тамамлаған “Бессмертный маршал” поэмаһын баҫтырмаҡсы була, әммә сәйәси цензура арҡаһында меңәрләгән юлдарҙы алып ташларға мәжбүр була һәм ул 1989 йылда ғына тулыһынса донъя күрә.

 Киләһе йыл йәй шағирҙың тыуыуына 90 йыл тула. Ошо уңайҙан район китапханалар селтәре директоры Рәмилә Хәкимова  Валентин Сорокин  шиғриәтенә арналған конкурстар ойоштороласағын хәбәр итте.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас