Зөһрә Бәшәрова
Шәжәрә
...Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
(Башҡорт халыҡ йыры.)
Ишҡыуат ауылы... Ҡасандыр был ауыл кешеләре Яҡшембәт, Балмут, Талморон, Ғөбәйҙулла, Ҡыҙылбәк, Тәнәкәй ауылдары менән аралашып йәшәгән. Улар ер йөҙөндә юҡҡа сыҡҡан. Башҡорт ауылдарының юҡҡа сығыуы каратель Тимашев намыҫында. Ул үҙенең ҡуштандары менән башҡорт милләтен күрә алмаған татар, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, казактарҙан торған ғәскәре менән йөҙ ҙә илленән ашыу ауылды үртәй. Ҡыҙыл, Һаҡмар йылғалары һыуы батырҙарының ҡанына буяла, ауылдар яндырылып, ергә тигеҙләнә, сыуал, һерәйеп тороп ҡалған мейес торбалары, аяҡ аҫтында табылған көнкүреш әйберҙәре ҡасандыр ошо ерҙәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың ғүмер кисергәнен иҫбатлай.
Ер-һыуына йәбешеп ятҡан, Аллаһы Тәғәләгә инанып ғүмер кисергән, диндар милләтем туҡтауһыҙ язалауҙарға, таланыуҙарға дусар була. Танауҙары, ҡолаҡтары киҫелеп, телдәре йолҡоп алынған, аҫылған, яндырылған ата-бабаларыбыҙ, елән, камзул кейгән өләсәйҙәребеҙ яҙмышын килер быуындарға һөйләмәһәк яҙыҡ булыр, рухтары рәнйер, ғәфү итмәҫ... Һунарға йөрөп, солоҡ балы ашап, ҡымыҙ эсеп йәшәгән, йәйәүләп Мәккәгә хажға барып өс йылдан ғына әйләнеп ҡайтҡан ата-бабаларыбыҙҙың иркен йәшәргә хоҡуғын сикләргә, ысын донъя рәхәтлектәрен күрергә, балалар үҫтерергә, милләтен үрсетергә сикләүҙәр... Тарих ҡуласаһын әйләндерһәк, сәстәр үрә торор.
...Йәй кистәре үтә матур. Эшләнәһе эштәрен башҡарып, һәр ауыл кешеһе, әле һаман байымаған ҡояшҡа ҡыуанып, ҡапҡа тыштарында гәп һатып, иртәгәһен уйлап, теләр-теләмәҫ башын яҫтыҡҡа терәй. Күп тә үтмәй, ҡыҫҡа төндө атҡарып, алһыу нурҙарын һибеп, бейек тау артынан ҡалҡҡан көләс ҡояш бында көн күргән бар ғаләмде хәрәкәткә килтерә. Яңы көн тыуғанын һиҙҙереп, һәммәһенә хәйерле көн теләп, әтәс сәләм бирә. Бөгөн ул ҡанаттарын ҡағып:“Тооо-роғооооҙ!!! Ғәжәп хәл бар, күүү-реее-геееҙ...” тип, ошо ауылда йәшәгәндәргә һөйөнөс һорай. Офоҡ артынан Ҡояш апайҙың башын ҡалҡытып балҡып сығыуына ауыл һәр төрлө ауаздарға сума. Быҙауҙар мөзөлдәй, һәүкәштәр баҡырыша, тауыҡтар ҡытҡылдаша, ҡаҙҙар, өйрәктәр, эт, бесәй... Ҡатын-ҡыҙҙар, һәүкәштәрен һауырға ултырған ыңғайы, кемдеңдер төнгө үрештән һыйырын ҡыуып алып ҡайтҡаны, быҙауының инәһен юҡһынып баҡырғаны, йылға буйында һунаның быжҡылдауы, баҡаның баҡылдауы ҡолаҡҡа салына... Машинала, велосипедта, мотоциклда эшкә ашыҡҡандарына тиклем һиҙемләргә була... Атта... Юҡ, яңылыштым, ат – хәҙерге заманда музей экспонаты.Атта елеүсе, ғәҙәттә оло юлдан ситтә, хәҙер күгүлән баҫҡан таҡыр юлдан йөрөүҙе хуп күрә. Хәҙерге заман кешеһе уны күрһә, ул мәхлүккә тексәйеп ғәжәп итә...
Был – тауҙар ҡамауында, йылға буйында, шишмәһе лә урғылып сыҡҡан ҡәҙимге бәләкәй генә ауылдың бер иртәһе. Ике быуаттан ашыу ошо аймаҡта көн күреүселәрҙең ҡәҙимге бер көнө. Был ни хәл? Таңға Әтәс юҡҡа һөйөнсөләп һөрән һалмаған икән шул. Юлдағылар туҡтап, машиналарынан сығып, яурындарын һелкетә, бер аҙ юлды күҙәтеп тора биреп, артабан тәғәйен еренә елдерә.
Ғәжәп! Юл, асфальт булмаһа ла, көҙгөләй тигеҙ, ваҡ ҡына мәрйен таштары ҡояш нурына уйнап, ялт-йолт итеп, күҙ алдында уйнай. Кисә генә кеше башы һыймалы соҡорло юлдан улай ҙа былай кәйелеп, кәйефтәре ҡырылып, һуҡранып ҡайтҡан юлдарын кем һипләгән? Һипләгән тиергә лә тел әйләнмәй. Машинаңа бер стакан һыу ҡуйырһың, тамсыһы ла сайпылмаҫ... Юлдағылар туҡтап бер-береһенә ҡарап, ҡулдарын йәйә, Аллаһы Тәғәләнең эшеме әллә тип, Күк йөҙөн байҡап ҡарай.
Шөкөр, кәрәҙле телефонһыҙ егерме беренсе быуаттың кешеһен күҙ аллауы ла ҡыйын. Өйҙәгеләргә, ауыл хакимиәтенә, район үҙәгенә шылтыраттылар. Берәү ҙә белмәй. Әллә сит-яттарҙа меценат тигәндәре бармы? Утыҙ өйлө ауылда сереп байығандар бығаса булғаны ла юҡ, булманы ла.
...Был юл тарихы ун етенсе быуаттарға барып тоташҡанын, Орсоҡ йылғаһы буйында йәшәгәндәр, ете ятып, ете торһалар ҙа осона сыға алмаҫтар ине. Шаһит йылға, теле булһа, түкмәй-сәсмәй яҙылып китеп, тулҡындарына яҙыр ине лә... Юҡ шул! Хәйер, ул гелән шулай ағыр, туҡтамаҫ, ошо ерлектә көн күргәндәргә һыуын һыулатыр.
...Үткән быуаттарҙа ла был һыу сығанағы алҡынып аға инеме лә әллә тал сыбыҡ көйәнтәһен нескә яурындарына элеп, һыу алырға килгән һылыуҙың йөрәге ашҡынғанмы? Алыҫыраҡ булһа ла атаһы,һыуы йомшаҡ тип сәйгә һыуҙы ошо һыу сығанағынан алдырта. Сәрбифидан бөҙрә-бөҙрә эркелеп аҡҡан тулҡындарға эйелде. Йомро күҙҙәрен нәҙек дуға ҡаштары уратҡан ҡыҙҙың айҙай түңәрәк йөҙө һыу көҙгөһөндә сайҡала. Биҙрәһен һыуға батырып: “Йә, әйтегеҙсе, тулҡындарым, миндәй һылыу бармы даръяңда?” – тип өндәште. “Юҡ, Ишҡужа һылыуы һин...” – тигән яуап ишетте ул. Ҡыуанысынан һыуҙы услап алып йөҙөн сайҡаны. Биҙрәләренә һыу тултырып алып, көйәнтәһеняурынына элеп, эйелә-бөгөлә ҡайтыр һуҡмағына төштө.
Бәй, тирмәләрҙән ут өйөрө өҫкә үрмәләй. Көйөк еҫе, ут ялҡыны йылға яғына эркелә. Бала-сағаның, ҡатын-ҡыҙҙарының сеңләп илауы, сыбыртҡы шартылдауы, ят телдә аҡырған тауыштар һауаны ярҙы. Айғыр, осаһын еңел генә һикертеп, өҫтөндәге ерән һалдатты ергә бырағытты.Уның артынан ҡалғандары, тояҡтары менән ерҙе дер һелкетеп, уҡтай атылып, ҡайҙалыр китеп юғалды. Ир заттарын аттарҙың ҡойроҡтарына бәйләп, һары йөҙлө яттар сабып үтте.
- Атай!
- Ага, красавица!
Күҙ менән ҡаш араһында ҡайһыһылыр эйелеп Сәрбифиданды эләктереп алдына һалып алып, ен шикелле ҡайҙалыр уҡталды. Йөрәккенәһе күкрәге ситлегенә һыймай туланы, күҙ йәштәренә быуылды. Охмах донъяһы ҡайғы-хәсрәткә һуғарылып, билдәһеҙлеккә тәгәрәне...
Ауыҙы ап-аҡ күбеккә батҡан ат ҙур күл буйына еткәс, ергә һөрлөгөп китеп туҡтаны. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ерәнес кеше уны ергә баҫтырҙы ла етәкләп ҡайҙалыр алып китте. Күл буйында ир заттарын тубыҡландырып, ҡамсылап, ҡайҙалыр олаҡтыралар. Йөҙө танымаҫлыҡ булып ҡара янып сыҡҡан берәү былар яғына әйләнеп ҡараны:
- Атай! Сәрбифидандың тауышы һауаны ярҙы.
- Молчи! Ҡулдарынан шаҡарып тотоп, уны ҡыуыш эсенә төрттө.
- Әсәй! Әсәһенең ҡосағына атылды. Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға, саң-томанға батҡан Сәрбифиданды күргәс, сеңләргә тотондо. Шул ваҡытта яҡында ғына атыу тауышы яңғыраны.
- Атайым! Атайым! – Сәрбифидантуҡтауһыҙ һулҡылдап, әсәһенә тотондо.
- Хоҙайҙың ҡаты ҡәһәре төшһөн!
Әсәһе аяғүрә баҫып, язалаусыларға ҡарғыш яуҙырҙы.
- Әҙәм аҡтыҡтары, беҙҙе ҡоротоп бөтөрә алмаҫһығыҙ!
Сыбыртҡы шартылданы, һыйырҙар, һарыҡтар баҡырышты.
Был хәл - 1740 йылда Талҡаҫ күленән төньяҡта ятҡан Ырымбур юлында, Һаҡмар йылғаһының көньяғында генерал Урусов лагерында 8-17 июлдә булды.
Өс көндән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаларын һыйыр көтөүе кеүек Ырымбурға ҡыуып алып киттеләр. Дүрт көн эсендә хәлһеҙ әсирҙәрҙе туҡмай-туҡмай күп кеше йыйылған урынға ҡыуҙылар. Кырандаста килгән эре ҡиәффәтле, погонлы хәрби кеше төштө лә улар янына килде.
Батшабикә Анна Петровна Ырымбур юлы башҡорттарын буйһондороуҙы генералдарына ышанып тапшырғайны.Генерал Урусов түңгәүер ерендә Ырымбур юлы буйында 8-17 июлдә лагерь ҡороп, үҙенең ҡара эштәрен үтәне. Ят, һонтор, һары сәсле, зәңгәр күҙле әҙәмдәр улар араһынан йөрөп, һәр береһен баштан-аяҡ һөҙөп үтә ҡарап, энә күҙәүенән үткәрҙе.
Йәшерәге Сәрбифидан янына килеп, уны уранғылап йөрөп, буй-һынын, сәстәрен, беләктәрен тотҡолап, ауыҙын астырып, тештәрен ҡарап, генералды саҡырҙы. Икәүләп ят телдә аралашып, Сәрбифиданды етәкләп алып китте.
... Бешкән еләк кеүек сағында башҡорт мосолман ҡыҙы сит-ят ҡулында, өләсәһе әйтмешләй, сит-ят бауырҙар кафырҙар ҡулына килеп эләкте.
Ап-аҡ стеналы бейек күтәрмәле йорттоң буй етмәҫ түбәләрендәем-ем балҡып торған, тирәсле ҡалпаҡҡа оҡшаған ниндәйҙер һауыттарҙан тирә-яҡҡа яҡтылыҡ төшә. Бейек иркен йорттоң түбәләренә ҡарап тора торғас, ҡыҙҙың башы әйләнеп, урындыҡҡа оҡшаған һауытҡа ултырҙы ла йөҙөн ҡапланы. Йөрәгенә тығылған йоҙроҡ дәүмәле төйөр даръялай ташамы?!? Әйтерһең меҫкен башҡорт ҡыҙының ҡайғыһы юшҡынын Орсоҡ йылғаһы ажарланып ярҙарынан сығарып түгә. Ун алтыла, яңы бөрөләнеп, сәскә атыр мәлдә генә бәхетһеҙ башы ҡайҙа килеп эләкте? Кемдең генә гонаһын, ҡарғышын күтәрә икән? Аллаһы Тәғәлә, ярҙам бирсе ҡолоңа, тип, иҙәнгә түшәлгән арҡыры юрғанға оҡшаған түшәмескә тәгәрәне. Юғарыға ҡарап, тәне-йәне менән дерелдәп, намаҙына баҫты.
-Йә, Хоҙай ни генә күрәһеләрем бар? Ярлыҡа мине, гонаһым булһа... Йәнтөйәгем, тамырҙарымдан яҙҙырҙың? Йә, Хоҙайым, мине ҡотҡар...
- Встаньте! У нас так не приянто! Пойдемте за мной, крепостная!
Ҡаты бойороҡ тауышына Сәрбифидан албырғап ҡалды. Шаҡ ҡатҡан бағана ҡыҙҙы ҡара күлдәк, башына селтәрле ҡалпаҡ кейгән ҡатын етәкләп күп һанлы бүлмәләр буйлап ҡайҙалыр алып йөрөнө. Юғары ҡаттан төшөп килгән берәүгә уны тапшырҙы ла үҙе ҡайҙалыр олаҡты. Һандыҡҡа оҡшаған бер һауыттан үҙенеке кеүек ҡара күлдәк, шул уҡ төҫтә яулыҡ, алъяпҡыс бирҙе лә:
-Снимай свое борохло! Надень! – тип бойорҙо. Бер нәмә лә аңламаған ҡыҙҙың башындағы яулығын һыпырып алды ла ымлап күрһәтеп, төпсөнөргө тотондо:
-Как тебя зовут!
Сәрбифидан телһеҙ шикелле өндәшмәгәс, ауыҙын асып ҡараны ла, тағы ла үҙенә күрһәтеп:
-Марфуша.
-Сәрбифидан.
Ул, аңламағанын белдереп, башын сайҡаны ла:
-С сегодняшнего дня ты – Дуняша или Дунька. Поняла? Я, - тип үҙенә төртөп күрһәтте, - Марфуша. Ты - Дунька. Вымоем, нарядим, тебя покажем господину Николаю.
Бер нәмә лә аңламаған ҡыҙҙы ул ҙур имән көбө янына алып килде. Уның эсендә һыу.
- Слез туда! – тине, көбөгә күрһәтеп. Сәрбифидан төшөнмәй, баҫҡан урынында ҡатҡан таш һын. Мәрйә башындағы яулығын һыпырып алды ла һап-һары сәстәрен туҙғытты ла, уға ҡарап, башына төртөп күрһәтте. Ҡыҙ һаман да ҡыбырламағас:
- Глаша, неси ножницы! – тип, ҡысҡырҙы. Уныһы сатай-ботай йүгереп, әйткәнен алып килеп тә тотторҙо. Марфуша алдында торғандың ҡалын сәс толомона йәбеште.
- А-а-а-а-аааааа... Сәрбифидан бүлмә буйлап сабырға тотондо. Күмәкләп уны ҡамап алдылар.
- Пустите! Марфуша ҡулындағы ҡайсыһын ситкә ырғытты. Үҙе эске кейемдәрен сисеп, шыр яланғас көбө эсенә төшөп китте. Сәрбифидан күргәненә ышанмай, күҙҙәрен сылтыратып йомдо. Сығып, оҙон таҫтамалға һөртөнгәс:
- А-ну-ка, все поворачивайтесь, - тине лә үҙе лә икенсе бүлмәгә инде, башҡалары артынан эйәрҙе. Сәрбифидан эске кейемдәрен һалып, көбөгә төштө. Бер аҙҙан Марфуша күренде. Икегә ярып үргән толомдарын тиҙ генә тағатырға тотондо ла эргәләге ағас һауыттан шулай уҡ өлкән ағас сүмесе менән сайындырырға тотондо. Ҡулынан тотоп, сисмәгән киндер ыштанын күреп, ихлас көлөп ҡуйҙы:
- Господи, Христа ради... – тип, ҡаршылағы иконаға ҡарап суҡынды ла оҙон таҫтамал ырғытты. Сәрбифидан кейенгәс, икәүһе килеп ваҡ тешле тараҡ менән ебәк кеүек ҡамыш сәстәрен тарарға тотондолар.
- Вши есть? – тип ҡыҙыҡһынды Марфуша.
- Юҡ, - тигәнде аңлатып, улары аптырап, яурындарын һелкетте. – Густые шелковистые... Береһе үҙҙәренекенә оҡшатып, бер толомға йыйып, үреп ҡуйҙылар ҙа әллә ниндәй кейемдәр алып килеп кейендерергә тотондолар. Ҡыҙ, ҡулдарын этәләп тартҡылашты, әммә күмәк ҡулдар үҙенекен эшләне...
Кисен Сәрбифидан урыҫ кейемендә хужа алдына баҫты. Ул уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе, оҙон сәс толомдарын тотоп ҡараны, ҡулдарын устарына һалып оҙаҡ ҡына һөҙөп тексәйеп торҙо.
-Дуняша – ты просто красавица! Но, ты не христианка, чернобровая мусульманка. Этот народ не любил наш царь Петр Первый. Этот паршивый народ скитается по всей нашей необъятной Родине матушке. Вы не достойны уважения. Марфуша, позови Алексея!
Бер аҙҙан ерән сәсле, бағаналай тура кәүҙәле, аяҙ күк зәңгәрлегендәге күҙҙәре менән байҡап, көләс йылмайып, егет килеп, атаһының янына баҫты.Күҙҙәрен йомоңҡорап уға тексәйҙе. Үҙенә тиңдәш күрепме, әллә асыҡ сырайымы, ихлас йылмайыуымы – Сәрбифидан – Дуняша йөҙөндә лә йылмайыу ғәләмәте сағылып, йөрәгенә йылы йүгерҙе.
- Крепостная Дунька. Следи, чтобы не сбежала!Не забудь, она мусульманской веры. Не послушается, будешь наказывать.
- Ты понравилась господину, даже его сыну. Марфуша уның оҙон сәс толомдарын тотоп ҡараны. “Ҡатыҡ һыуы менән йыуғас...” – тип уйланды ҡыҙ, күҙҙәре йәшкәҙәп.
Марфуша ҡыҙҙы етәкләп ишеге асыҡ яҡҡа тартты. Өс ҡатын нәҙек бысаҡ менән нимәнелер ваҡлап турайҙар. Ҡулдарында бысаҡтары уйнап тора. Ағас көбө янында ағас һауыттағы тоҙҙарҙы күргәс, Сәрбифидандың иҫе китте. Йөҙө ҡара янды.
... Тоҙ уларҙа алтын урынына ине. Бөртөгөн, бер семтемен дә әрәмгә сарыф итмәнеләр. Атаһы шәшке тиреләрен Ырымбур юлына алып барып ошо аҡ тоҙға алыштыра. Балта төйҙәһе менән уны онтай ҙа әсәһе ялан кәртәлә таш тирмәндә уны тығырлатып тарта. Киндер ашъяулыҡта ҡойолғанына тиклем әсәкәйе өшкөрөп, һәүкәштәренең һөтө кәмеһә, ҡойроҡ, ҡолаҡ, һырты буйлап йөрөттө. Атаһы ҡурай көпшә аша малдарҙың йәш ҡойолған күҙҙәренә өрҙө. Ғәжәп, бермә-бер килешеп, күҙ ҡабаҡтары асылды. Ауылдан тоҙға тип киткән Исмәғил олатаһы әйләнеп ҡайтманы. Атаһы: “Кафырҙар тотоп, Ырымбур төрмәһенә бикәләгәндәр...” тип һөйләгәнен ҡолағына элгәйне.
Сәрбифидан - Дунька йәйелгән йәшелсә өҫтөнә тоҙҙо йәне асыуынан ҡутарғансы һибеп тигеҙләй, башында ошо тоҙға бәйле хәтирәләр асыуын ҡабарта. Берәүһе килеп, ҡулынан тоҙ һауытын тартып алып, өҫтөнә һирпеп торорға күрһәтте. Көнө буйы өс имән көбөнө тултырып, өҫтөнә ауыр таштар һалып ҡуйҙылар.
Көндәр буйы әллә нисә ҡатлы бүлмәләрҙе йыйыштырып, хужа ғаиләһенең керҙәрен йыуып, тамаҡтарына әҙерләп, хәлдән тайып йығыла ине ҡол ҡатын-ҡыҙҙар. Сәрбифидандың ҡоллоҡта булыуына ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Сит-ят бауырҙарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре саф күңелле ҡыҙҙың күңелендә сирҡаныс тыуҙыра. Кафырҙар килә тип, өләсәһенең уларҙы ене кеүек күргәне хәтеренә төшә... Бер ваҡыт өләсәйгенәһе уны елтерәтеп ҡара мунсаға индерҙе лә йөҙөн-ҡулдарын ҡоромға буяны. Күлдәгенә һыйыр, хатта әҙәм тиҙәген дә һөрттө лә тирмәһе төбөнә һалды. Ят телдә һөйләшеп, ихахайлап, һалдаттар килеп инделәр. Туҙып бөткән кейеҙҙе асып ҡаранылар. Өләсәһе ейәнсәренә төртөп күрһәтеп:
-Тиф! – тигәс, ауыҙ-морондарын баҫып, сығып ҡастылар.
...Христиандарҙың тәреләре һәр мөйөштә. Улар халҡы иртә-кисен бармаҡ остары менән түшенә унда-бында төртөп суҡына, шунан һуң оҙон өҫтәл артына ашарға ултыра. Улар үҙ ғәҙәттәрен башҡарғанда, ул эш араһындакүңеленән өләсәһе өйрәткән доғаларын уҡый һала. Ҡолдар, уға әллә ни иғтибар итмәй, әллә күрмәмешкә һалышалармы. Кафырҙарҙыңҡарашы, мыҫҡыллы йылмайыуҙары ҡол ҡыҙҙы сығарынынан сығара, байҙар ҡолдарына аҡырып-баҡырып өндәшеп, уларҙы аяҡтары аҫтына ташлап тапаған иҙән йыуғысындай ҙа күрмәйҙәр шикелле. Уларҙы, һалҡын кәрәкмәгән әйбергә тиңләп, ураған һайын “Рабыня Дуняша...” тип туҡтауһыҙ йомшауҙары, йөрәген ҡыҫып, тереләй язалай, рәнйетә, йөрәгенә ҡан һауҙыра.
Улар менән ымлаша-арлаша торғас, Дунька ла апаруҡ урыҫса һупалай башланы. Марфуша әбей уға:
-Бедовая, сразу захватываешь... – тип маҡтап туйманы. Бөгөн Марфуша уға ат һарайына барырға, аттарҙың алдарында тоҙҙары бармы икәнлеген тикшерергә ҡушты. Ул йүгерә-атлай барғанда, ерҙе дер һелкетеп күк күкрәнеме ни, асыҡ тәҙрәгә башын тығып, бейә малы кешнәп ебәрҙе. Дунька – Сәрбифидандың аяҡтарын тышауланылармы, аяҡтан яҙғандай, ҡатып ҡалды. Уның ыңғайына ҡалғандары ҡорһолдап, тыпырсынып, иһаһайлап, урындарына һыймай туланы, үрәпсеп, алғы боттарын күтәреп, арт аяҡтарына баҫып, урындарына һыймай, ҡаты тояҡтары менән стеналарҙы типкеләп бер булды.
Ҡарлуғас!
Ҡыҙҙың тауышы аяҙ көндө йәшен атҡандай һауаны ярҙы, эстәге бейә сөгөн ситлегенә һыймай, ярһып, теҙгенен тартҡысланы. Ул да, ҡол башҡорт ҡыҙы кеүек ярһып, үрәпсеп, торған урынында таш тояҡтарын алмаш-тилмәш тапылдатты .
Сәрбифидан йүгерә-атлай килеп, ситлектең келәһен ысҡындырыуы булды,аты, бәйҙән ысҡынған эт кеүек, тыптырлап тышҡа йомолдо. Ат көтөүсе Кузьма сабып килеп, ҡолдоң арҡаһынан яра тартты. Арҡаһын яндырған ауыртыуҙан ҡол бағана ергә ауҙы. Урыҫ, иҫтән яҙған ҡыҙҙы һөйрәтеп алып сығып, ат һарайы артына йәшерҙе.Төн йондоҙло шаршауын йәйгән. Сәрбифидан аңына килде. Кемдер уның битен-ҡолаҡтарын, сәстәрен ялай... Ҡарлуғас! Һинме? Ул аяғүрә баҫып, атының муйынынан ҡосаҡланы, ялдарынан һыйпаны. Ҡарлуғас... Сәрбифидан атының йылы морононан, йомшаҡ ялдарынан һыйпаны. Элекке хужабикәһенә тубыҡланып, эйәренә ултыртты ла, элеккесә кешнәп, билдәһеҙлеккә йомолдо. Икһеҙ-сикһеҙ ялан да ялан... Тау тигәндең ос мото ла юҡ. Күҙгә энә менән төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғылыҡ... Ауыҙ ҡыуышлығынан күпереге сыҡҡан ат иһаһайлап кешнәп, моронон күпме генә өҫкә күтәреп сапһа ла тыуған яғының ҡылғаны еҫе моронон ҡытыҡламаны. Сәрбифидан менән Ҡарлуғас, маңлайҙарына төшкән әсе яҙмышҡа буйһоноп, даръя йылға буйлап елдерҙеләр. Тулы һыулы йылғаның яланғас ярҙары буйлап өҫтә йәйелгән йәшел сирәмгә ымһынып, Ҡарлуғас ҡомһоҙланып утларға тотондо. Ҡол башҡорт ҡыҙы,ата-инәһен, уйнап үҫкән йәштәштәре, ауылдаштарын эҙләгәндәй, күҙ күреме еткән киңлеккә күҙҙәрен йүгертте. Мәңге ҡабатланмаҫ ғүмер ҡиссаһы... Ҡыҫҡа ғына... Хисаметдин менән йәнәшә ат сабыуҙар, уҡ-һаҙаҡ тоҫҡап бүре алыуҙар... Күҙ йәштәре, киң йылға һыуылай,сикәләре буйлап субырлап ергә тамды... Саптыр-соптор йылға һыуына баҫып төпкәрәк атланы, бит-ҡулдарын сайҙы:
-Ағын һыу, һиңә өндәшәм, барлыҡ ҡайғы-гонаһтарымды ағыҙып алып кит! Ата-әсәйемә, туғандарыма, ауылдаштарыма ожмах ишектәреңде ас! Уларҙың белеп-белмәй ҡылған гонаһтарын ярлыҡа...
Тулҡындар, бәлки, ысынлап та һыу менән күктәге Аллаһы тәғәләне тоташтырған күперҙер. Үҙенең ҡолона иреклеккә юл асыр... Үҙе кеүек башҡорт ҡыҙҙарын кафырлыҡтан йолоп ҡалыр...
Ҡапыл бейә ҡоршолданы, ҡолаҡтарын ҡайсыланы. Шул уҡ секундта Ҡарлуғас тубығына хужаһын баҫтырып атландырҙы ла ике ирекле ҡош билдәһеҙлеккә юл алды... Ҡайҙа? Уларҙың артынан әсе һыҙғырған, һайт-һайтлаған ауаздарҙан Ҡарлуғастың ене ҡубып, осто ғына... Әммә Конюх Кузьманың оҙон бот рысагы ыласын ҡошмо ни, уларҙы ҡыуып етеп, имениеләре яғына бороп, бәрәшкәләп, килеп туҡтанылар. Кузьма төшә һалып, рысагының өҫтөнә киндер нуҡта япты, манма тирегә батҡан Ҡарлуғасҡа һыу эсерҙе.
- Яуыз! Сапҡан атҡа һыу эсеререгә ярамай! Дуняша биҙрәгә типте.
- Ах, ты, невольница! Так и ему надо! Ул сыбыртҡыһы менән икеһен дә яра тартты.
- Ааа... Әсе тауыш төн ҡараңғылығында һауаны ярҙы.Ухылдап килеп еткән мәрйә уны һөйрәтеп тигәндәй алып ҡайтып, бүлмәһенә бикләне. Яралы ерҙәренә ниндәйҙер төнәтмәләр һөрттө.
...Әлбиттә, ат ҡараусы урыҫ был хәл тураһында генерал Урусовҡа түкмәй-сәсмәй энәһенән ебенә тиклем еткерҙе. Марфуша уны генералға алып китте. Дворянин текә тороп, төрөпкәһен оҙон бармаҡтары араһына ҡыҫтырып, уға текләп торғас:
- Рабыня Дуняша, ты – отличная наездница. Теперь нам понятно, почему угнанные с ваших краев лошади не покоряются нам. Угнанные лошади,ей Богу, как этот паршивый народ, служат своему народу! Бесперестанно бить, бить и бить, наказывать! – тине уға ҡарап тора биргәс.
- Бесстрашная наездница моему сыну как раз напутница...
Ул, Марфушаны саҡырып, Дуньканы ат өҫтөндә йөрөй торған кейемде кейҙерергә бойорҙо. Алексей рысагына атланған, уны көтә. Кузьма, етәкләп, башҡорт тоҡомло атты алып сыҡты. Дуняша башын сайҡаны.
-Пусть сама выберет, - тине Алексей. Ул аттар араһынан Ҡарлуғасты эҙләне. Ҡара янып ябыҡҡан бейәне күргәс:
-Звери, что вы сделали конем? – тип ярһып ҡысҡырҙы.
-Он негодный, - тине конюх. Бейә шулай ҙа уның янына килде. Дунька ялдарынан һыйпаны, башын муйынына ҡуйҙы. –
Мин генә ғәйепле һинең ғәриплегеңдә. Оятһыҙҙар, ер йотҡорҙар!
-Пусть выберет сама! – тип ҡысҡырҙы Алексей.
Урыҫ аттары бейек, оҙон ботло, торған урынында һикерәнләп торалар. Тәпәш кәүҙәле, йыуантаҡ, бурыл төҫтәгеләре – урлап ҡыуып алып килгәндәре. Урал буйынан. Ҡарлуғасҡа оҡшағанына атланды. Бурыл!!! Ҡыҙҙың еңел генә атҡа менеүен, һәлмәкләп сабыуын урыҫ егете хайран итте. Дунька аттың бөйөрөнә ҡағылыуы булды, уныһы уҡтай алға талпынды. Ирек, ирек... Ниндәй генә йән эйәһе иреклекте яратмаһын? Ана, бейектә, буй етмәҫлек көмбәҙҙә лә бер ҡош нөктәләй генә булып күҙгә эләгә... Ул, үҙ иркендә, ҡанаттарын леберләтеп, ҡыуана... Ул, күренмәгән ситлектә... Ат, иркенлеккә сыҡҡас, ситлектән сыҡҡан ҡош кеүек, күҙҙәре томаланды, йөрәге талпынды, көнө буйы ер-һыу гиҙһә, тыуған тупрағына аяҡ баҫырын күҙаллап, артынан ен баҫтырғандай, сабыуын ғына белде. Ирекһеҙ башҡорт ҡыҙына шул ғына кәрәк. Артынан елгән урыҫ егетен онотоп, алға йомолдо. Әсе ел ҡолаҡтары япраҡтарын һыҙырғанын, эре күҙ йәштәре алһыу бит алмаларын йыуғанын да һиҙмәй... Әммә маңлайыңа яҙылған тәҡдиреңә буйһонмай булмай икән шул... Уларҙың әжеренә ҡоллоҡ мисәте һуғылған, шуның әсе һурпаһын эсергә мәжбүрҙәр... Оҙаҡ сабыуҙан ярһыған, күкрәге ситлегенә һыймай типкән йөрәгенә ял биргәндәй, алға эйелеп, атының ауыҙлығынан тартып, бер аҙ елә торғас, юртыуға күсеп, туҡтарға мәжбүр булды. Алексей ҡыуып етеп, арҡырыға тороп, атынан төштө лә янына килде.
- Рабыня Дуняша, молодец! Ҡулынан тотоп, ҡыҙҙы ергә төшөрҙө лә өҙәңгегә баҫып, атҡа атланды. Күҙ менән ҡаш араһында Бурыл ҡапыл ғына арт яғын һикертеп, өҫтөндәгеһен ергә ташланы.
- Һәр бер кафырҙы өҫтөнә атландырырға... - тип, еңгән ҡиәфәттә, ҡыҙ сырҡылдап көлдө лә тиҙ генә ауыҙын ҡулы менән ҡаплай һалды. Әлдә мине аңламай... Уныһы өҫ-башын ҡаҡҡыслап, йәнә менде. Теҙгенде үҙенә ҡарай ныҡ ҡына тартып, бер аҙ тапанып тора биргәс, улай-былай өйрөлөргә тотондо лә йәнә ергә бырғатты.Башҡорт аты уны үҙһенмәй, гелән ергә ырғытты. Алексей сыбыртҡыны алып, һелтәргә булғайны, Дуняша уға барып йәбеште. Сыбыртҡы әсе шыйылдап, һыртында күп тапҡыр һыҙырғандан биҙрәгән малҡай, иһаһайлап күҙе тонған яҡҡа сабып сығып китеп, юҡ булды. Йылға ситенән йүгереп:
- Бурыл! Бурыл! – тигән тауышҡа ул кире әйләнеп сабып килде лә Дуняшаның алдына килеп туҡтаны.
- Ярамай! Нельзя! Дунька сыбыртҡыны һыпыра тартып алды.
- Уныһы:
- А-ну ка, садись-ка, - тип, Дунькаға бойорҙо. Бурыл, алға тубыҡланып, ҡыҙҙы ултыртҡас, уның зәңгәр күҙҙәре тағы ла ҙурыраҡ асылды:
- Вот это да! – тип, берсә атҡа, берсә кәүҙәһен тура тотҡан, ҡыйғас ҡашлы ҡыҙҙан күҙҙәрен ала алмай бер булды.
- Кафыр, урланған аттар һеҙҙе атландырмаҫ! – тине, ут янған күҙҙәрен уға төбәп, Дунька.
- Ну-ка говори по-нашему! Забыла, что ты моя рабыня!
- По-вашему не знай! – тине ҡол. Алексей, рысагына атланып, бөйөрөнә типте. Улар халҡы ла һунарға йөрөргә әүәҫ икән. Урыҫтың эскерһеҙ йылмайыуын, бер ҡатлы ҡыҙ, Хисаметдингә оҡшатып, йөрәге ситлегенә һыймай тулап та ала. Был ваҡытта ул, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, йөрәкһенеп, милләтенән яҙҙырған кафырҙы ғәфү итмәй, күңеле болоҡһой, аҡыллы һоро күҙҙәре мәңге иремәҫ боҙға әйләнә. Хыял ҡошо ҡыҙҙы алыҫ Урал тауы буйындағы Орсоҡ йылғаһы буйына саҡыра ла ул үҫкән бала Сәрбифиданға әйләнә...
Тәүге һунар... Ауыл балаһын төйәге тирәләй ҡыр йәнлектәре, ҡоштары арбамай ҡалмай. Хәйер, ул ауылында бала сағынан уҡ-һаҙағын алып, ҡыҙҙар-егеттәр менән һуналарҙы, сел-ҡорҙарҙы күп алды. Хисаметдине менән ҡолаҡтарын да тешләткәндәр ине бит... Ҡайҙарҙа ғыналыр инде уның йәрәшкәне...
Бөгөн тиңдәше Алексейгә ун алты йәш тула икән. Аш-һыу бүлмәһендә ығы-зығы башланды. Һыуыҡ баҙҙан һәр төрлө винолар сығарылды. Сусҡа балаһы быҡтырылды. Алексейҙең яратҡан балығы – бағрыны күпләп бешерҙеләр. Ҡара, ҡыҙыл икралар өҫтәлгә ҡуйылды.
Өҫтәл ҡаршыһына төрлө уйын ҡоралдары тотҡан музыканттар теҙелде. Улар ҡаршыһына тороп, ниндәйҙер һаҡалтайы ҡулдары менән улай-былай һелтәгеләй, түңәрәк ҡапҡастар бер-береһенә шаҡ та шоҡ килеп һуғылып, өркөткөс көй сығаралар.
Господин Николай, артынан улы күренде. Һәммә йыйылған ҡунаҡтар аяғүрә тороп сәпәкәй һуҡты. Улар араһында ҡурсаҡ кеүек биҙәнгән сибәр ҡыҙҙар, әллә эҫенән, әллә ҡунаҡтарҙан оялыпмы, тыуған көнөн үткәргән Алексейгә ҡарап, елпеүестәре менән туҡтауһыҙ йөҙҙәрен елпелдәтә. Араларында иң сибәре уның янына барып, нимәлер һөйләп гәпләште лә эргәһендә уранғыланы, ахыр сиктә иғтибар булмағас, ситкә китергә мәжбүр булды. Алексейҙың күңеле булып үткән ат мажараһынан, уның сәбәпсеһе ҡол ҡыҙынан һаман булһа тулҡына ине. Иҫ китмәле!!! Һунарсы иптәштәре араһында ла ҡол ҡыҙы кеүек атта оҫта сабыусы юҡ. Ниндәй халыҡ был? Атта үҙен ышаныслы тота, йылғыр, һомғол һыны күҙҙәре алдынан китмәне. Үҙен уратҡан тәтәй ҡурсаҡ ҡыҙҙарҙы бөтөнләйгә күрмәне...
Пеләш баш урыҫ таяғын күтәреүе булды, һәр төрлө тәрилкәләргә һуғып, тағы әллә ниндәй тауыштар сығарып, ниндәйҙер көй яңғыраны. Алексейҙы өҫтәл башында урынлашҡан ҡәнәфигә ултырттылар. Дуняша, Марфушаға эйәреп, ҡунаҡтарҙың алдында һәр төрлө һый-хөрмәт ҡуйыуҙан бушаманылар.
Өҫтәл артына тороп,үҙ телдәрендә ниҙер әйтәләр, ҡотлайҙарҙыр, моғайын. Дунька әле лә уларҙың телен аңлап еткермәй. Гәлсәр бокалдарҙың сыңлауына ҡолаҡтары шаңғырғандай, башы ҡаңғыра, күҙ алдары ҡараңғылана. Күптәре ҡыҙмаса булып алған. Күңелле, талғын көй яңғыраны. Парлашып бейергә төштөләр. Өйрөлә-өйрөлә әйләнергә тотондолар... Өйрөлгәндә, күлдәктәренең ебәк, атлас итәктәре остары иҙәнгә тейеп ҡала.
Сәрбифидан, Алексей менән бай ҡыҙының парлашып бейеүҙәренә һоҡланып, үҙен йәйге Нардуған байрамында байрам итә икән тип хис итте. Хисаметдин ҡурай тарта, ҡыҙҙар таҡмаҡтарҙы ҡоя ғына...
-Итектәре, ситектәре
Тыпыр-тыпыр тыпырлай.
Көмөш тәңкә сулпылары
Сылт-сылт итеп сылтырай...
Ҡыҙҙар нескә бармаҡтары менән саған ҡумыҙҙа көйҙө яңғырата. Егеттәр өҙә баҫа...
-Дунька!!! Үҙенең исемен ишетеүгә, тертләп, батмусындағы бәлләүер рюмкалар иҙәнгә төшөп, ваҡ таштар кеүек тәгәрәп, тирә-яҡҡа һирпелде.
-Ах! Невольница – вшивая мусульманка! Неряха, неуклюжая! Убить надо ее!
Бай йорто барлыҡ алтын-көмөш, гәлсәр һауыттарына ҡуша селпәрәмә килдеме ни, һәр береһе күҙҙәрен алартып, ғүмере эш күрмәгән ҡыл оҙонлоғондағы оҙон бармаҡтарын сикәләренә терәп, ҡулъяулыҡтары менән ауыҙҙарын баҫып, иҫ-аҡылдары китеп, геү килде лә... бер нәмә лә булмағандай шымып ҡалды. Дуняша нисек рюмка ватыҡтарын йыйып алғандыр, ҡунаҡ бүлмәһенән атылып сыҡты.
Марфуша уны елтерәтеп алып килеп, үҙҙәре бүлмәһенә бикләп ҡуйҙы.
-Где она?
Ул, Алексейҙың тауышын танып, тора һалып, өҫтө-башын һыйпағылап, күҙ йәштәрен һөртә һалды, бер ни булмағандай ишек келәһен асты.
-Из – ви – ни - те, меня, не – ча – ян - но... Бөтә тәне дерелдәп, тауышы ҡалтыраны.
Алексей уның яурындарынан тотоп, йылмайып:
-Когда у тебя день рождения? – тип һораны.
Ул, ҡулдары менән йөҙөн баҫып:
-Когда цвела черемуха... – тине.
-Вы мне не испортили праздник. Скачем на конях. Это – лучший подарок на мой день рожденья. Доставьте мне такое удовольствие.
- У нас на Урале на дне рождения состязаются на конях... – тип, әле һаман буҫығып һулҡылданы.
- Ваш народ плохо знаю. Единственная представительница мусульманского мира – вы. Какой народ?
-Башкиры. Идите на праздник.
-Нет. Вы, очаровали меня искренностью, женственностью, даже красотой. Ваша красота неописуемая! Ҡаршыһында башын баҫып торған ҡыҙҙың эйәгенән күтәреп, күҙҙәренә баҡты.
Марфуша килеп инде:
- Вас зовет батюшка.
- Скажите ему, я занят.
- Идите. Я – больна. Дунька, ҡыҙарған күҙҙәрен йомғолап, ҡаршы төштө. Алексей башын эйеп, сығырға мәжбүр булды.
Шау-шыулы бал, граф, графинялар... Туҡтамаған музыка. Ҡыҙмаса ир халҡы... Хәленән килһә, Сәрбифидан затлы ялтырауыҡлы бөтә әйберҙәрҙе селпәрәмә ватыр, ҡиммәтле тиренән тегелгән кейемдәр кейгән, ҡорһаҡлы кафырҙарҙы дөмөктөрөр, ҡыуып алып килгән аттарҙы, Бурылына атланып, өйөрө менән Уралына эйәртер ине. Тик... Әлеге мәлдә Сәрбифидан – Дунька, беренсе император Петр тарафынан барлыҡҡа килгән Питер ҡалаһында. Һыбай йөрөгәндә быларҙы уға Алексей һөйләй. Күпте күргән Нева йылғаһы, күперҙәр, йөҙҙәрен һары мыйыҡ-һаҡал баҫҡан сит бауырҙар араһында йәне-тәне менән ҡолға әйләнгән еткән ҡыҙ бала.
Ул селтәр, ҡашмау, сулпыларын сыңлатып һыуға ла йөрөй алмаҫлыҡ сит кешегә әүерелде. Бейек күтәрмәле йорт стеналарында бер ваҡытта ла ҡурай көйҙәрен ишетмәҫ, уның моңдарына өйөрөлөп йөҙөп йөрөп бейемәҫ.Ата-бабаларын ағас солоҡ балы, ҡымыҙ менән һыйламаҫ.
Көндәрҙең бер көнө Алексей ауырып китте. Лекарь килде. Оҙон ҡолаҡлы көпшәһен арҡаһына терәп, ҡолағын теркәп, тыңланы ла үҙ телендә ниҙер һөйләне. Көн дә янына килеп, күпме генә дауаламаһын, егет арыуланманы, киреһенсә эңергә ҡарай йүтәлләүҙән бушаманы. Ҡах та ҡох килеп йүткереүе барыһын да аяҡҡа баҫтырҙы.
Кисен Дуньканы Алексей янына саҡырҙылар. Егет манма һыуға батып, бөршәйгән, тонған күҙҙәре менән уға баҡты ла сәсәп, бер ни өндәшә алманы. Ул, маңлайҙарын тотоп ҡараны, ҡәбер һалҡынлығы. Тимәк, һыбай сапҡандарында ел һуҡҡан?!? Дауаламаһаң, һуң буласаҡ...
Ул йәһәтләп господин Николай бүлмәһенә күтәрелде. Ишек шар асыҡ. Унда оҙон буҫтау халатын кейгән атаһы оҙон төрөпкәһенән төтөн борҡота. Ул, һиҫкәнеп, ингән кешегә күҙ баҡты.
- Я знаю как лечить Алексея! Кумысом! Башкирская порода кобылей дает молоко. Поить этим молоком!
- Попробуй. Если оживет сын, освобожу тебя от неволи, - тине, ҡайғы баҫҡан күҙҙәрен саҡҡа асып.
Ҡулына һауыт тотоп, ҡолонлаған бейәләре янына атылды. Бейәләр шунда уҡ уға боролоп ҡараны. Йәшен тиҙлегендә янына килеп, һауа һалып, ауырыу янына йүгерҙе. Көн дә бейә һөтөн эсерә торғас, Алексейҙың күҙҙәре йәнләнде, күҙгә күренеп һаулығы арыуланды. Ҡымыҙ килеште, йүтәлләүе баҫылды, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, һүнгән күҙҙәрендә осҡон уттары емелдәне.Кәкрәйгән кәүҙәһе турайҙы. Урынынан тороп, әле генә тыуған сабый шикелле, ултырғысы ситенә тотоноп, бер-ике аҙым яһаны ла Дуньканы саҡырҙы. Алексей, ҡыҙҙың яурынына тотоноп, бүлмәһе буйлап йөрөй башланы. Марфуша ҡултыҡ таяғын алып килгәс:
- Не надо... – тине күҙҙәрен ҡыҫып. Ҡыҙҙың йыш-йыш тын алыуын, уға таянғанда үҙен ҡосаҡлап алыуын, улай-былай янтайғанда шыйғалаҡ сәстәренең йөҙөнә тейеп ҡалыуын, ҡуңыр күҙҙәрен тултырып ҡарауы – барлыҡ дауаларҙың да дауаһы, әйтеп бөтмәҫлек рәхәтлек килтереүен нисек аңлатырға булалыр, урыҫ егете уға баштан аяҡ ғашиҡ булды. Тулы күкрәктәре, сафлыҡ бөрккән йөҙө, тилбер хәрәкәте - ҡолоноң урыҫ милләтенә ҡарата түгел, тиңдәшенә булған йылы мөнсәбәтен аңлап ҡабул итһә лә, уны ысын күңелдән яратҡыһы килде. Ҡырағай башҡорт ҡыҙы бер ваҡытта ла уның милләтен яҡынлатмаҫын аңлаһа ла ниндәйҙер тойғоға өмөтләнде... Йәнәшә, мосолман ҡыҙының уны үҙенә тиң тойоуынан, ҡайһы бер дворян егеттәре кеүек, ғәрләнмәне, киреһенсә һәр саҡ янында булыуын теләне. Йәш дворян егете ҡолона үлеп ғашиҡ булды...
Сәрбифидан – Дуньканың йөрәге “Хисаметдин” тип типте, сит-ят менән бәйләнеште уйлап та бирмәне. Хисаметдин буй етмәҫлек йондоҙ бейеклегендә, ғүмер ептәре бер ҡасан да уралмаҫ, осраштырмаҫ. Алексей уның өсөн “кафыр”, дине ундай менән аралашыуҙы тыя, гонаһҡа тиңләй. Йәш тигәнең һинән һорамай, елдереп, үткән ғүмерең һанай. Кафыр телендә яҡшы аралаша, ғөрөф-ғәҙәттәренә лә күнде, әммә йөрәге менән мосолман ҡыҙы булып ҡалды. Сит-яттарға һиҙҙертмәй йома, ураҙаны ла башҡарҙы, аят-доғалары йәнәшә бергә йөрөнө... Көнө-төнө улар халҡының алдында бер һүҙ өндәшә алмай, уртың сәйнәү – күпме дауам итер. Уның йөрәк һағышын, һыҙланыуҙарын ҡыуып алып килгән башҡортаттары ғына баҫа. Ҡол ҡыҙы, ярһып, тыңлашмай сиғанлаған аттарға ҡарап, күҙҙәрен йома. Уларҙың яҙмышы үҙенекеләй. Ҡолонсаҡтарға, бейәләргә шәкәр һоғондора. Кузьма ла тәмлекәстәр менән арбап үҙенә буйһондороуҙы ғәҙәтенә индерҙе. Уның ҡарауы, бәйле, тышаулы малҡайҙарҙы сыбыртҡылауҙан аттарҙың йөн өҙгөс тауыштарын ишетмәҫ.
Кузьма:
- Алексей бөгөн һунарға сыға. Һине лә алмаҡсы, - тип иҫкәртте. Конюх Кузьма уға тейешле кейемдәрен кейергә ҡушты. Улар уҡ-һаҙаҡтарын алып, иркен яландар буйлап урман тарафтарына атылдылар. Әле генә ауырыуҙан арынған Алексей менән берәшкәләп барырға булдылар. Һарайҙа бикле торған аттар кеүек йонсоған Дуняшаның моронона саф һауа тулҡыны кипкән ҡыр үләндәре, еләк, сайыр, ылыҫ еҫтәрен һулатты, үҙе лә һиҙмәҫтән, иреккә һыуһаған йөрәге талығып, күҙҙәрен йомдо. Ғәҙәтенсә, атының бөйөрөнә аяҡ остары менән еңелсә төрткәйне, уныһы иһаһайлап алға осто. Алексей Дуньканы ҡыуып етте, һыңар ҡулы менән үрәпсегән аттың башын артҡа шаҡарҙы, тибенгеһенә үксә тейгән аты, хужаһын тыңламай алға ынтылды. Ҡайын япраҡтарына ары-бире һары таптар төшкән, әллә ҡайҙан үҙҙәренә саҡырып торған мышар тәлгәштәре күҙгә салынған урман төпкөлөнә атылдылар. Төпкөлгә ингән һайын ылыҫлы урман ҡараңғылана бара. Дунька, һонолоп ятып, алмаш-тилмәш атының муйынынан яратып тырнаны, бармаҡтары менән ялын тарағыланы.
- Тпру-у! Уның янына атының ауыҙын шаҡара биреп тотоп Алексей килеп туҡтаны. Дуньканың аяғы аҫтынан тигәндәй ауыр ҡанаттарын елпеп бер ҡош пырхылдап тәпәштән генә осорға өлгөрҙө. Дуняша торған еренән уғын тоҫҡай һалып, керешен тартып та өлгөрҙө. Һәлмәк ҡош ергә тәгәрәне. Алексей тотоп ҡараны ла:
- Прямо в глаз попал! Дуняша, ты меткий стрелок! Откуда у тебя такая сноровка... – тип, яурындарынан тотоп һелкетте.
- С детства приучены... Каждая девушка, как я, охотник.
Шул ваҡытта ҡарағас ағасынан икенсе ағасҡа осҡан тейен бейектә пәйҙә булды. Уныһы ла аяҡтары аҫтына тәгәрәп килеп төштө. Алексей йәнлекте алып ҡараны ла ҡаршыһында торған һунарсыға ҡарап шаҡ ҡатты. Уның да һыңар күҙе юҡ ине... Ҡыйыу, сибәр башҡорт ҡыҙы ҡотло булып сыҡты. Алексей менән апаруҡ ҡына ҡор, һуйыр аҫып ҡайтҡанда, ҡараңғылыҡ ауыр ҡара пәрҙәһен ҡороп өлгөргән.Кузьма шунда уҡ аттарҙы Кузьмаға тапшырырға китте. Марфуша һәлмәк ҡорҙо тотоп ҡарап, башын сайҡаны.
Уңышлы һунар уңайынан Алексей байрам табыны ойошторорға булды. Шул арала һуйырҙар йолҡолдо, аш-һыу бүлмәһендә тәмле еҫтәрен борҡотоп, улары әҙер булды.Шәмдәлдәрҙә ут ҡабынғас та оҙон өҫтәл артына ҡунаҡтар йыйылды. Әлбиттә, һәр береһе алдарына ҡуйылған һимеҙ ҡалъянан ауыҙ итте, Алексейҙы маҡтап туйманы. Ҡулына ҡиммәтле биҙәкле гәлсәр бокал иҫерткес эсемлек һалып, ул Марфушаға Дуньканы алып килергә бойорҙо. Алдына алъяпҡыс таҡҡан, ҡулдарын уның итәгенә һөртә-һөртә ҡыҙара-бүртенә, оялышынан күҙҙәрен йәшереп, мосолман ҡыҙы килеп баҫты.
- За крепостнууую... Ҡайһылыр ҡатын-ҡыҙ, ризаһыҙлығын белдереп, бокалын иҙәнгә атып бәрҙе. Уның ярсыҡтары, көҙгөнө аяҙ көндө йәшен атҡандай тауыш сығарып, аяҡ аҫтарына һибелде.
- Ни за что!!! За эту убогую!!! – тип, уның артынан икенсеһе, кәзә бөрөсе тауышынан да нәҙегерәк тауыш менән сәрелдәне һәм селпәрәмә килгән ҡиммәтле быяла ватыҡтары селтерәне. - Не может быть!!!
- За тебя, Алексей!!! Аяғүрә баҫҡандар бер юлы һауыттағыларын бушатып, йомшаҡ урындарына сумдылар.
- Какой нации эта чернобровая?
- С Урала. Башкирка. Почему вы мне не верите? Вся дичь – ее охота.
- Наша рабыня Дунька может воевать против царя!!! Наш величественный царь не зря их народ не любит!!! Вон, из наших глаз долой!!! Вооон! Что цыгане, что эти чернявые, червивые, никудышный народ!!!
Марфуша Дуньканы ҡулынан етәкләп бүлмәһенә бикләй һалды.
... Көндән-көн эңер иртә төшөп, көндәр һалҡынға тартты, таңға тороуға ер өҫтөн аҡ ҡарҙай ҡырау япты. Ҡоштар, оҙон муйындарын һуҙып, үҙҙәренсә тауышланып, хушлашып, йылы яҡтарға күсенгәндәре һиҙелә. Нева йылғаһының өҫтөн дә йоҡа боҙ шөкәрәһе ҡапланы.
- Дуняша, хозяин хочет на охоту, заодно и тебя пригласил. Дикие гуси собираются в стаи.
Йүгеректәр тоҡомонан булған аттарҙың ҡанында еңеү сәме уяналыр, толпарҙар бер-береһен уҙҙырып, йылға буйына еткәндәрен һиҙмәй ҡалдылар. Ҡоштар баҙары... Һуналар, ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштарына тиклем алыҫ сәфәргә юлланырға йыйыналар икәнен шунан һиҙемләргә була, был йән эйәләре йылға тулҡындарында бәүелеп, йәйҙәгесә төпкөлгә суммайҙар... Йәй буйына ҡорһаҡтарына май йыйып көрәйгәндәре, ҡупырая төшөп, мамыҡтарын ҡабарталар ҙа матур күҙҙәрен йомоп, нескә торба муйындарын һауаға һуҙалар.
Шундайҙарҙы эләктерергә кәрәк тә инде. Улар, аттарын тышаулап яр ситендәге ҡурпыны ашарға ҡалдырҙылар ҙа ергә бырығып яттылар. Бер-бер артлы уҡтар яуҙырыуға, ҡоштар һауаға күтәрелеп, оло ғауға күтәрҙеләр. Алексей бер нисәһен атып төшөрөп өлгөрҙө. Дунька ҡоралына теймәне.
- Стреляй!
- Лебеди. Лебедь – священная птица. Птицы восхищения, доброты, любви! Нельзя в них целиться! Выстрелишь – жди горя, одиночества, нищеты.
- Ладно... Алексей ҡулдарын ауыҙына ҡуйып, оҙаҡ ҡына өйрәк булып быжҡылданы. Өҫтә ҡанаттарын туҡтауһыҙ елпелдәтеп ҡыр өйрәктәре күренде.
- Пли! Һыу тулҡындарында йөҙгән ҡыр өйрәктәрен ялбыр һунар эттәре ярға сығарыуҙан бушаманы.
Ҡыш етерен белдереп, әсе ел йылға тулҡындарын уйната, улары бер-береһен ҡыуыша алмай, һыу өҫтөн ҡараңғылатты. Алексей, йылға сығарған сыбыҡ-һабыҡтарҙы йыйып, яр буйына усаҡ тоҡандырҙы. Дуняша ҡулдарын усаҡҡа ҡуйып, ыуыштырғылап, йылытырға тотондо. Алексей, ҡыҙҙың ҡулдарын үҙенә тартып, ҡуйынына тыҡты. Уныһы, уңайһыҙланып, ситкә тартылды. Әммә егет ҡыҙҙың ихтыярына бойһонмай, сикәләренә, ҡайнар ирендәренә үрелде.
- Нельзя – грех!
Әммә Алексейҙың көслө ҡулдары уны ебәрмәне.
- Хисамееет дииин!
Ҡол ҡыҙы Сәрбифидандың яҙмышы йәнтөйәгенән алыҫ яҡтарҙа хәл ителде. Ошо ваҡиғанан һуң улар һунарға парлашып йөрөргә күнекте. Тиҙҙән сер сиселде.
... Алексейҙы атаһы тиҙерәк өйләндерергә тырышты. Һәр төрлө байрамдар йышайҙы. Үҙе кеүек бай ҡатлам араһынан бөртөк улына тиң эҙләне. Улы өйләнеү тураһында ишетергә лә теләмәне... Ул бай ҡатлам ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа саҡырып, төрлө уйындар уйнап, күңел асты. Алексей һирәк-һаяҡ Дунька янына инеп-сығып йөрөнө, атаһы Николай ҙа “ҡоллоҡтан ҡотҡарам” тигән вәғәҙәһен бөтөнләйгә онотто. “Бәпесемдең атаһы Алексей” икәнен белмәйҙәр микән тигән уйҙар, ҡорһағындағы сабыйы тулаған һайын һиҫкәндерҙе. Уның ҡарауы Марфушаның уға иғтибары артты. Көн дә тиерлек емеш-еләк, алманан өҙмәне.
- Не выходи из дому! Дитя похитит злой колдун прямо из твоего чрева, заменит на ведьму. Родишь какого-нибудь злого урода-ирода! – ти ҙә, стеналағы һүрәттәге Тәрегә ҡарап суҡынып ҡуя. – А так, я думаю, родишь мальчугана. Алексей – отец этого хочет. Бог любит тебя, станешь матерью. Я одна и одна. Некому за мной заботиться. Алексей юҡта, уның кейемен Дуньканың өҫтөнә яптырта.
- Оберег. Укутывайся. Не выходи на улицу. Злые глаза искалечат тебя и дитя. Ма, ешь молодильные яблоки. Яблоня угостит и тебя, и дитя на будущий год.
...Әсәһенең таң алдынан үҙен күршеләге кендек инәһенә йүгерткәне, ҡустыһы тыуғас, өләсәһенең сикһеҙ ҡыуанғаны күҙе алдына килде. “Ҡустығыҙҙы яңғыҙын өйҙә ҡалдырмағыҙ, ен алмаштыра. Берәй яҡҡа барыр булһағыҙ, бәпес өҫтөнә бысаҡ һалып сығығыҙ... Инәгеҙҙе ҡырҡ көн теге донъяға сират күпере көтөр, ауыр күтәртмәгеҙ, һыуыҡ тейҙертмәгеҙ...” – тигәне ҡылт итеп хәтеренә төштө. Хәтер, күңеленә оялаған һалҡынлыҡты, йылыта, ят ҡараңғы донъяһын яҡтырта, яралы яҙмышын еңеләйтә...
Дуняша, Алексей өйләнһә ла уның йылы ҡарашын, хәстәрләүен тойҙо. Ауыры һәлмәкләнгәс, уны икенсе ҡаттағы айырым бер бүлмәгә урынлаштырҙылар. Бәпестең тиҙҙән яҡты донъяға килерен һиҙҙереп, Дуняша урынынан да саҡҡа ҡуҙғала башланы.
- Не выходи к людям. Никто не должен знать о твоем положении, а то злой колдун похитит твое дитя и подменит на ведьму.
Дуняша арандай бүлмәлә яңғыҙы. Ҡорһағында тибенгән сабыйын һыйпап, тыуыр көнөн көттө. Бүлмәлә ауа-түнә ятыуына ла ай булғандыр.Аулаҡта йәнтөйәгендә ҡалған ғәмһеҙ бала сағы хәтерен яңырта. Ҡасан да булһа алтын бала сағы үткән төйәгенә ҡайтып, тауҙарына менер, йылғаһында һыу инерме? Тыуыр сабыйы ҡорһағына типкесләне лә биленең түҙеп торғоһоҙ ауыртыуына сыҙамай, карауатының ситенә тотоноп, һығылып төштө. Асыҡ ишектән Марфа күренде.
-Господи, роды начались... Повитуха!!! Якоб Митрофанович!!! Уны елтерәтеп тигәндәй, йәһәтләп аҫҡа төшөрә һалды. Мунсаға индерҙе. Яңы ғына яғылған мунсаның эләүкәһенә һалды. Дуняшаның тыны ҡыҫылды, биле менән ҡорһағының ауыртыуына сыҙамай, ни тороп ултыра алмай, ятҡан урынында тәгәрәне.
-Әсәәәй... Әсәкәәәйем...
Бәләкәйерәк ҡумта тотҡан кеше инде. Аҡ кейемдә. Боролоп ҡараны. Эйәген түңәрәкләп һаҡаллы ир кеше!
-Әсәәәй... Әсәкәәәйем... Уй, Аллаҡайым, ир кеше!
- Не подходите!!! Дуняша торорға уйланы, йәне сығып бара. Күҙҙәрен йомдо.
-Не подходи!!! Ятҡан еренән типте. Якоб Митрофанович тигәндәре ҡайҙалыр тәгәрәп барып төштө. Ап-аҡтан кейенгән, оло йәштәге ирекәй, һынсыл ҡараны ла:
-Тужься... Тужься... – тип, туҡтауһыҙ ҡабатланы. Дунька, был һүҙҙең мәғәнәһен аңламаны, ярҙамға әсәһен саҡырҙы.
- Әсәәәй..