

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Хәлит Сәлтәшевтың тәрбиәләнеүселәре ярыштарҙа, турнирҙарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, еңеүҙәр яулай һәм төрлө наградалар ала. Спорт мәктәбе үҙенең республика һәм Волга буйы федераль округында чемпион булған Павел Попов, Илнар Тажетдинов, Дмитрий Смирнов, Данил Симонов, Курбан Абакаров, Гүзәл Айытҡолова, Айнур һәм Айтуған Байдәүләтовтар, Самат Фәизов и Олег Павлович (махсус хәрби операция барышында һәләк булды) менән ғорурлана.
Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең район был спорт төрөн үҫтереү буйынса төбәк буйынса тәүге унау иҫәбенә инә һәм республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ була.
Бөгөн дә беҙҙең йәш спортсылар үҙҙәренең оҫталығын камиллаштыра. Сентябрь баштарында Данил Камардин, Владимир Кочерев һәм Даниил Сәфәрғәлин Ырымбурҙа үткән тренер, Ырымбур ҡалаһының почетлы гражданы Арнольд Жданов иҫтәлегенә ойошторолған турнирҙа ҡатнашты.
Ағымдағы йылдың 20 октябренән 25-енә тиклем Башҡортостан беренселеге үтте, унда район-ҡалаларҙан 518 спортсы ҡатнашты. Беҙҙең спортсылар унда уңышлы сығыш яһаны. Башҡорт физик культура институты студенты Элина Динеева 60 кг-ға тиклемге ауырлыҡта беренсе урын яуланы, әле ул өйрәнеү-тренировка сборында, тиҙҙән республиканың йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ.
46 кг-ға тиклемге ауырлыҡта икенсе урынды Искәндәр Яҡшыбаев (Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы) алды, “баҡыр” Милана Аҙнабаевала (54 кг), Ильвир Исламғоловта (42), Ризван Сәфәрғәлиндә (54) - бөтәһе лә Башҡорт гимназияһынан һәм Владимир Кочеревта (52 кг) – Мораҡ 1-се урта мәктәбенән.
Ағымдағы йылдың 27 ноябренән 7 декабренә тиклем Өфө ҡалаһының Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионаты үтә, ул ысын спорт һәм сәләмәтлек байрамы буласаҡ. Республиканың баш ҡалаһы өсөн был икенсе чемпионат, тәүгеһе 2023 йылда уҙғайны. Был юлы рингта Рәсәйҙең 180 спортсыһы осрашасаҡ. Беҙҙең республиканы 11 ҡыҙ яҡлай. Улар араһында Элина Динеева ла бар. Уға уңышлы сығыш теләйек!
Хәлит СӘЛТӘШЕВ, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре:
- Республикала һәм районда боксҡа ҙур иғтибар бүленә. Сөнки ул сәләмәт ғәҙәттәр булдыра, характерҙы тәрбиәләй, сыныҡтыра. Беҙҙә бокс менән шөғөлләнер өсөн уңайлы инфраструктура булдырылған, биналар, инвентарь, тренерҙар бар.
Егеттәр, малайҙар менән бергә ҡыҙҙарҙың да шөғөлләнеүе ҡыуандыра.
Анатолий КАЗАКОВ.