Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2025, 10:20

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсына йомғаҡ яһалды

Ошо көндәрҙә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсына йомғаҡ яһалды“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсына йомғаҡ яһалды
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсына йомғаҡ яһалды

Конкурста ҡатнашҡан матур, әүҙем ғаиләләр район мәҙәниәт һарайы фойеһында үҙҙәренең ҡул эштәренән, төрлө өлкәлә еңеүҙәрен күрһәткән маҡтау ҡағыҙҙарынан, фотоһүрәттәрҙән торған күргәҙмә ойошторған.

 Артабан улар сәхнәлә үҙ һөнәрҙәрен, аш-һыуға оҫталыҡтарын күрһәтте.

Бикбулат ауылынан Фәттәховтар  “Ижади ғаилә” тип, Хоҙайбирҙин ауылынан Хоҙайғоловтар “Һәләтле ғаилә” номинацияһында билдәләнде.

  Район мәҙәниәт һарайы артистары сығыштары сараға сағыу биҙәк булды.
Лиана Ибраһимова фотолары.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас