Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2025, 10:30

Йылҡы ите – йәшәтер, ҡыр сейәһе – йәшәртер

Ат – борон-борондан башҡорттарҙың тоғро дуҫы, терәге һәм таянысы булған. Яуҙа – яуҙаш һәм юлдаш. Һыбай йөрөүгә лә, йөк ташығанда ла, еккәндә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Улар үрсемле, һөтлө булыуҙары менән дә айырылып тора.

Файҙаһы нимәлә?

Йылҡы ите – башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы. Ҡымыҙы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Хатта медицина өлкәһендә лә башҡорт аттарының файҙалы булыуы билдәле. Уның һаулыҡ өсөн дә шифаһы ҙур. Быны врачтар ҙа, диетологтар ҙа раҫлай. Йылҡы итендә бөтөнләй холестерин юҡ, йәғни майҙан бүленеп сыҡҡан фермент булмай. Тимәк, йылҡы ите ашаған кеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бирешмәй. Ә ҡаҙылыҡҡа ҡушылған һуған һәм һарымһаҡ һалҡын тейеүҙән һаҡлай. Ул ғына ла түгел, аттар дарыу яһауҙа туранан-тура ҡатнаша. Бактериология институттарында донор аттарҙың ҡанынан гангрена – тәндең үлеүе, сереүе, столбняк – һеңерҙәр тартышыуы, дифтерия – балаларҙың тамаҡ сире, ботулизм – аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә.

Автор:
Читайте нас