

Борон-борондан ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисереп йәшәгән санъяптар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, улар ҙа ҡулдарына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан. Санъяп ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Гөлдәр Байыҡ ҡыҙы Сәлихова әйтеүенсә, был дәһшәтле йылдарҙа Ҡасҡын, Үрге һәм Урта Санъяп ауылдарынан 189 кеше фронтҡа алынған, уларҙың тик 78-енә генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип булған. Урындағы халыҡ Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыуға бар көстәрен һалған һуғыш ветерандарының, тыл эшсәндәренең исемен мәңгеләштереү өсөн бар көсөн һала. “Районка”ны даими уҡып барыусылар иҫләйҙер: 2018 йылдың сентябрь айында Ҡасҡын ауылында тыл хеҙмәткәрҙәренә һәм һуғыш балаларына арналған обелиск асылды. Шанлы йылдар шаһиттарына ҙур хөрмәт күрһәтеп, республикала беренселәрҙән булып был изге эште атҡарып сыҡты улар. Быйыл иһә Санъяп ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған обелискы төҙөгәндәр.
Фронтовиктарҙың исемдәре уйылған, “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. 1941-1945” тигән яҙыу менән дәһшәтле осорҙо һүрәтләгән һындар төшөрөлгән биш таҡтаташтан тора обелиск. Ул “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында сафҡа индерелгән. Дөйөм эшкә бар халыҡ ҡушылған, район һәм республика ҡаҙнаһынан да ярҙам булған, ошо ауыл уҙаманы Ришат Исхаҡов та ситтә ҡалмай, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән.
Әйткәндәй, Санъяп ауыл биләмәһе халҡы йыл да “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша һәм биләмәгә ҡараған ауылдарҙағы төрлө проблемаларҙы уның ярҙамында хәл итә.
- “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы бик кәрәкле тип иҫәпләйем. Быға тиклем уның ярҙамында байтаҡ проблемаларҙы хәл иттек. Киләһе йылда ла ҡатнашырға тип ниәт ҡорҙоҡ. Халыҡ һәи инициатив төркөм Санъяптағы социаль мәҙәни үҙәктең ҡыйығын яңыртырға кәрәк икәнлеген билдәләне. Ысынлап та, әлеге мәлдә был бинаның ҡыйығынан һыу үтә.
Программа беҙгә изге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ, - ти ауыл биләмәһе башлығы Фәниә Әхмәт ҡыҙы Ғәлина.