Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2025, 12:02

Еребеҙгә ырыҫ өҫтәгән, йәм өргән дә – ул Әсә!

 Әсә көнө юҡҡа ғына мул уңышлы көҙҙәрҙә билдәләнмәйҙер. Күңел йомартлығында әсәләргә тиңдәр юҡ шул был яҡты ер йөҙөндә! Нәҡ уларҙың иркә ҡарашынан, наҙлы һүҙҙәренән, моңло бишек йырҙарынан һәр сабыйға ҙур һәм яҡты донъяға ишектәр асыла... Уларҙың аҡ теләктәре, хәйер-доғалары, өгөт-нәсихәттәре ғүмер баҡый тормош юлынан оҙата бара - ел-ямғырҙан ҡурсалай, яуызлыҡтан аралай; гел изгелеккә, яҡтылыҡҡа ынтылыш бирә. Еребеҙҙең ырыҫын арттырған да, уға йәм өргән дә – ул Әсә!  Һүҙебеҙ ҙә бөгөн биш баланың йомарт күңелле әсәһе, “Әсәлек даны” миҙалы эйәһе – Һапаш ауылында йәшәүсе Эльвира Үзбәкова хаҡында.  

Еребеҙгә ырыҫ өҫтәгән, йәм өргән дә – ул Әсә!Еребеҙгә ырыҫ өҫтәгән, йәм өргән дә – ул Әсә!
Еребеҙгә ырыҫ өҫтәгән, йәм өргән дә – ул Әсә!

- Йәмле йәйҙә, Рәсәй көнө кеүек мәртәбәле сарала “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләүҙәре минең өсөн бер яҡтан ҙур байрам һымаҡ тойолдо, икенсе яҡтан,  әлбиттә, яуаплылыҡ тойғоһон өҫтәне. Биш баланың әсәһе булыуым менән ғорурланам, был – оло бәхет! Тормош иптәшем дә иҫ киткес бала йәнле, бар яҡлап ныҡлы терәк, - ти ул ихлас күңелдән.

 Оло йөрәкле әсә генә түгел яҙмабыҙ геройы, 20 йылға яҡын  ғүмер йомғағын татыулыҡта һәм мөхәббәт-наҙҙа һүтеүсе тормош юлдашы Рәил Рәмил улы өсөн һөймәлекле, хәстәрлекле ҡатын да, үҙе уҡытҡан балаларға күңел наҙын тиң өләшеүсе хөрмәтле уҡытыусы, намыҫлы мәғариф эшсәне лә. 

   

 Йәшлек дәрте осҡонло ҡарашынан уҡ һирпелгән Эльвира Хәлит ҡыҙы тамырҙары менән Ҡырмыҫҡалы районынан. 1983 йылдың алтын көҙҙәрендә эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә яҡты донъяға килгән. Әсәһе Илүзә Ғәзим ҡыҙы типографияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, атаһы Хәлит Сибәғәтулла улы бар ғүмерен водитель һөнәренә бағышлаған. Пенсия йәшендә булһа ла, әлеге ваҡытта Ҡырмыҫҡалы дауаханаһында “Ашығыс ярҙам” машинаһын йөрөтә. Эльвира, өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, һылыуы Әлфиә менән ҡустыһы Ильмир өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тойоп, туғандарына хәстәрлек күрһәтеп буй еткерә. Ҡырмыҫҡалы 1-се һанлы урта мәктәбендә уҡыған осоронда белемгә лә, спортҡа ла әүәҫ була. Изге һөнәр эйәләренә булған ихтирам хисе һәм теүәл фәндәргә булған ҡыҙыҡһыныуы уны Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетына илтә. 2001-2006 йылдарҙа математика һәм информатика бүлегендә төплө белем алған ҡыҙ тәүҙә башҡа өлкәлә эшләп ҡарай, тик күңеле менән мәктәп эшенә тартыла. Ниһайәт, 2007 йылда Хоҙайбирҙин урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эш башлай. Өлөшөнә төшкән көмөшөн дә шул мәлдә осрата. Бер-береһе өсөн йән атып тороусы ғашиҡтар өс айҙан ҡауышып, йәмле йәйҙә йәшлек туйын гөрләтә. 

 

 Һапаш ауылына килен булып төшкәс, тәүге йылдарҙа ҡәйнә-ҡайны йортонда йәшәргә тура килә. Икенсе балалары тыуғас, йәш ғаилә үҙенең тырышлығы һәм әсәлек капиталы кеүек дәүләт ярҙамынан да файҙаланып күркәм йорт һалып, ошо уңғандар төйәгенә төпләнә.

 Ике улға ғүмер бүләк иткән Әлфира Фәрит ҡыҙы менән Рәмил Рәшит улы (мәрхүм булыуына 13 йыл) Үзбәковтарҙың эшһөйәр ғаиләһендә тыуып үҫкән Рәил ысынлап та булдыҡлы заттан булып сыға. Егәрле, таһыллы ир аҫылы биш баланың өлгөлө атаһы ла, һөйөклөһө өсөн ышаныслы терәк, ныҡлы донъя тотҡаһы ла. Хоҙайбирҙин урта мәктәбенән һуң урындағы һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштереп үҙенең хеҙмәт юлын колхозда башлаған егет, колхоз-совхоздар тарҡалғас та, албырғап ҡалмай. Яйлап малын ишәйтеп, хәләл тир тамсылары ярҙамында килемен арттырып, ғаиләһенең матди яғын нығытырға әмәлен таба. Әлеге ваҡытта биш-алты ауылдан һөт йыйып район үҙәгенә тапшырып, мал тотҡан уңғандар мәнфәғәтен дә хәстәрләй. Ҙур шәхси хужалыҡта иртә таңдан эңер төшкәнсегә тиклем эш бөтмәһә лә, бала йәнле һәм изге күңелле атай булараҡ, балалары менән бергәләп шашка, шахмат уйнап ял итергә лә, уларҙы эшкә өйрәтергә лә ваҡытын таба.

 Иң өлкәне, иң тәүге мөхәббәт емештәре – 16 йәшлек Рафаэль күптәндән инде атаһының уң ҡулына әүерелгән, ысын ир-егеттәр һөнәрен дә юҡҡа ғына һайламаған. Мәләүездә күп профилле һөнәрселек колледжында ауыл хужалығы техникаһы механигына уҡыған һәм физик яҡтан нығыныу маҡсатында самбо менән шөғөлләнгән егет киләсәктә лә атаһына терәк булып, шәхси хужалыҡ үҫтереп, тыуып үҫкән төбәгенең ырыҫын арттырып йәшәргә теләй. Тимәк, булдыҡлы атаһына оҡшап, Рафаэльдан да киләсәктә үҙ еренең ысын хужаһы сығырына өмөттәр ҙур.

 Буй еткереп килеүсе сәскәләй ҡыҙҙары уҡыуға ла, спортҡа ла әүәҫтәр, ә өйҙә әсәһенең ҙур ярҙамсылары. Хоҙайбирҙин урта мәктәбенең 8-се класында уҡыған Сафия олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, химиянан район кимәлендә уҙған олимпиадала 2-се урын алған, төп фәндәрҙән дә ҡаҙаныштары күҙгә күренерлек. Теннис, волейбол, шахмат уйындарынан да ситтә ҡалмай.

 Ғәлиә шул мәктәптә 4-се класта уҡый. Уҡыуҙан гел матур билдәләргә өлгәшеп килһә лә, иң яратҡан дәресе – физик культура.

 Дүртенсеһе – Дилә быйыл Хоҙайбирҙин мәктәбенең 1-се класына уҡырға килгән. Зирәклек, белемгә әүәҫлек буйынса апайҙарынан һис ҡалышмаған ҡыҙ шашка уйнарға, китап уҡырға ярата.

 Ә бишенсеһе, иң бәләкәстәре – Динәгә әлегә 3 йәш кенә. Теремек ҡыҙ Ялсы ауылындағы балалар баҡсаһына ҙур теләк менән йөрөй.

 Эльвира менән Рәил Үзбәковтар балаларын да үҙ өлгөһөндә эшкә өйрәтеп, ауыл эше менән сыныҡтырып үҫтерергә тырыша. Бәләкәстәре йәмле йәйҙәрҙә ҡаҙ бәпкәләрен көтөшһә, өлкәнерәктәре малын ҡараша. Уңғандар баҡса үҫтереп, көҙгөһөн мул уңыш алып ҡыуана. Йөрәк наҙын һалып үҫтергән баҡса емеше, тир менән тапҡан һөт ризығы – бөтәһе лә тәбиғи; ә дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыу һау-сәләмәт тормошҡа ла нигеҙ һала. Ихаталарында еләк-емеше ҡыҙарып бешһә лә, егәрле әсә, ҡулдарынан гөл тамған өлгөр хужабикә ҡыҙҙары менән ҡырға сығып ер еләген йыйырға ла ярата; балаларын бишбармаҡ, ваҡ бәлеш, өсмөйөш кеүек милли ризыҡтар менән һыйлай. Ул иркәләп-наҙлап үҫтергән бүлмә гөлдәре балаларҙың шат йөҙө менән былай ҙа нурлы күренгән йорттарына тағы ла йәм өрә, нур бөркә.

 

 Ә өйөндә, хужалыҡта ныҡлы терәге, бер түгел, әллә нисә ярҙамсыһы булғас, Эльвира Хәлит ҡыҙы эшенә лә шат йөҙ, көр күңел менән бара. Хоҙайбирҙин мәктәбенең математика уҡытыусыһы булараҡ, уға уҡыусыларға төплө белем биреү менән бер юлы уларҙы төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарына ла ныҡлы әҙерләргә кәрәк. Үткән уҡыу йылында 9-сы класты ун өс бала уңышлы тамамлап, үҙ көстәренә ышанған дүрт уҡыусы 10-сы класта уҡыуын дауам иткән, балалар кәрәкле фәнде ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә икән - бында тырыш, талапсан математика уҡытыусыһының да өлөшө тос. Ни тиһәң дә, мәктәптәрҙә төп фәндәрҙе, йәғни рус теле һәм математиканы, алып барыусы уҡытыусылар иңенә иң ҙур яуаплылыҡ төшә, сөнки был фәндәр һәр кемгә мотлаҡ, ә биремдәрҙең йылдан-йыл ауырлашыуы, ҡатмарлаштырылыуына үҙебеҙ шаһит булып торабыҙ. Әммә Эльвира Үзбәкова мәктәп йылдарынан күңеле ятҡан фәндең нескәлектәренә балаларҙы ла төшөндөрөп, эшен ихлас башҡара һәм үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Бала сағынан яратҡан теннис, волейбол уйындарынан да ситләшмәй, район ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Ҡыҫҡаһы, мәктәп тормошонда һәм спортта ҡайнап йәшәй. Эшен дә, әсәлек бурыстарын да бер “аһ-зарһыҙ” атҡарыуы, һәр ҡайһыһына берҙәй өлгөрөүе һәм тулы ҡанлы тормоштан ҙур ҡәнәғәтлек ала белеүе менән дә һоҡланғыс ул.

 

 ...Эйе, сабыйҙарының һәр уңышына ҡыуанып, уларға ҡанат ҡуя белеүсе һәм үҙҙәренә һәр яҡлап матур өлгө булып, күркәм булмыштары, егәрлелеге менән Һапаш ауылының ырыҫын, ҡотон арттырып йәшәүсе Үзбәковтар алдында әле тау-тау бурыстар. Балаларын һөнәрле һәм башлы-күҙле итергә, ғәзиздәренә терәк булып йәшәргә кәрәк! Хәстәрлекле йәнле, йомарт күңелле ата-әсәнең тырышлығы, һис шикһеҙ, һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, һау-сәләмәт мөхиттә хеҙмәт тәрбиәһе менән үҫкән биш бала ла киләсәктә тормош күгендә балҡып-янып йәшәр, еребеҙҙең ҡотон, йәмен арттырыуға тос өлөшөн индерер әле тип ышанғы килә.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас