Мораҙым
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2025, 16:40

Баҡыйлыҡтағы атай-әсәйгә биш төрлө изгелек ҡылырға була.

Баҡыйлыҡтағы атай-әсәйгә биш төрлө изгелек ҡылырға була.

Әллә күҙ тейҙеме, сихыр ғәләмәтеме тип, муллаға киткән.
– Әсәй яңғыҙ ҡалды, янына һирәк ҡайттыҡ, шуға арып китеүен дә һиҙмәгәнбеҙ. Хәҙер бер ниндәй ҙә дауа ярҙам итмәй, – тигән ҡатын.
– Әсәйеңде өйөңә алып ҡайт та эргәһендә булырға тырыш, ваҡытығыҙҙы бергә үткәрегеҙ, – тип яуаплаған дин әһеле.
Ҡатын шулай эшләгән. Күпмелер ваҡыт уҙғас, әсәһе һауыҡҡан. Был шифаның серен белергә теләп, ҡатын ҡабат мәсеткә барған.
– Әсәйемдә ниндәй ауырыу булды икән? Һеҙ ҡушҡанса эшләгәс, ул ысынлап терелде, – тигән муллаға.
– Ул балалары хәлен белешмәгәнгә,борсолоп, ауырыуға һабышҡан. Ә был сирҙе яҡын кешеләрҙең мөхәббәте, йәнәшәһендә тороу, әсәйгәк булыу ғына дауалай ала, – тип аңлатҡан уныһы.
Эйе, шулай йыш ҡына донъя мәшәҡәттәренә һылтанып, тормош ығы-зығыһынан бушамай яҡындарҙың хәлен белешеп шылтыратырға, тыуған йортҡа ҡайтырға әмәл тапмайбыҙ. Ә әсә тәҙрәнән күҙен алмай балаһын көтә. Әсә күңеле – балала, баланыҡы –- далала...
Әсәһенә игелек күрһәтмәгән баланың яҙмышы хәйерле булмаҫ. Иҫән саҡтарында хәлдәрен беләйек, эргәләренә ҡайтайыҡ, яңғыҙ ҡалдырмайыҡ. Мәрхүм булғастары ла онотмайыҡ. Уларҙың рухына көн дә доға ҡылһаҡ та, артыҡ булмаҫ.
Мөхәммәт пәйғәмбәргә бер кеше килгән дә: "Ата-әсәм яҡты донъянан китте, уларға хәҙер ниндәй изгелек эшләй алам?" – тип һораған. Пәйғәмбәр: "Биш төрлө изгелек ҡыла алаһың. Беренсеһе – урындары йәннәттә булһын тип доға ҡылып тороу, икенсеһе – истиғфар ҡылыу, йәғни Аллаһтан, уларҙың гонаһтарын ғәфү ҡыл, тип һорау, өсөнсөһө – ата-әсәңдең иҫән саҡтағы берәй хәйерле, яҡшы хыялы тормошҡа ашмаһа, шуны бойомға ашырыу, дүртенсеһе – уларҙың дуҫтарын хөрмәт итеү, улар менән аралашыу, бишенсеһе – ата-әсәйең яғынан яҡын туғандарың менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу. Былар үтәлһә, уларҙың рухтары тыныс буласаҡ", – тигән.

Автор:
Читайте нас