Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2025, 10:35

Шәп таҙарта

Һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаға уксус өҫтәп алһағыҙ, өйҙәге бар бысраҡты бөтөргән универсаль таҙартҡысығыҙ булыр.

👉Тәҙрәләрҙә бер юлаҡ ҡалдырмай йыуыу – еңел эш түгел. Был осраҡта һеҙгә крахмал ярҙамға килер. Бер литр һыуға бер аш ҡалағы крахмал алына. Ошо эмульсия менән тәҙрәгеҙҙе ышҡып алығыҙ. Унан бысраҡты һәм крахмалды еүеш сепрәк менән йыуып төшөрөп, киптергәнсе һөртөгөҙ.
👉Тәҙрәләрегеҙ тирләһә уны глицерин һәм спирттың ҡушылмаһы менән һөртөгөҙ. Был эмульсия тәҙрәләрегеҙҙе бысраныуҙан да һаҡлар.
👉Кухня таҫтамалдары таҙарһын өсөн уны кер йыуыу машинаһына һалыр алдынан уксуста ебетеп алығыҙ.
👉Йомшаҡ мебель бар бысраҡты һәм алама еҫте һеңдереүсән була. Унан ҡотолоу өсөн пульверизаторға әҙерәк араҡы ҡойоғоҙ һәм шуны йыһазға һиптереп сығығыҙ. Кипкәс бар еҫ юғалыр.
👉Көҙгөнө таҙартыу өсөн уның өҫтөнән уртаға бүленгән сей картуф менән йөрөтөп сығығыҙ. Артабан һалҡын һыу менән йыуып, киптергәнсе һөртөгөҙ. Был ысул көҙгөләрҙе яңыртып ебәрер.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас