+28 °С
Болотло
Кишерҙе һаҡлау ысулдары бик күп. Уны йәшниктәргә тултырып, ҡом менән күмеүселәр ҙә, ҡырғыстан ҡырып, туңдырғыста һаҡлаусылар ҙа бар. Беҙ һеҙгә тағы бер ысул тәҡдим итәбеҙ. Кишерҙе яҡшылап йыуып, төптөрен ҡырҡып, сепрәккә һалып киптерергә. Аҙаҡ целлофан тоҡсайҙарға һалып, һауа инмәҫлек итеп баштарын бәйләргә. Был тоҡсайҙарҙы ҡағыҙ йәшниктәргә тултырып, баҙға ҡуйырға.