Тыуған яҡтың йылы сәләме
Теләүембәт мәҙәниәт йортонда һәм ауыл китапханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эш дауам итә. Харрасова Ләлә Ғәйфулла ҡыҙы етәкселегендә ағинәйҙәр йыйылышып, телеңде йоторлоҡ кәбеҫтә тоҙлап әҙерләп тә ҡуйҙы. Яҡташтарының күңел йылыһын һалып, изге доғаларын юллап ебәргән күстәнәс-посылкалары илебеҙ именлеген, киләсәгебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәр тип ышанабыҙ. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, яугир ир - егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын ине тигән теләктә ҡалабыҙ.