Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2025, 11:34

Өй шарттарында йогурт

Кәрәк буласаҡ:3 литр ауыл hөтө,250гр магазин kаймағы.

3 литр һөттө ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡан hөтөбөҙ hыуынып, йылымса ғына булғас, магазин ҡаймағын hалып ойоторға ҡуябыҙ. Ойотманы йылы әйбергә төрөп 5-6 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Йогурт ойоғас өлгөрә. Банкаға тултырып hыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Өҫтәлгә бирер алдынан теләгән кимәлдә шәкәр ҡомо, емеш-еләктәр hалып болғатабыҙ. Бииик тәмле!👍
Аштарығыҙ тәмле, ризыҡтарыбыҙ бәрәкәтле булһын

Автор:
Читайте нас