Быйыл Башҡортостанда Ҡыш бабай поезын ике ҡалала — Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта көтәләр.
Йәкшәмбе, 14 декабрҙә, поезд Өфөгә килә, программа сәғәт 11-ҙән 5-кә тиклем була.
Икенсе көндө, 15 декабрҙә, иртәнге сәғәт 11-ҙә поезды Стәрлетамаҡта ҡаршы алалар. Ул киске 8-се 10 минутҡа тиклем перронда тора.
Һәр ҡалала ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: Ҡыш бабай менән осрашыу, артистар һәм аниматорҙар сығышы, инеп ҡарау өсөн вагондар – төньяҡ сувенирҙары һатылған кибет, фотокупе, вагон-ресторан, буфет һәм тәүге тапҡыр Ҡар королеваһы вагоны.