

Унда “Мораҙым” гәзитен алдырыусыларҙың 180 квитанцияһы ҡатнашты.
Шулай итеп, “Мораҙым” гәзитен алдырыусылар араһында автомобиль йыйылмаһын Бикбулаттан Зәйтүнә Сафина отто. Ә электр газ плитәһе Яңауылдан Ришат Ғәлимовҡа насип булды. Бүләк отоусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм редакцияла – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ.
Ә кемдәргә был юлы бәхет йылмаймаған, бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Киләһе бүләк отош сараһы 17 декабрҙә үтә, һеҙҙе яңы бүләктәр, ә Яңы йыл алдынан үтәсәк сарала ТЕЛЕВИЗОР, термопот һәм башҡа шәп приздар көтә! “Районка”ға ярты йыллыҡҡа яҙылып, тулы исем-фамилияғыҙ, адресығыҙ күрһәтелгән квитанция күсермәһен редакцияға – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса хат аша ебәрергә, алып килергә йәки 8-937-836-9553 телефонына фотоға төшөрөп ебәрергә мөмкин.