Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2025, 03:55

"Айыҡ ауыл" конкурсында район данын кем яҡлаясаҡ?

Был аҙнала “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр тәбрикләнде.  Ойоштороусылар әйтеүенсә, бәйгелә районыбыҙҙың 20 тораҡ пункты ҡатнашырға теләк белдергән.  Лиана Ибраһимова фотолары.

"Айыҡ ауыл" конкурсында район данын кем яҡлаясаҡ?"Айыҡ ауыл" конкурсында район данын кем яҡлаясаҡ?
"Айыҡ ауыл" конкурсында район данын кем яҡлаясаҡ?

Шулар араһынан айырым тырышлыҡ күрһәткән һәм конкурс шарттарына ярашлы эш алып барған өс ауыл биләмәһенә 1-се, 2-се, 3-сө урындар бирелде.

 Шулай итеп, 1-се урынға Күгәрсен, 2-се урынға Бикбулат һәм 3-сө урынға Теләүембәт ауылдары лайыҡ булды.

 Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов 2011 йылдан үткәрелә башлаған һәм 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән тергеҙелеп, ҙур кимәлгә күтәрелгән конкурста йыл да әүҙем ҡатнашҡандары өсөн район халҡына, биләмә башлыҡтарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

  Конкурстың район этабы тамамланып, унда ҡатнашыусы ауылдар бер аҙ иркен тын алһа ла, күгәрсендәр өсөн ҡыҙыу осор башлана ғына әле. Нисек кенә булмаһын, яҡташтарыбыҙ һынатмаҫ һәм район данын лайыҡлы яҡлар!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас