

Бөркөттәй дүрт улдың изгелекле әсәһе ул. Бер бөркөтөн, өлкән улын был көҙҙәрҙә армияға оҙатты. Ә тормош юлдашы, һөйөклө улдарының ҡәҙерле атаһы бер йылдан артыҡ хәҙер алғы һыҙыҡта илебеҙ һәм еребеҙ именлеге һағында. Бер түгел, ике Ватан һаҡсыһына имен юлдар, аҡ теләктәр теләп янған әсә һәм батыр яугир ҡатыны эстән генә ут йоталыр ҙа, ҡайһы берҙә оҙайлы төндәрҙе лә керпек ҡаҡмай үткәрәлер... Әммә бер һыҡтанмай, һәр саҡ күңел көрлөгөн һаҡлап, бар көс-ғәйрәтен тынғыһыҙ хеҙмәткә йүнәлтеп, эргәһендәге өс тағандай өс улын йөрәк наҙына, күңел йылыһына төрөп, тормошта балҡып-янып йәшәй ул Гөлназ. Тап шул сабыр йәнлелеге, бөтмөрлөгө, тормошто нисек бар шулай ярата белеүе, гел яҡшылыҡҡа, изгелеккә ышаныуы һәм ынтылыуы менән күңелде арбай ҙа инде.
Ибрай ауылының уңған килене үҙе лә ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән. Пак күңелле итеп уны был ергә аҡ буранлы ҡыштар яралтҡан. Ул 1986 йылдың 5 февралендә Ураҡай ауылында биш бала тәрбиәләгән Таңһылыу Абдулла ҡыҙы менән Әхтәм Шәйхислам улы Ниязғоловтар ғаиләһендә икенсеһе булып тыуа. Ғаиләһе яҡындағы Иртөбәк ауылына күсеү сәбәпле, Гөлназдың бала сағы шунда үтә. Башланғыс белемде лә Иртөбәк мәктәбендә алып, 5-се класта уҡыуын Мораҡ 2-се урта мәктәбендә (хәҙерге Башҡорт гимназияһы) дауам иттерә. Бәләкәстән теремек булған, дәрте ташып торған ҡыҙ мәктәптә уңышлы эшләгән бейеү түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә, матур сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ғаиләлә бер бөртөк ҡыҙ булһа ла, иркәләнеп-наҙланып түгел, бик иртә әсәһенең ҡул араһына инеп, сибек кенә ҡулдары менән һәүкәштәрҙе һауып, туғандары менән тынғыһыҙ ауыл эшендә сынығып буй еткерә. 9-сы кластан һуң Мораҡ ауылындағы һөнәрселек училищеһында усадьба хужабикәһенә уҡый, бухгалтер һөнәрен дә үҙләштерә.
Училищены тамамлағас, һөйгән йәре менән ҡауышып, 2004 йылдың йәмле йәйҙәрендә Ибрай ауылына килен булып төшә. Эштән ҡурҡмаҫ йән бер осор магазинда һатыусы булып эшләп хеҙмәт тәжриәбәһе туплай, ул заманда ауылда гөрләп торған балалар баҡсаһында, мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Белем усағының ишектәре ябылғас та, эшһеҙ тормай. Кинйәһе менән декрет ялынан сыҡҡас, ике йыл почтальон “ҡамытын” кейеп, Ибрай-Игебай-Иртөбәк-Ураҡай ауылдарына хат, гәзит-журнал тарата. Артабан өс йыл район үҙәгенә йөрөп эшләй, Мораҡ үҙәк район дауаханаһында санитар эшен бар күңелен һалып башҡара. Ә тормош иптәше ғүмер баҡый урман хужалығында намыҫлы хеҙмәт күрһәтә. Ерҙең ҡәҙерен, ауыл тормошоноң йәмен-тәмен тойоп йәшәүсе йәштәр ҡура тултырып мал, ихата тултырып ҡош-ҡортон аҫрап, улдарын да ауыл эшенә өйрәтеп үҫтерә.
Ҡалаға йәшәргә күскәс, Гөлназға ҡайһы бер ҡатындар кеүек яугир тормош иптәшенең лайыҡлы эш хаҡына наҙланып ятһа ла булыр ине лә... Юҡ, ауыл тормошонда бал ҡортондай тик тормаҫҡа күнеккән бөтмөр зат шунда уҡ Ишембай үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегенә санитар булып эшкә сыға. Әйтеүе генә анһат! Ауырыуҙарға ярҙам ҡулын һуҙған да, уларҙы бала урынына көйләгән дә, шул уҡ ваҡытта стерилле таҙалыҡ өсөн яуа биргән дә – улар! Тик кешеләрҙе, хеҙмәтте һөйгән Гөлназ үҙ эшен яратып башҡара, сменаһынан һуң улдарына тейешле иғтибар, күңел наҙын бүлә.
Улдар тигәндән... Егәрле әсә-атаның улдары хәҙер һөлөктәй булып буй еткергән. Өҫтә телгә алып үткәнсә, иң өлкәне Алмаз егет ҡорона инеп, Ватан һағына баҫҡан. Ауыл эше менән сыныҡҡан, хәрби бурысын хәүефле биләмәләр сафына индерелгән Белгород яғында үтәүсе егет хеҙмәттә лә һынатмаҫ әле. Бары тик йөрөгән юлдары имен булһын!
Икенсеһе – Артур Мораҡта З.Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлап, әлеге ваҡытта Ишембай нефть колледжының 2-се курсында нефть-газ табыу һәм эшкәртеү буйынса скважиналар операторына уҡый. Атаһы махсус хәрби операцияла булғанлыҡтан льгота менән инһә лә, ул белемгә лә, спортҡа ла әүәҫ, көрәш буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Өсөнсөһө – Ильяс Ишембай ҡалаһының 3-сө һанлы урта мәктәбендә 8-се класта уҡый, гел матур билдәләргә өлгәшкән үҫмер атаһына һәм ағаһына оҡшап спорт яғынан да ныҡ, көрәш секцияһында шөғөлләнә. Кинйәләре – Динислам шул мәктәптә 3-сө класта ғына уҡый әле. Ағаларына эйәреп, ул да бил бирмәҫ батыр булып үҫер әле.
Гел ауылды һағынып тороусы кесе улдары моңаймаһын өсөн дә, ҡаланың мәҙәни тормошона йәлеп итеү маҡсатында ла изге күңелле, хәстәрлекле йәнле әсә уларҙы мәҙәни сараларға йыш алып бара. Даими рәүештә спорт һарайына бассейнға ла йөрөйҙәр (яугир балаларына бушлай – авт.). Ә хәләл ефете баҡыйлыҡҡа күскәс килене эргәһенә йәшәргә күскән ҡәйнәһе уға ла, ғәзиз ейәндәренә лә һәр яҡлап терәк булып тора.
Улдары өсөн йән атып тороусы Гөлназ - иртә таңдан ҡара төнгәсә ҡәҙерлеһенә, донъяларға именлек теләп аҡ доғаларҙа ҡалған мәрхәмәтле, иманлы йөрәкле, ышаныслы, тоғро ҡатын.
Һөйөклөһө, ил батыры бик иртә атай наҙынан мәхрүм ҡала. Әсәһе Винера Минниғужа ҡыҙына уң иңен ҡуйып, үҙенә атайҙарса хәстәрлелек күрһәтеп үҫтергән мәрхүм үгәй атаһы Баязит Фрунзе улына ул сикһеҙ рәхмәтле. Ибрай мәктәбендә уҡығанда физик яҡтан ныҡлығы менән айырылып торған үҫмер урындағы һөнәрселек училищеһында ысын ир-егеттәр һөнәрҙәрен үҙләштереп, әрме сафына баҫа. Хәрби бурысын элиталы һауа-десант ғәскәрҙәрендә Чечня ерендә үтәргә тура килә. Ашығыс хеҙмәтенән һуң сая рухлы, ҡурҡыу белмәҫ һалдат контракт буйынса тағы ла Чечняла хеҙмәт итә. Илебеҙгә оло афәт ябырылғас та, үҙен һәр саҡ Ватанының тоғро улы тип тойған хәрби хәрәкәттәр ветераны ситтә ҡала алмай, 2024 йылдың апреленән йәнә лә ил һағына баҫа.
Әлбиттә, ике тапҡыр Чечня “мәктәбендә” ныҡлы хәрби әҙерлек үткән, һәр яҡлап сыныҡҡан, типһә тимер өҙөрлөк ир аҫылы штурмлаусылар төркөмөнә эләгә. Был утлы яуҙа иң ауыр йөк улар иңенә төшә – зәңгәр күктән яуған дрондар аҫтында һәр нөктәне, һәр һуҡмаҡты, һәр объектты тикшереп, һәр аршин ерҙе ҡан һәм тир тамсылары менән яуларға тейеш улар. Бер шулай хәрби задание үтәгәндә, батыр яҡташыбыҙ “Али” ут эсендә ҡалып ҡаты йәрәхәтләнә. Госпиталдә ятып дауаланып сығыу менән йәнә лә алғы сафҡа баҫа. Сая рухлы яугир алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үткән йылдың декабрендә РФ Оборона министрлығының 2-се дәрәжә “За воинскую доблесть”, быйыл февраль айында “За отвагу” миҙалы менән бүләкләнә. Йәйгеһен лайыҡлы отпускыһына ҡайтҡанда, ул еңеүҙең беҙҙең ҡулдарҙа буласағына ҙур ышанысын белдерә. Ҡырыҫ хәрби шарттарҙа ла уның йөрәге тупаҫланмаған – һирәк кенә шылтыратҡанда ла дүрт бөркөтө, һөйөклөһө, ғәзиз әсәһенә булған һөйөү-наҙын, ихтирамын белдертеп өлгөрә. Иң тәүгә оло юлға оҙатҡанда ҡәҙерле Гөлназы түш кеҫәһенә тыҡҡан доғалыкты ҡәҙерләп һаҡлай һалдат. Хоҙайға ышаныуы уны көслө итә, йөрәгендә иманы булғанға рухы ла ныҡ уның. Һөйөклөһө теләгән аҡ теләктәр ҙә бойомға ашып, “Али”ның да, хөрмәтле яҡташ яугирҙарҙың да имен-аман ҡайтып инеренә, донъяларҙың тынысланыуына шул тиклем ышанғы килә! Ә дүрт бөркөттөң сабыр йәнле, изгелекле әсәһенә, ҡулдарына күҙ эйәрмәҫ уңған гүзәл затҡа - Гөлназға йәнә лә сабырлыҡ, йөрәгенең талымһыҙ булыуын теләргә ҡала.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.