

Исем почта бүлексәһенә ҡараған ауылдарҙа ла гәзит-журналдарҙы башлыса оло йәштәгеләр алдыра. Был хаҡта беҙгә почтальон Мансур Байғазаҡов һөйләй:
- Беҙҙең ауыл һәр ваҡыт матбуғат менән дуҫ булды. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡанда “Ағиҙел” журналына яҙылыу эстафетаһына әүҙем ҡушылдыҡ. Яҙыусы Әхмәр Үтәбаев та беҙҙең ауылда халыҡ менән осрашып, матур саралар үткәргәйнек.
Исем почта бүлексәһендә ике почтальон эшләй. Киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу әүҙем бара.
Минең участокка Бәләкәй Исем, Сәлих, Серп и Молот, Сарат утарҙары, Яңауыл ауылдары ҡарай. Һәр ауылда гәзит-журналдарға даими яҙылған уҡыусыларыбыҙ күп. Ололар ҙа, йәштәр ҙә үҙебеҙҙең район гәзите “Мораҙым”ды яратып уҡый. Сәлих ауылынан Сәлимйән Ғәйепйәнов, Ғәфирә Сәлихова, Тәнзилә Садиҡова, Яңауылдан Йәмил Абдрахманов, Хәбир Аҫылбаев, Риф Ғайфуллиндар иң күп баҫма алдырыусылар рәтендә. Ауылдашыбыҙ Сәлимйән ағай Ғәйепйәновҡа 89 йәш булһа, Ғәфирә апай Сәлиховаға – 86. Улар, оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, матбуғаттың иң тоғро дуҫтары. “Йәшлек”, “Мораҙым” гәзиттәрен, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Бәрәкәт”, “Диләфрүз” журналдарын яратып уҡыйҙар. Яңауылдан Йәмил Абдрахманов 10 төрлө гәзит-журнал алдыра.
Электр уты һәм газ квитанцияларын йыйып түләйбеҙ, шул рәүешле ололарға ярҙам күрһәтәбеҙ, түләүҙәрҙең дә өлкәндәр белеп етмәгән үҙ нескәлектәре бар.
Киләсәктә лә матбуғат менән дуҫлығыбыҙ өҙөлмәҫ тип ышанам. Сөнки беҙ бала саҡтан башҡорт баҫмалары менән дуҫ. Өйгә гәзит-журнал килмәй торһа, күңелдең бер мөйөшө китек, үҙеңде донъянан артта ҡалған һымаҡ тояһың. Хөрмәт иткән “Мораҙым” гәзитенә халыҡ менән бергә булғандары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, яҡташтарыбыҙ тураһында йөкмәткеле мәҡәләләр уҡып, ил-йорт хәбәрҙәрен белеп торабыҙ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ, - ти Мансур Байғазаҡов.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА яҙып алды.
Фотолар ғаилә архивынан алдынды.