Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2025, 09:50

Ҡоролтайға - 30 йыл!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһына 30 йыл.  Ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайында бик матур сара ойошторолдо.

Ҡоролтайға - 30 йыл!Ҡоролтайға - 30 йыл!
Ҡоролтайға - 30 йыл!

- Ошо йылдар эсендә милли мәғарифты, мәҙәниәтте артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү; башҡорт телен пропагандалау; халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кәсептәрен тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу;  халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу; сәләмәт йәшәү рәүешен, айыҡлыҡ хәрәкәтен пропагандалау кеүек мәсьәләләр өҫтөндә байтаҡ эштәр эшләнгән.

Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы 140 милли-мәҙәни ойошманы, 70 район, ҡала ҡоролтайҙарын берләштерә. 2021-2031 йылдарғаса башҡорт халҡының стратегик үҫеше ҡабул ителә, - ти район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов.
Район мәҙәниәт һарайында уҙғарылған сарала урындағы ҡоролтай ағзалары, мағариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Сара башҡорт халҡының гимнына әүрелгән “Урал” көйө менән башланыуы бигерәк тә матур күренеш булды. Уны ҡурайсылар ансамбле башҡарҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың мөрәжәғәте тыңланды.

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов 30 йыллыҡ тарихҡа байҡау яһаны.  Әүҙемдәр Күгәрсен районы ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Кисәне дәртле йыр-моңдар, бейеүҙәр биҙәне. 
Лиана Ибраһимова фотолары.

Автор:
Читайте нас