

- Тәүҙә ҡабаҡты бешереп, иҙмә эшләп алам, бешкән һыуын да түкмәйем, шуны ҡушып, әсетеп ҡәҙимге баш яндырам. Ҡабарып сыҡҡас, бер аҙ шәкәр ҡомо өҫтәп, бер йомортҡа, әҙерәк май һалып икмәк баҫам да, тағы йылы урынға ҡуям. Ҡалҡып сыҡҡас, бәләкәй генә йомро икмәктәр яһап, мейескә ултыртам, әҙерәген алып ҡалып, майҙа ла бәрәмәстәр бешерәм. Балалар ҙа яратып ашай, үҙемә лә бик оҡшай.
Бер мәл, балалар килгәндә файҙалы тип, ҡабаҡ бешерҙем. Картуф та ҡыҙҙырғайным, уны ашанылар, ҡабаҡ ятты ла ҡалды. Туҡтале, әрәм булмаһын тип, иҙеп, икмәк әсеттем. Һары ғына, нурлы ғына икмәкте балалар бик яратып ашаны.
Быйыл ҡабаҡ ғәләмәт уңды, рәхәтләнеп бешерергә була. Ауылыбыҙҙа үткән ҡабаҡ байрамына ла ошо икмәгемде бешереп алып сыҡтым, бик оҡшаттылар.
Ҡабаҡ иҙмәһенән ҡоймаҡ та ҡойорға була, бисквит кеүек тәм-томға ла ҡушып ебәрергә мөмкин. Бешеренеү ҙә, үҙенә күрә ижади шөғөл бит ул, - Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы.
Әйткәндәй, Зөлфиә апай яңыраҡ “Күңелдә шиғыр тыуа” тип аталған унынсы китабын ҡулына алды.
Иҫәнғолда баҫылған был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, шулай уҡ балалар өсөн дә, төрлө саралар уңайынан да яҙылған ижад емештәре, “Серле сана”, “Яңы йыл төшө” әкиәттәре ингән, ғаилә фотолары ла урын алған.
Авторҙың шиғырҙары, мәҡәләләре беҙҙең “Мораҙым” гәзитендә даими баҫылып тора. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа тотона, күңелендә тыуған шиғыр юлдарын яҙа-яҙа, 2013 йылда бер шәлкемлек йыйылып китә. Нәҡ шул йылда “Бәхетлемен” тип аталған тәүге китабы донъя күрә. Уның шулай уҡ “Был ергә мин юҡҡа килмәгәнмен”, “Күгәрсенем –алтын бишегем”, “Яралы яҙмыштар”, “Театр –ул тормош, театр – ул йәшәйеш” “Үрген йәйләүендә йәшәүселәрҙең хәтирәләре”, “Тылсымлы балдаҡ” һәм башҡа китаптары үҙ уҡыусыларын тапҡан.
- Беренсе шиғырымды бәләкәй класта уҡығанда яҙып, “Йәш ленинсы” гәзитенә ебәргәйнем. Шиғырымды төҙәтеп, күберәк шиғырҙар уҡырға ҡушып, хат яяҙып ебәрҙеләр. Гәзиттә баҫмағанға үпкәләп, күңелемә килгән юлдарҙы эстән генә һөйләй-һөйләй яңғыҙым ҡалырға ярата инем. Балалар янымдан китеп бөткәс, яңғыҙ ҡалғас, ҡағыҙға теркәй башланым. Үҙем өсөн генә яҙа инем шиғырҙарҙы. Беренсе уҡыусыларым да балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем булды. Ауылдаш шағир Зөфәр ағай Вәлитов та, шиғырҙарҙы уҡып сыҡҡас, матур кәңәштәрен бирҙе. Уға рәхмәтлемен. Зөфәр ағайҙың кәңәшен тотоп, район гәзитенә ебәрҙем.
Шиғырҙарымды ауыл сәхнәһендә уҡығанда ла яратып ҡабул итәләр, йыш ҡына “Юлдаш” радиоһы тулҡындарында ла ишеттерәм, район гәзитенән тыш, “Кызыл тан” гәзитендә, “Әллүки” журналында баҫылып тора, “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә лә ҡатнаштым, - тип яҙа автор китабының баш һүҙендә.
Зөлфиә Хәйбуллинаның ижады Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия менән дә баһаланды.
Уға киләсәктә лә ҡәләмен ташламай, матур шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр яҙып, гәзит уҡыусыларҙы ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ!
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА әҙерләне.
Ҡабаҡ
Яҙҙың матур көнөндә,
Сәстек баҡсаға ҡабаҡ.
Тәрбиәләп, һыу һибеп,
Үҫтерҙек яҡшы ҡарап.
Ҡушымта:
Ай- һай-һай, ҡабаҡҡай,
Беҙ бит һине ҙурлайбыҙ.
Нигә тәмле һин шулай –
Һине маҡтап туймайбыҙ.
Үҫәләр ҡабаҡтарыбыҙ,
Матур булып, ҙур булып.
Мул булды уңыш быйыл,
Яталар баҡса тулып.
Ҡабаҡ – ул бик файҙалы,
Әҙерләйбеҙ мул табын:
Бәлеш, бутҡа, ҡайнатма,
Ҡабаҡ икмәге тағын.
Һап-һары матур ҡабаҡ,
Күҙҙе бик ҡыҙыҡтыра.
Шуны яҡшы белегеҙ,
Ҡабаҡ көстө арттыра.
Зөлфиә ХӘЙБУЛЛИНА.
Фото.