Манһыр ауылы Баймаҡ менән Сибай араһында ғына урынлашҡан. Оло юлдан 8 саҡрым самаһы ғына. Әммә ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ошо ғына арауыҡ та урау һымаҡ тойола. Ауылға юлды таба алмай кире боролғандар ҙа бар, ә кемдәрҙер киреһенсә бер ниндәй ҡаршылыҡҡа, ҡатмарлыҡҡа осрамай, ыңғай ғына барып та етә. Был да әүлиәнең хикмәте.
Мөжәүир хәҙрәт 1876 йылдың 21 ғинуарында Манһыр (Бәхтегәрәй) ауылында донъяға килә. Уға ун йәш тирәһе булғанда уларҙың йортона Зәйнулла Рәсүлев килә һәм Мөжәүирҙе уҡытырға кәңәш итә. Малай Муллаҡай ауыл мәҙрәсәһендә белем ала.
1939 йылда фашистик Германия менән буласаҡ һуғыш тураһында әйткәс, НКВД тарафынан ҡулға алына. Һорау алғанда, һүҙҙәрен ҡабатлай һәм «халыҡ дошманы» һаналып, иң юғары хөкөмгә ебәрелә. Әммә ауылдаштары судта уны яҡлап сыға. Мөжәүир хәҙрәт 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Алты йыл ултырғандан һуң, 1945 йылда төрмә администрацияһы һорауы буйынса ваҡытынан алда сығарыла. Төрмә хужаларын, уларҙың туғандарын һәм һаҡсыларын дауалаған була. Үҙенең ауылына кире ҡайта ла, унан бүтән бер ҡайҙа ла китмәй. Һуңғы көнөнә тиклем дауалауға һәм кәңәшенә мохтаж булғандарҙы ҡабул иткән.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа уның тыуған йылын 1882 йыл тип яҙалар. Әммә уның ҡәбер ташында 1876 йылда тыуған тип яҙылған.
Альмира Ғирфанова тигән бер апай ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашып, бына нимә яҙа:
"Урыны ожмахта булһын, минең атайым менән әсәйем әүлиәгә ике тапҡыр барҙылар. Шәп әүлиә ине, минең йәшкә етәһегеҙ тип әйткән һәм ҡәреҙле кешеләрем 91 йәштә вафат булдылар. Шулай булғас, әүлиә лә 91 йәштә вафат булған".