Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2025, 10:56

ҺӨЙӨНӨР ӨСӨН МЕҢ СӘБӘП!

Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, шунан йөрөп киттеңме?Һөйөн - донъяла күпме кеше: "Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята…

🌀 Тәҙрәнән донъяның матурлығын: күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?
Тағы һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күрә алмаусы һуҡырҙар күпме?!

🌀 Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?
Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп: был донъяла күпме кеше ишетмәй…

🌀 Һөйләшә алаһыңмы?
Һөйөн - бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!

🌀 Яҡты, матур өйөгөҙ бармы? Һеҙ бик бай! Донъяла йортһоҙ-ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?!

🌀 Табын янына ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы?
Аллаға шөкөр ит: Ер йөҙөндә астар бик күп!
Беҙгә яп-ябай тойолған һыуға ла шөкөр итеү кәрәк. Һыуға туймаусы илдәр, халыҡтар күпме?!

🌀 Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыңмы?
Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәүселәр ҙә бик күп!
Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйек, дуҫтар!

Автор:
Читайте нас