Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2025, 10:07

Сабырлыҡтар бир, Хоҙайым, яугир әсәләренә!

 Яугир әсәләре! Иҫ киткес сабыр ҙа, ҡаялай ғорур ҙа, аҡ ҡыштарҙай пак уйлы ла үҙҙәре... Төрлөһөндә төрлө әрнеү-ғазап, тик барсаһының да йөрәк һағыштары ғәзиз улдарына бәйле. Юҡ, беҙҙең ярҙамға мохтаж түгел улар, әммә еребеҙ именлеге өсөн Ватан һағында тороусы, йәнен аямай утҡа инеүсе батыр ил улдары әсәләренә ихтирам, хәстәрлек күрһәтеү – беҙҙең оло бурыс.  БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, яҡты йөҙлө Гөлфинә Күсәрбаева - йылдан артыҡ хәрби хеҙмәтендә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып күпме һалдаттарҙы ҡотҡарған, үҙе аҙаҡ дошман утынан ҡаты йәрәхәтләнеп фәрештәләй аҡ халатлылар, хәрби табиптар һәм ғәзиз әсәһенең тәрән һөйөүе ярҙамында үлем тоҙағынан ҡотолған  батыр егеттең изгелекле әсәһе.  

Сабырлыҡтар бир, Хоҙайым, яугир әсәләренә!Сабырлыҡтар бир, Хоҙайым, яугир әсәләренә!
Сабырлыҡтар бир, Хоҙайым, яугир әсәләренә!

 Гөлфинә Әхәт ҡыҙы һаулыҡ өлкәһендә 1992 йылдан бирле эшләй. Тәүҙә оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булараҡ кешеләргә мәрхәмәтлек өләшә, артабан үҙен шәфҡәт туташтарының эшен ойоштороуға, дөйөм эшмәкәрлеген яҡшыртыуға бағышлай. 2020 йылдан ул Мораҡ үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

 Ул Яңауыл (халыҡ телендә Эткөсөк) ауылында Гөлнур менән Әхәт Баймөхәмәтовтарҙың эшһөйәр һәм татыу ғаиләһендә тыуа. Бөрлөгәндәй өс бөртөк ҡыҙҙың хәстәрлекле атаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяларҙы бик иртә, 55 йәшендә ҡуя. Төп терәкһеҙ ҡалғас, Гөлнур Хөрмәт ҡыҙы донъя йәмен тынғыһыҙ ауыл эшендә табып, әлеге ваҡытта ла мал ҡарап, баҡса үҫтереп гөрләтеп донъя көтә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә сабырлыҡ, таһыллыҡ өлгөһө булып йәшәй.

 Бәләкәстән киләсәктә аҡ халат кейергә хыялланған Гөлфинә мәктәптән һуң Салауат медицина училищеһында уҡый. 1992 йылда Мораҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә килгәс, иң тәүге хеҙмәт тәжрибәһен шәфҡәт туташтарынан айырыуса түҙемлек, физик һәм мораль көс талап иткән хирургия бүлегенең операцион блогында ала. Артабан Яңауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла, Йомағужа участка дауаханаһында ла эшләп бай тәжрибә туплай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт медицина университетында шәфҡәт туташы эше менеджеры һөнәренә уҡып, юғары белемгә эйә булырға ла өлгөрә. Артабан тырыш хеҙмәткәрҙең иңдәренә яуаплыраҡ эштәрҙе йөкмәтәләр.  

 Яҡты булмышлы аҡ халатлы ауыр саҡта үҙенә уң иңен ҡуйған, ярҙам ҡулын һуҙған берҙәм коллективына мең рәхмәтле. Илебеҙ өсөн һынаулы дәүерҙә яҙмыш өс баланың изгелекле әсәһен дә ныҡлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынай шул...

   Шат йөҙлө, хәрби дуҫтары менән аралашыусан булғаны өсөн махсус хәрби операция биләмәһендә “Нурик” позывнойын алған өлкән улдары мәктәптә уҡыған осоронда белемгә, компьютерға, техникаға әүәҫлеге менән айырылып тора. Армия сафын Екатеринбургта тимер юл ғәскәрҙәрендә үтә. Илебеҙ сиктәрендә тотороҡлолоҡ ҡаҡшап, афәт ябырылғас, ысын ир-егет аҫылы булараҡ ситтә ҡала алмай, икенсегә хәрби хеҙмәткә китә. Ысынлап та, тилбер ҡуллы, логик фекерләүгә әүәҫ егет алғы һыҙыҡта кәрәклерәк булып сыға. Тәүҙә үҙе квадрокоптерҙар менән идара итеү серҙәренә төшөнә, артабан өс ай был яуаплы эшкә  һалдаттарҙы уҡыта. Әммә дошмандар ҙа һис йоҡламай шул.

 Даими иғтибарҙы талап иткән ауыр һәм ҡатмарлы эштә яугирҙың, бәлки, бик талсыҡҡан мәле булғандыр... Тынғыһыҙ хеҙмәтенә теүәл бер йыл да бер ай тулғанда дошман уты “Нурик”тың үҙен дә аямай, аяғынан йыға. Тәне ҡаралай янған батырҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн Санкт-Петербургтың Киров исемендәге хәрби академия госпитале реанимацияһында, И.Джанелидзе исемендәге ашығыс ярҙам күрһәтеү институты госпиталендә хәрби табиптар өс ай көрәшә. Өс ай дауамында улы эргәһендә аҡ теләктәр теләп янған, өҙгәләнгән әсәнең уй-кисерештәрен ябай һүҙҙәр менән әйтеп аңлатыуы мөмкин дә түгел.

- Аҡ халатлылар улымды ысын мәғәнәһендә теге донъянан ҡайтарҙылар. Бер минут тик тормаған, ҡаты йәрәхәтләнгән яугирҙарҙың сәләмәтлеге өсөн өтәләнеп тороусы хәрби табиптарҙың, урта һәм кесе персоналдың ни тиклем изге эш башҡарыуына, ныҡлығына хайран ҡалдым, ғорурландым. Мең рәхмәтлемен үҙҙәренә. Оборона министрлығы Санкт-Петербургта ҡунаҡхананан бушлай бүлмә бүлде, хәстәрлектәре күңелде йылытты. Хәлемә инеп, ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәтенә һәм бергә эшләгән коллегаларыма, ҡәҙерле әсәйем, туғандарыма, киленемә оло рәхмәтем, - ти Гөлфинә Күсәрбаева.

 Аяҡҡа баҫыу менән генә түгел, артабан батыр егеттән был мәхшәрҙе бер ҡурҡыныс төш кеүек онотор, үҙендә көс табып өр-яңынан тыныс тормошта йәшәргә өйрәнер өсөн күпме ваҡыт, ихтыяр көсө, ә улына аҡ теләктәр теләп йылдан артыҡ төн йоҡоларын керпек ҡаҡмай үткәргән әсәнән тағы ла күпме сабырлыҡ, рух ныҡлығы талап ителә! “Атай” тип күҙҙәренә һөйөп баҡҡан сәскәләй ҡыҙы Амелия, “балам” тип өҙгәләнгән әсәһенең йөрәк йылыһын, тирә-яҡтың хәстәрлеген тойған батыр егеттең бар ҙа яҡшы булырына ихлас күңелдән ышанғы килә.

...Сабыр йөрәкле әсә, яҡты йөҙлө аҡ халатлы менән һаубуллашып дауахананан сыҡҡанда ҡырпаҡ ҡына ҡар төшә ине. “Яугир әсәләренә сабырлыҡ бир, Хоҙайым! Донъялар тиҙурәк паклыҡҡа сорналһын да, еребеҙгә именлек ҡайтһын, әсәләр йөрәге ҡанһырамаһын!” тигән теләктәр менән ярһып типте йөрәк...

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас