Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2025, 10:15

Алма ағасынан алыҫ төшмәй

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Мораҡ башҡорт гимназияһының  2-се “б”класында белем алған Азаматтың да йыр-моңға һәләтле булыуы, сәнғәт донъяһына ынтылышы ғаиләнән киләлер: әсәһе Зөлфиә Зөлфәт ҡыҙын халыҡ моңло тауышлы йырсы, атаһы Илшат Ринат улын талантлы музыкант, йырсы булараҡ яҡшы белә. Ул “Атайҙар һәм уландар” I республика патриотик йыр конкурсында атаһы менән бергә Гран-при яулағайны, яңыраҡ тағын ҙур еңеү яуланы - был хаҡта тулыраҡ сайтта уҡығыҙ. 

Алма ағасынан алыҫ төшмәйАлма ағасынан алыҫ төшмәй
Алма ағасынан алыҫ төшмәй

 Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Йондоҙло арена” республика балалар вокал сәнғәте конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
 Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ижади һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр биреү, академик, халыҡ һәм эстрада вокалы өлкәһендә уларҙың художество мәҙәниәте һәм башҡарыу оҫталығы кимәлен күтәреү, вокал сәнғәтен популярлаштырыу  маҡсатында уҙғарылған конкурста ҡатнашыусы балаларҙың сығыштарын Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Тәнзилә Үҙәнбаева етәкселегендәге абруйлы баһалама төркөмө баһаланы.

 “Йондоҙло арена”ла республиканың төрлө ауыл-ҡалаларынан йыйылған һәләтле балалар, шул иҫәптән беҙҙең Мораҡ ауылынан Азамат Илмөхәмәтов, ҡатнашты.  “Рәхмәтем атай һиңә” тигән йырҙы башҡарған йәш йырсыбыҙ тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын үҙенең моңло тауышы, башҡарыу оҫталығы менән таң ҡалдырып, 5 йәштән 8 йәшкә тиклемге категорияла II дәрәжә дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Халҡыбыҙҙың “алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигән бик тапҡыр әйтеме бар, ысынлап та, Азаматтың йыр-моңға һәләтле булыуы, сәнғәт донъяһына ынтылышы ғаиләнән киләлер: әсәһе Зөлфиә Зөлфәт ҡыҙын халыҡ моңло тауышлы йырсы, атаһы Илшат Ринат улын талантлы музыкант, йырсы булараҡ яҡшы белә.

 Мораҡ башҡорт гимназияһының  2-се “б”класында белем алған Азаматтың был тәүге генә еңеүе түгел: быға тиклем ул  район йыр конкурстарында уңышҡа өлгәшкәйне, “Атайҙар һәм уландар” I республика патриотик йыр конкурсында атаһы менән бергә Гран-при яулағайны.

Йәш яҡташыбыҙҙы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә ижади уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фото Илмөхәмәтовтарҙың ғаилә архивынан алынды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас