Мораҙым
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2025, 16:14

Доға - барлыҡ сирҙәргә дауа

Ер йөҙөндә бер тапҡыр ҙа ауырымаған бер кеше лә юҡтыр. Күтәрә алырлыҡ һынауҙарҙы биреүсе Аллаһ һәр сиргә хәйерле шифаһын да әҙерләгән.

Дауаланыу ысулдары күп, әлбиттә. Кемгәлер үҙенең ихлас күңелдән ҡылған доғаһы сәләмәтләнеү сәбәбе булып торалыр.

Кешенең тормошонда ниндәй генә хәл булмаһын, ҡулдарын күтәреп бер Аллаһтан ярҙам һорап ялбарыу тик файҙаға ғына. Был хаҡта беҙ дини яҙмаларҙан да күрәбеҙ.

 Әйүп пәйғәмбәрғә, Аллаһ унан риза булһын, олы һынау булараҡ бик ҡаты ауырыу килә. Изге пәйғәмбәр Раббыһынан шифа һорап доға ҡыла:“Әйүпте лә иҫкә ал. Раббым, өҫтөмә бәлә килде, ә Һин рәхимлеләрҙең дә рәхимлеһе”.

  “Уның доғаһына яуап бирҙек һәм өҫтөндәге бәләһен алдыҡ...” (“Пәйғәмбәрҙәр”, 83-84-се аят)

 “Вә нүнәззилү минәл Ҡурьәни мә һүүә шифәәүн вә рахмәтүл-лил-мөминин” (Беҙ Ҡөрәәндә мөэминдәр өсөн шифа һәм рәхмәт булған аяттар иңдерәбеҙ ) (“Исра” сүрәһе, 82-се аят)

“Аллаһумма Раббән-нәс! Әҙһибил-бәъҫә үәшфи әнтә ш-шәәфи ләә шифә ә иллә шифәүк. Шифә ән лә йүғадирү сәҡамә.”

Мәғәнәһе: Аллаһым! Әй инсандарҙың Раббыһы! Ауырыуҙы юҡ итеүсе! Ауырыуҙы бөтөрөүүсе шифа бир. Шифа биргән бары тик Һин генә, Һинән башҡа шифа бирәсәк бер кем дә юҡтыр”.

Күңел болоҡһоп, йә ауырыу торғанда тәһәрәтле хәлдә башта “Фатиха”, “Ихлас”, “Фәлаҡ”, “Ән-нәс”, “Аят әл-көрси” сүрәләрен уҡыуҙың файҙаһы ҙур. Ошо сүрәләр уҡылған һыу ҙа шифалы була.

Ҡулды ауыртҡан урынға ҡуйып, 3 тапҡыр “Бисмилләәһи” (Аллаһ исеме менән) тип әйтергә һәм 7 тапҡыр “Әғүҙү билләәһи үә ҡудратиһи мәә әжидү үә үхәҙир” (Үҙем тойған һәм ҡурҡҡандың яуызлығынан Аллаһҡа һәм Уның бөйөклөгөнә һыйынамын) тип ҡабатларға мөмкин.

Барлыҡ хәйерле доғаларыбыҙ ҡабул булһын, Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла тән һәм йән сәләмәтлеге насип итһен.

Дини календарҙан.

 

 

 

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас