Яҡынының шундай ғына хәстәрен һиҙеү уға ҙур кинәнес бирә ине.Сәғәтте-сәғәт, һыуһынды-һыуһын алмаштырҙы. Өс салғысы ал-ял белмәй бесән сапты. Көн кисләне. Саба тоған ер ҙә күп түгел һымаҡ. Урмандың һәр төрлө мөйөшөнән башҡа бесәнселәрҙең ауыл яғына ҡайтҡан тауыштары ишетелә башланы. Әле арба, әле машина, трактормы, мотоциклмы, барыһы ла көтөү ҡайтыр мәлгә ауылға ашыҡты. Быҙауҙарҙы кәртәгә ябып өлгөрөр кәрәк.--Бөгөн бөтөп бумаҫ, ҡуҙғалайыҡмы әллә, ҡыҙҙар? Быҙауҙар ҡушылып ҡуйыр,--тип мөрәжәғәт итте Кәтибә ҡыҙҙарына.--Ю-уҡ, әсәй, әйҙә күп ҡалманы ла инде, бөткәс бөтәйек. Салғыларҙы ла юл ыңғай теге сабынлыҡҡа алып барып ҡалдырып китербеҙ, исмаһам. Әтеү, иртәгә шуның өсөн, тегеләй-былай ярты көн йөрөп ятаңмы?—тип, Тәғзимә ҡаршы килде.Уның иң яратҡан һыуһыны-киске һыуһын. Ҡыуыш ҡороп ятыпауылға ҡайтмай ғына бесән эшләр кәрәк ине, тип гел хыяллана. Атаһы һау булһа, шулай итерҙәр ине лә, юҡ шул. Әсәһе генә һыйыр һауырға ҡайтып йөрөр ине әле. Атаһы һау саҡта шулай итә торғайнылар ҙа бит.--Һалҡын төшөп, яҡшылап бесән сабырға керештеңме, ҡайтырға ваҡыт етә лә ҡуя,--тине апаһы ла уның һүҙен йөпләгәндәй. Кәтибә, ҡыҙҙарын йәлләһә лә, уларҙың ололар кеүек аҡыл йөрөтөүҙәренә һоҡланып туя алманы. Дөрөҫ әйтәләр бит. Ҡыҙҙарының һүҙенән Кәтибәнең үҙенә лә әллә күпме көс өҫтәлгәндәй булды, ул тағы ла киңерәк һелтәргә тырышты. Быҙауҙарын ҡайһы ваҡыт күрше Шәмсиҡәмәр әбей индереп яба торған, япмаһа ни, бер һауын һөт ҡайҙа китмәгән, йәш быҙауҙар түгел әле, тип эстән генә уйлап алды йәш ҡатын.--Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр, аллаға шөкөр, бына тамам был сабын да—тип, Кәтибә сабынлығының осона сығыуҙарына балалар кеүек ҡыуаныуын ҡыҙҙарынан йәшерә алманы,--ох, ҡыҙҙарым шәп, һау ғына булығыҙ инде. Ун егеткә лә алыштырғыһыҙ,-тип маҡтарға ла онотманы.Ҡыҙҙар бик ҡәнәғәт. Оҙаҡ мыштырлашып торманылар, һәр береһе үҙенә тәғәйен әйберен тотоп, салғыларын елкәләренә һалып юлға сыҡтылар. Урман тыныс, башҡа бесәнселәр ҡайтып бөткән. Оло ҡайынлыҡҡа барып етеп, салғыларын, һауыт-һаба, кәрәк-яраҡтарын ҡалдырғанда ҡараңғылана башланы. Бер арба, техника тауышы ишетелмәй. Был һиллек үҙенә күрә әллә ниндәй ҡурҡыныс шомлоҡ уята ине. Әсә кешенең йөҙөндә етдилек, беленер-беленмәҫ кенә хәүеф тә барлыҡҡа килде.--Ошо мәлдә, ҡайһы ваҡыт колхоз көтөүселәре ауылға, ялға ҡайта торғандар, әйҙәгеҙ, тиҙерәк юлға сығайыҡ, бәлки шуларға эләгеп ҡайтырбыҙ,-тип ашыҡтырҙы Кәтибә ҡыҙҙарын. Эштәренән ҙур ҡәнәғәтлек алған ҡыҙҙарҙың юлға сыҡҡас, телдәре асылды. Күберәген Тәғзимә тәтелдәне.Ул, бая бакуйҙарҙан йыйып алған һары мәтрүшкәләрен ҡулдан ысҡындырманы. Ҡайтҡас та келәткә индереп һалҡынға ғына киптерергә һаласаҡ.Тәғзимә, әле үҙе уйлап сығарған көләмәстәрен һөйләп, әле ҡыланып, әсәһе менән апаһын көлдөрә-көлдөрә Арба үҙәгенә килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Ике яҡтан текә генә тау уртаһынан ярайһы ғына оҙонлоҡтағы был үрле үҙәк ауылдан алыҫ та түгел. Иң алда апаһы, уртала Тәғзимә, артта әсәһе, шул үргә артыла ғына башлағайнылар, әсәһенең яман итеп ҡысҡырғанына ике ҡыҙ бер юлы әйләнеп ҡараны ла, бер тындан:--Нимә булды, әсәй?-тип һоранылар. Кәтибә уларға яуап бирер урынға һул яҡ тау битенән сабышып килгән бер-нисә айыуҙың ҡаршыһына ташланды. Баяғынан да яман итеп ҡысҡырып, яуырынындағы рюкзагын сисеп, шуның менән һелтәнде. Аяҡтарын тыптырлатып саң борҡотто.Бер-нисә аҙым ҡаршы барҙы ла урынында һикерегә, ҡысҡырырға тотондо. Быны күреп эштең ниҙә икәнлеген аңлап алған ҡыҙҙар, тәүҙә юғалып ҡалдылар. Сабышып килгән айыуҙар Кәтибәнең генә тауышын ишетмәнеләр шикелле, был яҡҡа табан сабыуҙан туҡтаманылар. Тәғзимәнең өҫтөнә алмаш-тилмәш әле ҡайнар һыу, әле боҙло һыу һиптеләрме ни. Йә, хоҙай, барыбыҙ ҙа ошонда айыуҙарҙан ботарланып ҡына һәләк булырбыҙ микән ни, тигән аяныслы уй мейеһен телеп үтте.Үҙе лә һиҙмәҫтән, әсәһенән дә яман итеп ҡысҡырып, айыуҙар яғына әйләнеп ҡаршы торҙо. Ғәлимә иһә ирендәренә бармаҡтарын һалып тороп әсе итеп һыҙғырырға тотондо Үҙәк эсендәге юлда ғауға ҡупты.Ниһайәт, уйнаҡлап күңелле генә сабышып килгән айыуҙар быларҙы ишетте, буғай, иң алда сабып килгән хәтәр ҙур айыу, ҡаршыһындығы кешеләрҙе күреп, сабыуынан шып туҡтаны. Тауҙан түбән булғанғалыр инде, ул туҡтай алмай бер тиклем шыуып китте.Туҡтау менән яман итеп үкереп ебәрҙе лә уҫал ҡараштарын алдындағы кешеләргә төбәне. Был инде әсәле-ҡыҙлы өс бесәнсенең ғүмерҙәре өсөн һуңғы янау булып яңғырағандай булды. Уның тауышына башҡалары ла иғтибар итте, сабыуҙарынан яйлап атлауға күстеләр. Морондарын һауаға сөйөп еҫкәнешеп алдылар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Тәғзимәләрҙе күҙәтергә тотондолар. Шул арала Кәтибә ҡапыл ҡыҙҙарына боролоп ҡараны ла:--Барығыҙ, һеҙ ҡасығыҙ! Мин бында уларҙы әүрәтеп ҡалайым.—тип ҡысҡырҙы. Тәғзимәгә әсәһе шундай йәл булып китте.--Юҡ, мин ҡалам, бар һеҙ ҡасығыҙ!-тине ул үҙенең ни һөйләгәнен дә аңламай.--Юҡ, ҡасмайыҡ, беҙ йүгерә башлаһаҡ, улар баҫтырырға тотонорҙар—тип, Ғәлимә лә ҡасыуҙан баш тартты.--Улар был мәлдә ас түгел, туҡ. Беҙҙе ашар өсөн түгел, балаларына уйнатыр өсөн биреүҙәре генә бар,--тип әйтеп өлгөрҙө Тәғзимәнең әсәһе ҡыҙҙарына.Ул арала теге ҙур айыу, инә айыу икәне асыҡ инде, тағы ла ажғырып үкереп ебәрҙе. Уны ғәзиз балаларының ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуйған әсәй кеше яуапһыҙ ҡалдырманы. Айыуҙың үҙенән яман үкерҙе. Ысын мәғәнәһендә үкерҙе. Был үкерешеүгә инә айыуҙың артында һаман уйындарынан арына алмаған айыу балалары, эштең уйын ғына түгел икәнлеген аңланы, буғай. Улар бөтөнләй йөрөүҙәренән туҡтанылар ҙа, оҙон үлән араһынан үрелеп-үрелеп ҡарап, буйҙары етмәгәндәре ағасҡа тотоноп, сабыйҙар ихласлығы менән, улар өсөн кеше тигән ят нәмәләргә текәлделәр. Бер аҙға көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. Инә айыу менән әсә кеше бер-береһенән күҙҙәрен алманы, улар шул килеш һәр ҡайһыһы үҙенең балалары менән аралашты. Айыу, урынынан бер илле лә ҡуҙғалмай ғына, тағы берҙе үкерҙе. Был юлы ныҡ ҡурҡыныс яңғыраманы һымаҡ.--Айыу күмәк кешегә ынтылмай ул, яңғыҙы булғанда. Хәйерһеҙ, былар үҙҙәре күмәк, тегеләре балаларылыр инде. Шуларҙы ҡыҙғанып биленләп китеүе бар.—тип Кәтибә, әллә ҡыҙҙарын тынысландырырға, әллә үҙ алдына һөйләнеп алды.--Әйҙә, һуң күмәк булып күрененргә тырышайыҡ, улар һанай белмәй ҙә инде. –тип, Тәғзимә ҡулындағы мәтрүшкәләре менән һелтәнә-һелтәнә юл буйлап саң туҙҙырып, яман итеп ҡысҡырып бейергә кереште. Айыуҙар яғына әсәһе торған ерҙән дә үтеп китте. Быны эшләүе уға бигерәк ҡурҡыныс та, хәүефле лә ине, шуғалыр ҙа инде, әсәһен үтеп киткән ерҙә тауышы әллә нисек хайуандарса килеп сыҡты. Үҙенең ҡолағына үҙе ышанманы.Ундай тауышты ул бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла ишеткәне юҡ ине. Ҡамсы менән һыҙыра тартҡан шикелле, эҫе ут башынан башлап, арҡаһына, унан сандырҙары буйлап табанынаса яндырып үтте. Ғәлимә апаһына ҡарап:--Һин туҡтамай һыҙғыр, давай, бер урында ғына торма, күмәк булып күренергә тырышайыҡ,--тип, Тәғзимә апаһына йән өҫтәп ебәрҙе.Инә айыу был юлы башын сайҡап, тештәрен ыржайтып, юлдағыларға бик асыулы итеп, ҡарх-ҡорх килеп алды ла, эт кеүек ырылдарға тотондо. Был уның балаларына биргән командаһы булды, ахыры. Айыу балалары теләр-теләмәҫ кенә артҡа боролоп китә башланылар. Ҡайһы берәүҙәре ҡулдары менән ағасҡа тотоноп, һаман юлдағыларҙы күҙәтергә теләне. Был инәләренә оҡшаманы, уның тағы ла ныҡышмалыраҡ ырылдауына тегеләр буйһондо, артҡа ҡарай йүгерешеп үк киттеләр. Улары күҙҙән юғалғансы инә айыу урынында шул килеш ҡалды.
Бесәнселәргә аҙ ғына йән ингәндәй булды. Кәтибә яйлап-яйлап ҡына артҡа сигенә башланы, ҡыҙҙарына ла:--Һиҙҙермәй генә үргә шыла барайыҡ,--тине. Юл өҫтөндәгеләр һәр береһе һәр төрлө тауыштар сығарып, хәрәкәттәр яһап яйлап ҡына тауға үрләнеләр. Тәғзимә, ул арала әллә ҡайҙан табып алған ағас ботағы менән юлдағы ойоп ятҡан ҡалын ғына турпаҡ онон борхотоп, аяғы менән дә тыпырлатып саң туҙҙыырып бейене лә бейене.Арба үҙәге буйлап төтөн һымаҡ саң күтәрелде.Күпмелер ваҡыттан инә айыу артҡы аяҡтарына баҫып үрә торҙо. Бесәнселәрҙең тәндәре тағы ла эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тағы ла көслөрәк һыҙғырырға, ҡысҡырырға, бейергә тотондолар. Айыу шул килеш саҡ ҡына башын бороп балалары киткән яҡҡа иғтибар итте, тегеләренә күҙ һалды булдымы икән, шунан оҙаҡ торманы дүрт аяғына ла баҫты ла, яйлап ҡына артҡа борола башланы.--Ана шулай, ана шулай, һай-һай-һай, бар-бар, кит!—Әсәһенең тауышына ышаныс өҫтәлгәндәй тойҙо Тәғзимә. Үҙе бар күңеле менән был мәшхәрҙең ошо ерҙә туҡтауын теләне. Айыу ҙа, бесәнселәр ҙә арттарына боролоп ҡарай-ҡарай, бер-береһенән яйлап ҡына алыҫлаштылар.Арба үҙәге шул тиклем оҙон булып тойолдо Тәғзимәгә был юлы. Арыуҙан да, ҡурҡыуҙан да ҡалтыранған аяҡтар көс еткеһеҙ ауыр. Үҫмер ҡыҙҙар әленән-әле әсәләренә күҙ һала киләләр. Әсәһенең йөрәге насар икәнен яҡшы беләләр улар. Йығылып ҡына ҡуймаһа ярар ине, тип борсола ҡыҙҙар эстән. Айыуҙар менән ара йыраҡлашҡан һайын, аҙымдар шәбәйә бара, тик атлауҙары шундай ауыр. Бер-береһе өсөн йәндәрен аямаған өс ҡатын-ҡыҙ араһында борсоулы, хәстәрлекле ҡараштар менән устарын ныҡ итеп ҡыҫып етәкләшеп алыуҙар ҙа, бер-береһенең яурындарынан һөйөшөп алыуҙар ҙа алышынып торҙо. Баяғы кеүек теҙелешеп кенә тыныс атлай алманылар. Ун биш- егерме минут эсендә кисергән ҡот осҡос кисерештәре, ғүмерҙәренең аяуһыҙ ҡурҡыныс аҫтына ҡалыуы үткәненә, шул уҡ ваҡытта, береһенең дә паникаға бирелмәй, батырҙарса (был ысын мәғәнәһендә шулай), татыу ғына шул ҡазаны еңеп сығыуҙарына үҙҙәре ышанып етмәйҙәр ине әле. Улар үҙ-үҙҙәренән бындай уҡты көтмәгәйнеләр, хатта ете ятып, ете торғанда ла баштарына килмәгәндер.Ниһайәт, үҙәктең башына менеп еттеләр, ана тиҙҙән ауылға терәлеп ятҡан көнбағыш баҫыуы башлана.--Әсәй, хәлең нисек?—Ғәлимә әсәһенең беләгенән тотоп алды.--Һәйбәт-һәйбәт, үҙеңдеке нисек һуң әле?—тип һораны Кәтибә, Ғәлимәһенең күҙҙәренә йәш тулғанын күреп.--Нисауа,--тигән булды Ғәлимә ситкә ҡарап, күҙҙәрен йәшерҙе.--Тоҡос, һинең хәлдәр нисек?—әсәһе яратып ҡына Тәғзимәгә өндәште.Һаман да ҡулындағы ағас ботағын уйнатып, ике аҙым алдараҡ барған Тәғзимәнең керпектәре ярайһы ғына еүеш ине инде. Шуның өсөн дә бер аҙ өндәшмәй барҙы ла, тауышын ҡалтыратмаҫҡа тырышып:--Индийский!—тип яуап бирҙе. Бар булмышы менән ул үҙенән ике аҙым артта килгән яҡындарының аҙ ғына булһа ла кәйефен күтәргеһе килде. Ғәлимә йәш аралаш көлһә, Кәтибә бәләкәйенән һоҡланыулы ҡарашын ала алмай, рәхәтләнеп көлдө. Тәғзимә арттағыларының көлөүен ишетеп, уларға әйләнеп ҡарамай ғына ҡәнәғәт йылмайҙы. Һиҙҙермәй генә йәштәрен ҡоротто. Үҙе, тап ошо мәлдә, бөгөн төндә күргән төшөн иҫкә алып, әсәһе менән апаһының күңелен күтәргәне өсөн шат ине.--Бына бит, балам, атайыңдың төшөңә инеп, яман итеп ҡарап сығып китеүе. Үҙенсә иҫкәртеп йөрөүе булғандыр инде.—Кәтибә Тәғзимәһенең төшөн ишеткәс тә, ниндәйҙер иҫкәртеү икәнен аңлаһа ла, был төштөң бөгөн үк юш килеүе көтмәгән хәл ине. Барыһы ла бер-аҙ шымып ҡалдылар.Тынлыҡты Тәғзимә боҙҙо. Артына әйләнеп ҡараны, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Хәүеф-хәтәр тойолмағас:--Әсәй, айыуҙың балалары нисәү булды шул?—тип бер ҡатлы сабый ҡыҙыҡһыныуы менән әсәһенә ҡараны.Был мәлдә улар атлаған юл, баҫыу араһына инә башлаған ине инде. Өс бесәнсегә был баҫыу шундай яҡын, һаҡлар ҡәлғә һымаҡ тойолдо, Тәғзимәнең мәрәкә һүҙҙәре бесәнселәргә йән өҫтәне. Аяҡтар еңеләйеп, аҙымдар ҙа ырап киткән һымаҡ булды. Улар өсөһө лә ихлас баяғы айыуҙарҙың балаларын һанарға керешеп киттеләр.--Ысынлап та, нишләп был айыуҙың балалары күп булып сыҡты һуң әле? Һеҙ нисәүһен күрҙегеҙ?--Инә айыуҙың артында ғына ике бәләкәйерәге, унан һуң уң яғынан тауҙың иң өҫтөндә бер ҙурырағы,--тине Ғәлимә, ҡапыл ғына артына бөтөн кәүҙәһе менән боролоп ҡарап.--Һул яғында, оҙон үлән араһында тағы бер-нисә баш күренде.—тип өҫтәһә лә, Тәғзимә лә, апаһы менән әсәһе лә, аныҡ ҡына бер һанды ла әйтә алманылар. Бәлки, айыу балалары үлән араһында әле бынан, әле тегенән үрелеп ҡарап йөрөгәнгә күп күренделәр микән, әллә ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәре шул була микән, нисек тә Тәғзимәнең хисабы буйынса, айыуҙар уларға ҡарағанда ике тапҡыр күп икәнлеге асыҡ ине. Шуға ла ул:--Әсәй, әгәр, һуғышып киткәндә, улар барыбер беҙҙе еңә ине, сөнки ике тапҡыр күберәк инеләр бит, һәр беребеҙ берешәр айыу менән һуғышҡанда ла...—тип Тәғзимә бик етди төҫтә үҙенсә һығымта яһап ҡуйған булды. Кәтибә ҡыҙының был һүҙҙәрҙә шаярып һөйләмәгәнен күреп:--Э-э-эй, балаҡайым, нимә һөйләгәнеңде аңламайһың. Һуғышҡа ҡала торған булһа, өсөбөҙгә берәүһе лә етер ине беҙҙе өҙгөләп ташларға.—тине. Тәғзимәнең тәне ытырғанып китте. Аллам ғына һаҡлаһын, тип теләне ул эстән генә.Һүҙгә әүерәп әленән-әле артҡа боролоп ҡарауҙар ҙа кәмене һәм бөтөнләй туҡтаны.Балалыҡтан сыҡмаған ҡыҙҙарҙың фекеренә, ҡыланыштарына үҙе лә бик тиҙ бирелеп китеүсән, ошо яҙ ғына ҡырҡын тултырған тол Кәтибә, был юлы ла, әле генә булып үткән мәшхәр тураһында бөтөнләй балаларса һөйләшеп алды ла китте.Хатта:--Баяғы айыуҙарҙы оҙағыраҡ ҡарап торманыҡ,--тип тә ебәрҙе. Ҡыҙҙары, ҡолаҡтарына ышанмағандай, аптырап әсәләренә ҡараны.--Гел ниңәлер, айыуҙы яҡындан ғына күргем килеп, уйлап йөрөй торғайным, тик бындай хәлдә түгел инде. Күмәк кешеләр менән булған саҡта, мәҫәлән, звено менән колхозға бесәнгә йөрөгәндә,--тип, аҡланған һымағыраҡ өҫтәп ҡуйҙы Кәтибә, көлөмһөрәп. Үҙе, әллә ҡасаңғы теләгенә ирешкән кеше һымаҡ, күҙҙәрендә осҡондар уйнатты.--Мин бер ҡасан да күрмәһәм дә ризамын.—тине Ғәлимә, ауыҙын ослайтып.--Әсәй ҡышҡыһын циркка алып барһа, ундағы айыуҙарҙы ла ҡарамаҫ инеңме? Нимә, күҙеңде йомоп ултырырһыңмы?—тип, эләктерә һалып алды Тәғзимә. Күмәкләшеп рәхәтләнеп көлөп ебәрҙеләр.Бына ауылдары ла күренде. Әсәле-ҡыҙлы өс бесәнсенең йөҙҙәрендә әйтеп аңлатҡыһыҙ серле лә, бәхетле лә һәм шундай ҡәнәғәт йылмайыу балҡыны. Улар Бертәкә үрен осоп тигәндәй төштөләр.Ана-а-а,өйөбөҙ тип уйлап алды Тәғзимә. Өс бесәнсенең дә иғтибары өйҙәре тирәһендә,барыһы ла ҡараштары менән һыйырҙарын байҡаны. Ләкин, ярайһы ғына төшөп өлгөргән ҡараңғылыҡ күҙҙе бәйләй шул инде.Кәтибә үҙенең күҙҙәренә ышанмағандай ҡыҙҙарынан:--Һыйырҙар күренмәйме шул?—тип һораны.--Ҡараңғы, күренмәй шул—тинеләр ҡыҙҙар.Ауылға килеп ингәндә күп кенә тәҙрәләрҙә уттар яна. Тәғзимә ул уттарға бөгөн бөтөнләй икенсе күҙ менән ҡарай. Ҡайһылай ҡәҙерле икән дә үҙ ауылының уттары! Әгәр бер-бер хәл булған булһа, тип эстән генә уйланы ла, уйын тиҙ генә кире ҡыуҙы. Ул урамда осраған һәр кешене барып ҡосаҡлаҡыһы килде, тик баҙнатсылығы ғына етмәй шул. Урамда ла бер-нисә генә кеше осраны, барыһының да малдарын тәрбиәләп, тыштағы эштәрен бөтөп, киске тамаҡҡа ингән мәлдәре бит.Өйҙәренә етәрәк, улар үҙҙәренең быҙауҙары баҡырышҡанын ишетеп, бер-береһенә ҡарап йылмайҙылар. Тимәк, Шәмсиҡәмәр әбей быҙауҙарын индереп япҡан.--Э-э-эй, рәхмәт төшкөрө, Шәмсиҡәмәр инәң быҙауҙарҙы индереп бикләгән бит,--тине Кәтибә шым ғына, ауылдаштары алдында үҙен ғәйепле һымаҡ тойҙо ул,--әйҙәгеҙ, мин һыйырҙарҙы тартайым, һеҙ берегеҙ таптан ғына мунса тоҡандыра һалып ебәрегеҙ, берегеҙ тамаҡҡа йүнәтегеҙ,--тип дауам итте әкрен генә тауыш менән. Ҡапҡанан инеү менән өсөһө өс яҡҡа, үҙ эштәренә йүнәлде. Тағы ла бер аҙға арыуҙарын онотоп торорға тура килде бесәнселәргә.Һыйырҙары ла, быҙауҙары ла кәртәгә биҙрә тотоп килеп ингән Кәтибәне күреү менән оторо баҡырыша башланылар.Ғәлимә ишектең йоҙағын сылтырлатып асыуға күп тә үтмәне, алғы яҡтағы ҡапҡа асылып ябылды. Мунса тоҡандырып йөрөгән Тәғзимә асыҡ ишетте Шәмсиҡәмәр әбейҙең тауышын:--Кәтибә, Кәтибә!—тип, ул өй яғына ла ҡарамай, ыңғай кәртә яғына юл тотто. Зыңғырлатып һыйыр һауырға тотонған Кәтибә ишетмәне.--Әсәй-әсәй,--тип, Тәғзимә әсәһенә яҡыныраҡ килеп өндәшкәйне, Кәтибә һауыуын туҡтатып, нимә, тигәнде аңлатып эйәк ҡаҡты. Тәғзимә башбармағы менән ишаралап күрһәтеүгә Шәмсиҡәмәр әбейҙең тағы ла:--Кәтибә, һыйыр һауып ултыраңмы?—тигәне ишетелде. Кәтибә менән Тәғзимә баш ҡағып аңлаштылар ҙа:--Әү-әү, Шәмсиҡәмәр апай, мин кәртәлә, әйҙә, был яҡҡа сыҡ,--тип, һауыуын дауам итте Кәтибә.--Был яҡҡа сыҡ, тип ни, һыйыр һауып ултыраң түгелме һуң?--Эйе, һыйыр һауһам һуң, эргәмдә һөйләшеп тор, әйҙә, бынау бүрәнәләр өҫтөнә. Шунда минең йөн иләгәндә түшәп ултырған түшәк тә булырға тейеш.--Ҡалай ҡыҙыҡ ҡынаһың, һыйырың сыпраңлап китмәҫме һуң беҙҙең һөйләшкәнгә?--Юҡ-юҡ, һыйырҙарым аҡыллы, хәҙер инде себен дә баҫылғас, тыныс ҡына торорҙар. Һиңә рәхмәт инде, быҙауҙарҙы, моғайын, һин индереп япҡанһыңдыр инде,--тине Кәтибә.--Әтеү, мин индермәй, кем индерһен? Үҙебеҙҙең быҙауҙарҙы бикләп, һыйыр ҡаршыларға сығып килә инем, саҡ өлгөрҙөм, ҡушылырҙар ине әле.—Шәмсиҡәмәр әбей тауышын әкренәйтеңкерәп, түшәкте Кәтибә яғына яҡыныраҡ шылдырып ултырҙы.--Ни ҡыланып, был тиклемгә һуңлап йөрөүегеҙ, ә?—Күрше әбей ололарса Кәтибәне шелтәләп һүҙ башлауға Тәғзимә биҙрәләрен элеп Ҡыҙылға һыуға йүгерҙе. Ул ике көйәнтә һыуға барып әйләнеүгә әсәһе һыйырҙарын һауып бөткән, һөт тулы биҙрәләрен тотҡан килеш, күрше әбей менән алғы ҡапҡала һөйләшәләр ине. Һүҙ барышына ҡарағанда, әсәһенең Арба үҙәгендәге булған хәлде күршеһенә һөйләп бөткәнлеге асыҡланды. Тәғзимә ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һала-һала алғы ҡапҡаның биген асыуға Ғәлимә апаһы күңелле генә итеп:--Әйҙәгеҙ, сәй әҙер,--тип барыһын да өйгә саҡырҙы.--Әйҙә, беҙҙең менән сәй эсеп ҡайт,-тип, Кәтибә Шәмсиҡәмәр әбейҙе сәйгә ҡыҫтаны.--Юҡ-юҡ!—тип әбей тоған еренән сығыу яғына бер-ике аҙым атлап ҡуйҙы ла,— әйҙә, миңә әүрәмәгеҙ, эсегеҙ үҙегеҙ, арығанһығыҙ- асыҡҡанһығыҙҙыр инде. Беҙҙең ашағанға ни заман. Йыбанмай ғына мунса инеп ятығыҙ, тип ул мунса әҙерләп йөрөгән Тәғзимәгә ҡараны. Күңеле тулып, йәштәрен тыя алманы күрше әбей, ең остары менән күҙҙәрен һыпырҙы. Унан кире әйләнеп тороп, Тәғзимәнең арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. Иңенән ҡосаҡлап, соландан төшкән ут яҡтыһына яҡыныраҡ алып килеп, Тәғзимәнең йөҙөнә ҡарарға тырышты.--Ҡалай ғына йонсоп тора һуң әле. Әйҙә-әйҙә, бар, инеп ашағыҙ ҙа, мунса инмәй ятмағыҙ, әтеү иртәгә һыҙланырһығыҙ,--тип ул, Кәтибәне лә, Тәғзимәне лә төрткөләп өйгә индереп ебәрҙе,--былайтып ҡыланып йөрөүең, Кәтибә, һуңғыһы булһын, ишет ҡолағың менән. Ярты көнгә ярыш юҡ, тигәндәр боронғолар.—тип, бармаҡ янап, ҡайтыу яғына сыҡты.--Хәҙер ҡайтам да Таяр еҙнәңә һөйләйем әле мин быны,--тигән тауышы ғына ишетелеп ҡалды, күрше әбей өтә баҫып ҡайтып китте.Өйҙәгеләр бер-береһенә ҡарап шым ғына йылмайҙылар ҙа ашарға ултырҙылар. Барыһының да арыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан булһа ла, күңелдәре көр ине. Ғәлимә өҫтәлде хәленән килгән тиклем байрамса йүнәткән. Сәй, тип саҡырһа ла балыҡ та ҡурып, салат та турап өлгөргән. Сәй янына өс литрлыҡ сейә компотын асҡан.--Был былтырғы ябылғандарҙан һуңғы компот, киләһе йылға ҡалдырып булмаҫ бит инде. Әйҙәгеҙ, бөгөн байрам икән, ти,--тип, оҙон фужерҙарға һалып бирҙе.--Ниңә байрам икән, ти, булһын? Был ҙур байрам, балаҡайҙарым. Һеҙ булмаһағыҙ ни эшләр инем мин? Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа һау булайыҡ!—тип, Кәтибә ҙур кинәнес менән ҡыҙҙарының фужерҙарына фужерын сыңлатты. Бындай уҡты көтмәгән ине Тәғзимә, уға әллә нисек оят һымаҡ булып китте лә ауыҙын ҡаплап көлдө.--Әйҙә-әйҙә, һин бөгөн бик шәп индийский бейенең,--тип апаһы ҡыҫтап-ҡыҫтап ашатты.--Төшөң осор булды, балам,--тип йылмайҙы Кәтибә кесе ҡыҙына ҡарап,--һин бейегәндә һинд ҡыҙҙары ары торһон.Күмәкләп рәхәтләнеп көлдөләр. Кемдең айыуҙар алдында ниҙәр эшләгәнен ҡыҙыҡ итеп тә, ҡурҡыныс итеп тә, иҫләп һөйләй-һөйләй эскән сәйҙән һуң, барыһы бергә мунсаға киттеләр.Мунсанан һуң, ике сикәләре алһыуланып ҡына киткән ҡыҙҙарҙың һүҙҙәре кәмене. Уларҙың тиҙерәк түшәккә йығылғылары килде. Ике ҡыҙҙың да бөгөн әсәләре менән йоҡлағыһы килде. Күп уйлап торорға өйрәнмәгән ҡыҙҙар залдағы ҙур диванға урын йәйҙеләр ҙә, әсәләрен уртаға һалып, икеһе ике ҡуйынына сумды. Тәүҙә бала саҡтағы һымаҡ әсәләренә талашып, бер-береһенең ҡулдарына һуғышып уйнап яттылар ҙа, күп тә үтмәй татлы йоҡоға талдылар. Бөгөн улар бер-береһенә бигерәк ҡәҙерле инеләр шул. Шуғалыр ҙа инде Кәтибәне икеһе ике яҡтан ҡыҫып ҡосаҡлаған килеш ҡыбырламай ғына йоҡлап киттеләр, ә бәлки тулап ятырлыҡ хәлдәре лә ҡалмағандыр.Шулай, бесәндең тағы бер көнө үтеп китте, аллаға шөкөр, бик күп эштәр башҡарылды, тип уйланып ятты Кәтибә. Аллаһына рәхмәттәр уҡып, балаларына, үҙенә һаулыҡ, ғүмер һорап белгән генә доғаларын уҡыны.Ҡыҙҙарының мышнап йоҡлағандарын тыңлап ятҡыһы килһә лә, ҡабаҡтарына көсө етмәне. Улар үҙҙәренән-үҙҙәре йомолдо.