

Һуғышта алған яралары һәр ваҡыт һыҙлап, иҫенә төшөрөп торҙо. Ләкин ул бирешмәне, совхозда төрлө эштәрҙә лә йөрөнө, төҙөүсе лә булып эшләне.
Бер ваҡиға иҫемә төштө: ауылда кирбестән ферма төҙөйҙәр, йәйге эҫе көн. Атайым да шул төҙөлөштә ине. Әсәйем айран яһап бирҙе лә, миңә алып барырға ҡушты. Төҙөүсе ағайҙар айранды тәмләп, рәхмәт әйтеп эсеп ҡыуандылар.
Хөббулла ағай менән Фәрхәбаныу апай алты улға ғүмер бирҙеләр. Улар үҙҙәре лә кешегә ярҙамсыл, яҡшы күңелле, ауылыбыҙҙа үрнәк булырлыҡ дан ғаиләләр иҫәбендә булды. Балаларын да тәртипле, эшсән, ярҙамсыл итеп тәбиәләнеләр. Улдарының барыһы ла ауылыбыҙҙағы матур, тәртипле ҡыҙҙарҙы тормош иптәше итеп һайланы. Ата-әсәләре кеүек үрнәк ғаилә ҡорҙолар, төрлө яҡта йәшәһәләр ҙә, әниәләре янына йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар.
Фәрхәбаныу апайҙың 12 ейән-ейәнсәре, 24 бүлә-бүләсәре бар. Салауат ҡалаһында йәшәгән ейәне Руслан күптән махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Ауылдан барған егеттәр ялға ҡайтҡанда Русланды күрҙек тип ҡыуандырҙылар. Иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтырға насип булһын барыһына ла.
Йөҙгә етеп барһа ла Фәрхәбаныу апай өйҙә генә ултырмай. Йәйгеһен урамдағы эскәмйәгә сығып, ауылдаштары менән һөйләшеп, аралашып тора. Өйҙәре мәсет янында ғына урынлашҡан, йома намаҙына ла инә, матур итеп көйләп доғаларын уҡый.
Фәрхәбаныу апайға ҡыуаныслы көндәрҙә, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүен теләйбеҙ.
Зөлфиә ХӘЙБУЛЛИНА.
Күгәрсен ауылы.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.