

Беҙҙең ауыл егеттәре быға тиклем дә намыҫ менән хеҙмәт иттеләр, ата-әсәләренең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Улар хеҙмәт иткән ерҙәрҙән бары тик маҡтау хаттары, маҡтап яҙылған характеристикалар ғына килеп тора.
Атай-әсәйҙәрен һөйөндөрөп армия сафтарында намыҫ менән хеҙмәт иткән егеттәребеҙ - Моратов Илдар Илшат улы, Вәлитов Илгиз Файыҡ улы иҫән-имен тыуған нигеҙҙәренә әйләнеп ҡайттылар.
Әле армияла булған ауылыбыҙ егеттәре Хәлитов Усман Марат улы, Маннанов Динар Вадим улына күп сәләмдәребеҙҙе юллайбыҙ. Уларҙың һәр береһенә һау- сәләмәт хеҙмәттәрен тултырып ҡайтырға яҙһын.