

Бәхеткә күрә, ата-бабалары һайлаған ергә хыянат итмәгән, нигеҙҙәренә тоғролоҡ һаҡлаған, балаларының киләсәген уйлаған аҡһаҡалдар, ил инәләре ауылды һаҡлап ҡала.
Башҡа ауылдарға ҡарағанда сағыштырмаса йәш иҫәпләнгән Юлбаш халҡы ла ил яҙмышын иңендә күтәрә, ирҙәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яланында сыныға, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тылда тир түгә. Фронтҡа ауылдан 31 ир-егет китә, шуларҙың 12-һенә генә кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Яугирҙарын халыҡ онотмай, уларҙың исемен, ҡаһарманлығын мәңгеләштергән.
Ауыл осонда урғылып аҡҡан шишмә һыуына Ялсы биләмәһе генә түгел, күрше-тирә төбәктәрҙән дә килеп алалар. Халыҡ уны “фонтан” тип йөрөтә. Был шишмәгә хәҙер йөҙ йыл самаһы. Бынан 10 йыл элек шәжәрә байрамында Хоҙайбирҙин ауылының ул ваҡыттағы имам-хатибы бына нимәләр һөйләгәйне: “Мин 1932-1972 йылдарҙа ошо ауылда йәшәнем. 1925-1927 йылдарҙа Динислам Хисаметдинов, Хәбрәй Мәлихов Щербаки утарынан ҡарағас ағасы алып ҡайтып, шуның эсен быраулап тишеп, торба яһап, шул торбаларҙы тимер ҡоршау менән тоташтырып, нығытып шишмәгә һыу юлы яһағандар. Ҡарағас, һыу тейһә тағы ла ҡатып, ташҡа әйләнә, бына шундай мәңгелек ҡоролма эшләп ҡуя улар. Кешенең төп эсер һыуы ул булды. Фонтан һымаҡ урғылып торған сығанаҡта балалар ҙа рәхәтләнеп уйнай торғайны”.
Заманында Юлбашта һарыҡ, тауыҡ фермалары, магазин, мәктәп, мәҙәниәт усағы ла булған, колхозда ҡортсолоҡ тармағы ла киң үҫешкән була. Әле лә малсылыҡ, ҡортосолоҡ иҫәбенә йәшәгәндәр бар.
Ауыл бәләкәй генә булһа ла, ҙур шәхестәр, күренекле кешеләр сыҡҡан унан. 2009-2017 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы вазифаһын атҡарған яҡташыбыҙ Ғәли Хәйретдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Фирҙәүес Фарғанова, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Зөфәр Хәйретдинов, подполковник Мөбәрәкша Багданов, нейрохирург Венер Яҡупов, “Почет билдәһе” ордены кавалеры Ингел Хәйретдинов, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы Миңнира Хәйретдинова, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Почет билдәһе ордендары кавалеры Зиннур Хисаметдинов, оҙаҡ йылдар колхозда бригадир булып эшләгән Марат Ямғуров, иҫән сағында ауылда үткән бөтә мәҙәни сараларҙы уртаһында ҡайнап йөрөгән мәрхүм Ришат Ямғуров, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәриҙә Мәлихова һәм башҡа һөнәр эйәләре биргән был бәрәкәтле төбәк.
- Ауылыбыҙҙа, ысынлап та, уңған, эшһөйәр, йүнсел кешеләр йәшәй. Үҙ-ара татыу булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, тырышып донъя көтәбеҙ. Яңыраҡ өлкән ауылдашыбыҙ – һуғыш балаһы Миңъямал инәй менән уның килене Лилиә Ямғуроваға күмәкләп ҡаҙы тултырыу өмәһенә йыйылдыҡ. Был үҙенсәлекле йола беҙҙә генә түгел, күп төбәктәрҙә һаҡланғандыр. Ил-йорт хәлдәре тураһында һөйләшә-һөйләшә башҡарған эш ыраны, бәрәкәтле булды. Эш бөткәс, Миңъямал инәйҙең ил именлеге өсөн уҡыған доғаларын тыңлап, бергәләшеп сәй эстек. Уларҙың бергә татыу донъя көтөүҙәренә 30 йыл да булып киткән.
Махсус хәрби операция биләмәһе яугиры Марат Үҙәмбаевтың тормош иптәше Гәүһәр апайға утын ярып, өйөп бирҙек. Күмәк ҡулға эш ҡарышмай, “һә” тигәнсе ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләп тә ҡуйылды, - ти Әлфинә Ямғорова.
- Ауылдаштарға ҙур рәхмәт, бар яҡлап та иғтибар күрһәтәләр. Халыҡтар берҙәмлеге көнө лә күтәренке кәйефтә үтте. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашҡас, һәр ерҙә әүҙемлек күрһәтергә лә тырышабыҙ. Юлбаш шишмәһе һыуынан самауыр ҡайнатып, уңған хужабикәләр бешергән тәмле –тәмле бәлештәр, сәк-сәк, ҡоймаҡ, емеш-елмәк ҡайнатмалары менән хуш еҫле үлән сәйе эстек. “Самауыр сәйе” байрамы барыбыҙға ла оҡшаны, һөйләшеп, күңел бушатып та алдыҡ, киләсәккә үҙебеҙгә уй-ниәттәр ҙә ҡорҙоҡ, - ти рәхмәт һүҙҙәрен еткереп Гәүһәр Үҙәмбаева. Әйткәндәй, уларҙың икеһенең дә яҡын кешеләре Махсус хәрби операцияһы биләмәһендә хеҙмәт итә.
Ил төкөрһә, күл була тигәндәй, юлбаштар берҙәмлектә һынатмай. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ла уңышлы ҡатнашып, изге ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙарын теләйек.