Көрәш һөҙөмтәләре бар: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, наркомания менән сирләү осраҡтары һиҙелерлек кәмегән. Әгәр 1991 йылда төбәктә наркоиҫәптә 26 мең кеше торһа, бөгөн – 3548. Шулай уҡ артыҡ дозанан үлем осраҡтары кәмегән: былтыр табиптар республикала 126 үлем осрағын теркәгән, бер йыл элек наркотиктар менән ағыуланыуҙан 206 кеше вафат булған.
Республика клиник наркология диспансерының баш табибы Руслан Арыҫланов аңлатыуынса, ыңғай динамика властарҙың наркотиктарҙы пропагандалау, һатыу һәм контрабанда өсөн язаны ҡәтғиләштереүенә, төрлө һөнәри, медицина тикшереүҙәре ваҡытында наркотик ҡулланыусыларҙы йышыраҡ асыҡлауға һәм һөҙөмтәлерәк дауалай башлауға бәйле. Шулай уҡ, эксперт фекеренсә, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, наркотиктарҙың зыяны тураһында белемде арттырыу буйынса профилактик эш ҙур роль уйнай.
Подвалда «бешерелә»
Шул уҡ ваҡытта наркотиктарҙың таралыуына һәм ҡулланылыуына бәйле хәл көсөргәнешле ҡала. Эш шунда: 90-сы йылдарҙа наркотиктар табыу ҡатмарлы һәм бик ҡиммәт була. Күптәр был бәлә-ҡазанан ситтә тора. Бөгөн наркотиктарҙы (йышыраҡ улар уколдар түгел, ә еҫле ҡатнашмалар, таблеткалар, капсулалар) алыу күпкә еңелерәк. Бер нисә йыл элек наркотиктарҙы ванна тоҙо сүрәтендә магазиндарҙа асыҡтан-асыҡ һаталар ине. Башта дауалау маҡсатында эшләнгән синтетик наркотиктарҙы (һуңынан уларҙың кокаинға йәки героинға ҡарағанда ла зыянлыраҡ булыуы һәм тағы ла нығыраҡ бәйлелек тыуҙырыуы асыҡланды) хәҙер арзан компоненттарҙан һәр йорттоң подвалында тиерлек «бешерәләр». Быйыл Яңауыл районында 24 йәшлек егет менән уның үгәй атаһының ауылда нарколаборатория асыу өсөн йорт һатып алыуы билдәле булды. Ҡулға алынғанда хоҡуҡ һаҡлаусылар уларҙан 21 килограмм наркотик тартып алған.
Суд йәш кешене – 12 йылға, ә үгәй атаһын 16 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатыу тураһында ҡарар сығарҙы.
«Еңел» наркотиктар юҡ
Йыш ҡына наркотиктарҙы үҫмер саҡта ҡуллана башлайҙар. Компанияға ҡушылып, күңел асыу өсөн. Кемдер үлән тарта һәм бер ҡасан да наркоман булмаясағына, хатта бәйлелек барлыҡҡа килһә лә, тиҙ генә туҡтай алырына ихлас ышана.
– «Еңел наркотиктар» төшөнсәһе – ул сираттағы уйҙырма, наркоманияға йәлеп итеү өсөн профессиональ рәүештә ҡуйылған тоҙаҡ, – ти Руслан Арыҫланов. – Быларҙың барыһын да кешеләрҙе финанс мутлыҡтарға һәм секталарға йәлеп итеү механизмы менән сағыштырырға мөмкин. Иллюзияның асылы – шәхестең әхлаҡи кәртәләрен үҙгәртеү, наркоиндустрияның башҡа тауарҙарын ҡулланыуға әҙерләү өсөн психик йәһәттән әүҙем матдәгә психологик бәйлелек булдырыу. «Еңел», «тәбиғи», «энәһеҙ» – былар барыһы ла наркосауҙагәрҙәрҙең хәйләләре.
Кешене наркотиктарҙан иртә стадияла дауалау ауыр. Ул был шөғөлөн ныҡ йәшерә, наркотиктар ҡулланыу уны «үҙенсәлекле» итә тип уйлай, үҙен закондан өҫтөн итеп тоя. Яҡындары осраҡлы рәүештә насар ғәҙәткә ылығыуы тураһында белеп ҡалған, наркотиктарға бәйле кешенең үҙаллы ҡотола алыуы тураһында вәғәҙәләренә ышанмаған бәхетлеләр генә дауалауға килеп эләгә.
Хәүефле эш хаҡы
Наркомафия наркотик ҡулланыусыларҙың да, уларҙы таратыусыларҙың да яҙмышын емерә. Быйыл йыл башында Нефтекамала полиция хеҙмәткәрҙәре 15 йәшлек үҫмерҙе наркотиктар һатҡан өсөн ҡулға алған. Баҡтиһәң, уҡыусы аҡса эшләргә ҡарар иткән. Мессенджерҙарҙың береһендә ул билдәһеҙ эш биреүсе менән бәйләнешкә инә. Унан «посылка» килтереүҙе һорайҙар. Башта үҫмерҙе бер нисә урынға наркотик һалыуҙа һынап ҡарайҙар, һуңынан уға күмәртәләп наркотик таратыу урынының координаталарын ебәрәләр. Ул артабан һатыу өсөн «тауарҙы» ала һәм ошо партия менән уны полиция ҡулға ала. «Эш биреүсе» билдәһеҙ булып ҡала.
ЭКСПЕРТ КӘҢӘШТӘРЕ
Баланың наркотик ҡулланғанын нисек аңларға?
Психикаға тәьҫир иткән матдәләрҙе һынауға социаль мөхит әүҙем этәрә. Әгәр дуҫтарың араһында наркотиктарға бәйле кешеләр булһа, организмдың таҙалығын һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел тиерлек, сөнки улар һәр ваҡыт «ҡулланып ҡарарға» бирергә әҙер. Шуға күрә баланың аралашыу даирәһенә иғтибар итергә, дуҫтарының ата-әсәһен белергә кәрәк.
Төп сигналдар:
- Йоҡо һәм туҡланыу режимында үҙгәрештәр.
- Кәйефтең ҡапыл үҙгәреүе.
- Ғаиләнән һәм ғаилә традицияларынан ситләшеү.
- Уҡыуға ҡыҙыҡһыныу юғалтыу. Икенсе телефондың барлыҡҡа килеүе. Компьютерҙа паролдәрҙе йыш алмаштырыу.
- Дикция һәм мимика үҙгәреүе.
- Фармакология менән ҡыҙыҡһыныу.
- Йортта быяла көпшәләр, бәләкәй ҡумталар, төрөү өсөн ҡағыҙҙар, фольга, күҙгә һала торған дарыу, танау спрейы, кейемдә йәшкелт таптар барлыҡҡа килеүе – былар барыһы ла наркомандарҙың тормошонан.
Нимә эшләргә?
Мөмкин тиклем тиҙерәк белгестәргә – наркологтарға, медицина психологтарына мөрәжәғәт итегеҙ. Был бала менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫ һәм килеп тыуған хәлде киҫкенләштермәҫ өсөн кәрәк. Ғәйеплеләрҙе эҙләп, ғауға ҡуптарырға ярамай. Шулай уҡ бер ни ҙә булмаясаҡ һәм барыһы ла үҙенән-үҙе үтәсәк тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел.
Ҡайҙа ярҙам итә алалар?
Өфөлә үҫмерҙәр наркология кабинеты:
Суворов урамы, 79, тел.: +7 (347) 3632993.
Достоевский урамы, 106, тел.: +7 (347) 2163859.
Ҡабул итеү ваҡытын +7 (347) 2660388 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин.
(Йәшәү урыны буйынса табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ).
Вставка
Әгәр кеше наркотик ҡуллана башлаһа, уны был афәттән аралауҙың берҙән-бер юлы – уны ҡәтғи рәүештә туҡтатыу һәм махсус белгестәр ярҙамында дауалау.