Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2025, 10:49

Маңлайға яҙылған “бырынц”

“Мин булдыра алмайым. Бар ҡайт, Фәйрүзә”. Ошонан ғәрлерәк ни булыуы мөмкин? Тамсы ғына ғорурлығың булһа, әйбереңде кей ҙә, такси яллап, ҡайт та кит. Ә мин Йәмил алдына тубыҡланып, илай-илай үтендем: “Һинеке булғым килә, ал мине”. “Беҙ хайуандар түгел дә инде, Фәйрүзә, улай кәмһенмә. Мин һине яратмайым”. Уф, ояты ни тора... Тик ул мәлдә оят, ғорурлыҡ, намыҫ тураһында кем уйлаһын?

– Уф, хәҙер кеше көлә инде минең турала уҡып, – Фәйрүзә* һыны ҡатып көлдө, – бер кем танымаҫлыҡ итеп үҙгәрт инде, зинһар.

– Этем дә танымаясаҡ, – тип ант иттем. Ә үҙем, уны ҡалайыраҡ “үҙгәртергә” икән, тип баш ваттым. Төп үҙенсәлеген – кәүҙәгә ҙур булыуын мотлаҡ ҡалдырырға кәрәклеген аңлайым, сөнки Фәйрүзәнең комплекстары шунан ғибәрәт. Ҡалған йәһәттән ул башҡаларҙан һис бер нәмәһе менән дә айырылмаған ябай ҡатын. Барыһыныҡы ише бер баш, ике ҡул, ике аяҡ, тигәндәй. Бер ере лә өсмөйөш, йә дүртмөйөш түгел – йомро ғына. Бар ере лә күпереп кенә тора.

– Бәләкәйҙән шулай тулы кәүҙәле булдым, – Фәйрүзә алдыма фотоальбомды ҡәҙерһеҙ һелтәне. – Бына, бала саҡ фотоларына күҙ һал: ҡайҙа ла мин фотоға тумһайып, ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап төшкәнмен, күлдәктәрем тәнемә һылаш­ҡан. Уф, яратмайым үҙемдең бала саҡты. Фотоларҙы алып бәрергә уйлайым да, йәлке. Был фотола мин, мәҫәлән, яратҡан өләсәйем менән. Ул күптән мәрхүмә. Ләкин уның мине гел дә етәкләп үҙе менән йөрөткәнен, үҙенә һыйындырып ҡына ултыртып әкиәттәр һөйләгәнен, йырҙар йырлағанын, бәйеттәр һамаҡлағанын иҫләйем. Бергә бәпкә көткәндә лә мауыҡтырғыс тарихтары менән ҡыҙыҡ­тырғанын, йомаҡтары менән башты ватырға мәжбүр итеүен оноторлоҡ түгел. Бер заман батырҙар тураһында әкиәттәре ялҡытты, миңә икенсе, һылыуҙар хаҡын­да, әкиәттәр һөйлә, тип үтендем. Ул шунан һуң “бырынцессалар”, йәғни принцессалар тураһында әкиәттәр һөйләргә тотондо. Иң матур, иң аҡыллы, иң тапҡыр һәм сая “бырынцесса” мин инде – Фәйрүзә атлы. “Борон-борон заманда түңәрәк күл буйында, аҡ ҡайындар менән уратылған аҡланда йәшәгән, ти, бер бырынцесса. Фәйрүзә исемле булған ул. Фәйрүзә бырынцесса һылыуҙарҙан һылыу, аҡыллыларҙан аҡыллы, шәптәрҙең шәбе булған, ти...” – ошолай башланып китә ине әкиәттәр. Артабан өләсәй “бырынцесса” Фәйрүзәнең маңлайына яҙылған, ете даръя, ете урман, ҡыҫҡаһы, әллә ҡайҙағы Ҡаф тауы артында йәшәгән “бырынц”ты телгә ала. Минең өсөн иң татлыһы: “бырынц”тың бөтә аждаһаны еңеп, “бырынцесса”ны кәләш итеп алыуы. Йоҡларға түшәккә сумғанда, матур, ҡупшы туй күлдәктәрендә “бырынц”ым менән етәкләшеп йөрөп ятҡанды күҙ алдына баҫтырып, ҡыуаныстан хатта үкереп илайым.

Шаян холоҡло, уйынсаҡ, ниндәй хәлдә лә танауын төшөрмәгән Фәйрүзәнең шарылдап күҙ йәшен түгеп ятыуына кем ышанһын?!

– Кит, юҡты һөйләмә, – тип көлдөм.

– Юҡ, ысын, әй, – ул үҙе лә хихылдай. – Өләсәй тәүҙә йомшаҡ ҡына йыуатып ҡарай, мин оторо илайым. Аҙаҡ ул, кешене бимазалап, зыуылдап ятма, йоҡла, тип ҡаты ғына команда бирә. Һәм мин тынысланып йоҡлап китәм. “Бырынцым” төшөмә лә инә... Алтынсы, етенсе синыфтарҙа ҡыҙҙар малайҙар менән ҡыҙыҡһына, яҡындан аралаша башланы. Үҙебеҙҙең синыфтан түгел, өлкәнерәк синыф малайҙары ымһындыра. Арҡаға линейка менән һуҡҡан, резинка менән атышҡан, үткән-сүткән һайын аяҡ салған синыфташ малайҙар беҙгә бала-саға кеүек, уларҙы эшкә һанаған кеше бармы? Ә бына һигеҙенсе, туғыҙынсы синыф малайҙары – бөркөт, ыласын! Их, миңә лә бер-икәүһе оҡшай, әйҙә, дуҫлашайыҡ, тип әйтеүҙәре булыр, һикереп төшөр инем. Һикереп төшөр инем дә бит, тик дуҫлыҡ тәҡдим итеүсе юҡ. Улар мине күҙенә лә элмәй. Бәлки, оҡшатырҙар, тип тырышып-тырышып уҡыйым, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашам. Өлгөлө тәртибем, “бишле”гә генә уҡыуым, спорттағы уңыштарым өсөн барыһы ла һөйөнә, ә ғашиҡ булған “бырынц” һаман юҡ. Уның ер йөҙөндә булғанына бар күңелем менән ышанам, уны һәр егет ишараты йөҙөндә күрергә маташам, тик бөтәһе лә бушҡа. Йөрәгемдәге һөйөү гөлөн эй, үҫтерәм, эй, өмөтләнәм, уныһы эсемә һыймай, күҙ йәше булып аға. Һөйөүҙең “һ” хәрефен дә татый алмай, мәктәпте тамамланым.

Үҙем теләгән юғары уҡыу йортона уҡырға инеү шатлығын өләсәйемдең вафаты һөрөмләне. Уны инсульт һуҡты. Әсәйем мине, ярай, кеше көнлө булып ятмауы яҡшы бит, ул үҙе лә ыҙаланыр, беҙ ҙә йонсор инек, тип йыуатты. Ҡара ҡайғыға батып, уҡырға барҙым. Йылмайырға, курсташтар менән танышырға рәт, кәйеф булманы. Ошо көндө, беренсе сентябрҙә, мин һөйгәнемде осраттым. Дөрөҫөрәге, яуапһыҙ һөйөүемде. Дәрес башланыу менән кинәт ишек асылып китте лә, бер егет елдереп килеп инде. “Һаумыһығыҙ, көттөргәнем өсөн ғәфү итегеҙ!” – тип барыһын да көлдөрөп килеп ингән егеттең тауышын ишетеү, үҙен күреү менән бар донъя нурға сумдымы ни! Бына ул – минең өҙөлөп көткән “бырынцым”! Уф, уның сибәрлеге... Әле лә уны уйлаһам, йөрәгем “зыу” итеп китә, ә ул мәлдә тамам хайран ҡалғайным. Янымда ултырған ҡыҙ бөйөргә төрткәс, һиҫкәнеп боролдом. “Тик-так” кәрәкме, тип һорайым”, – ти. Мин уны ишетмәйем дә, имеш. “Ауыҙыңды яп, себен осоп керә атыу”, – тип ауыҙын йырҙы ул. Уңайһыҙландым. Тәрбиәһеҙерәк күренгән ҡыҙға тәүҙә екһенеп ҡараһам да, аҙаҡ дуҫлаштыҡ. Минең кеүек, туғандарында йәшәүе беҙҙе берләштерҙе, буғай. Күңелемде бер күреүҙән яулап алған Йәмил ятаҡта йәшәй ине. Урта мәктәптән һуң колледж тамамлап, армияла хеҙмәт итеп өлгөргән, минән дүрт йәшкә өлкән егеттең, әлбиттә, миңә иҫе китмәне. Һәммәбеҙгә лә ҡарата берҙәй яғымлы булды, беребеҙҙе лә айырманы. Уның иғтибарын яулап алыр, йөрәгендә яуаплы мөхәббәт уятыр өсөн артынан нисек сапҡанды күрһәгеҙ... Саҡ алдында түшәлеп ятманым. Хәйер, йәшерен-батырын түгел, түшәлеп яттым. Курсташтар менән бергә йыйылып, “перваш” көнөн ятаҡта билдәләргә килештек. Мин сәсемә матур прическа яһаттым, килешле күлдәк һатып алдым. Килешле, тип, ниндәй күлдәкте кейһәм дә, килешмәй һымаҡ, шуға ла асыҡ иҙеүле ҡара төҫтәгеһен алдым да ҡуйҙым. Табын артында ла ике күҙем, һәр ваҡыттағыса, Йәмилдә булды. Уның һәр һүҙенә ат кеүек кешнәп көләм, бейергә лә уны үҙем төшөрәм, эргәһенән китмәҫкә тырышам. Ә ул минән ҡасырға маташа. Мин бейемәйем, ана, шуны саҡыр, ана, быны саҡыр, тип ике ҡуллап ҡарыша. Ләкин ныҡышып, һаман уға бәйләнәм. Башҡа бәргән шарап та үҙенекен итә: ҡанды ҡыҙҙыра, батырлыҡтарға этәрә, әҙәпте онотторта. Йәмил минеке, минеке булыр­ға тейеш, тигән уй саяландыра. Вахтер менән комендант шау-шыулы табыны­быҙҙы йомғаҡларға ҡушҡас, бәҙрәфкә инеп йәшерендем. Һәм аҙаҡ Йәмилдәр­ҙең ишегенә барып туҡылдаттым (бүлмәләшенең ялға ҡайтҡаны тураһында алдан белешкәйнем). Ул ишекте асты ла, мине күреп аптыраны: “Бәй, барыһы ла ҡайтты, тиһәм.. Һин бында нимә эшләп йөрөйһөң?” Бүлмәһенә уны гөрөп тигәндәй керҙем: “Йәмил, теләһәң – аҫ, теләһәң – киҫ, әммә мин бөгөн бер ҡайҙа ла бармайым, һиндә ҡунам”. Әйтеп бөтөү менән ирененә үрелдем. Ул һағайыбыраҡ үбеүемә яуапланы, шунан мине ҡосаҡлап, карауатына ауҙарҙы. Шашып үбешергә, бер-беребеҙҙе сисендерергә керештек. Уның ҡосағында булыуыма ышанып бөтә алмайынса, мин һине яратам, тәү күреүҙән яратам, тип ярһып шыбырлайым, ул бер ни өндәшмәй. Һәм ҡапыл туҡтаны: “Һин... һин саф инде әллә?!” “Эйе, туҡтама”, – тип артабан уны ҡосаҡлап үбешергә ынтылғайным, ҡулымды этәреп, тороп китте: “Мин булдыра алмайым. Бар ҡайт, Фәйрүзә”. Ошонан ғәрлерәк ни булыуы мөмкин? Тамсы ғына ғорурлығың булһа, әйбереңде кей ҙә, такси яллап, ҡайт та кит. Ә мин Йәмил алдына тубыҡланып, илай-илай үтендем: “Һинеке булғым килә, ал мине”. “Беҙ хайуандар түгел дә инде, Фәйрүзә, улай кәмһенмә. Мин һине яратмайым”.

Уф, ояты ни тора... Тик ул мәлдә оят, ғорурлыҡ, намыҫ тураһында кем уйлаһын? Үҙемә ҡалһа, ул минең менән йоҡлаһа, мотлаҡ миңә өйләнәсәк, тип ышанам. Иҫәрлек... Йәмилгә мең рәхмәт уҡыйым хәҙерге аҡылым менән. Күрәһеңме, ниндәй шәп егетте мин яратҡайным?! Ысын ир-егет ул. Минең көсһөҙлөк менән файҙаланманы. Ә ул көндө уны ҡарғап ҡайтып киттем. Күҙ йәшем төшһөн, ғүмер баҡый ҡатын-ҡыҙҙан бәхет күрмә, тип рәнйенем. Әлдә Хоҙай алама теләктәремде ҡабул итмәне. Йәмил артабан да минән ҡасып, күҙҙәрен йәшереп йөрөнө. Күпме генә икәү ҡалырға тырышһам да, ул миңә бындай форсатты бирмәне. Бер аҙҙан һөйгән кешем өйләнде! Уф, уның кәләшенең фотоһын күреп, минән, алтындай ҡыҙҙан, баш тартып, ошо йәмһеҙ генә көлтәпәне алды, тип күҙ йәшем ямғырҙай ҡойолдо.

– Көлтәпә тигәнең нимә була әле ул? – Фәйрүзәне ярты һүҙҙән бүлдерәм.

– Әллә тағын, – тип ҡулдарын йәйҙе. – Өләсәйемдең һүҙе. Бәләкәй генә, күрекһеҙ кешене шулай атай торғайны шикелле. Һине минең мөхәббәт тарихы ҡыҙыҡһындырамы, әллә һүҙҙәрҙең этимологияһымы?

Фәйрүзә юрый үпкәләгәндәй итте.

– Мөхәббәт тарихы, әлбиттә! – тип уның эгоһын һылап-һыйпай һалам. – Беҙҙең “Йәшлек” гәзитен алдырып уҡыусылар ҙа төрлө тарихтарҙы ифрат яратып уҡый.

– Ярай, улайһа, артабан тыңла, – Фәйрүзә көлөп, фотоальбомды алды, күмәк фотоһүрәтте эҙләп табып, етди ҡарашлы егеткә күрһәтте. – Бына ошо инде ул, минең йөрәк ярам. “Перваш” көнөн билдәләгәндә бергәләп төшкәйнек. Йәмил, өйләнгәс, ситтән тороп уҡыуға күсте һәм мине бар социаль селтәрҙән дә юйып, “ҡара исемлек”кә тыҡты. Сөнки мин һаманғаса өмөттө өҙмәй, уны үҙемә ғашиҡ иттереү уйы, кәләше менән араларын боҙоу ниәте менән яндым, егетте тыныслыҡта ҡалдырманым – бер туҡтауһыҙ яҙҙым, шылтыраттым. Ысын сир кеүек икән ул һөйөү, бөтөнләй баш эшләмәй. Йәмилде һағынам – и все! Бының менән бер ни ҡылып булмай. Төндәрен илай торғас, мендәрҙәр серене (шаяртам).

“Йәмил” тип иҫәңгерәп йөрөгән мәлдә миңә Костя исемле егет күҙ төшөрҙө. Икенсе курста уҡыған күҙлекле, ҡаҡса егет хыялымдағы “бырынц”ҡа бер ере менән дә тартмай, яҡын да тормай. Етмәһә, ерән сәсле егет шыр ғына һипкелле! Мин бит бәләкәйҙән һипкеллеләрҙе яратмайым! Биттәре, ҡулдары бысраҡ кеүек тойола, ерәнгесерәк. Һәм, әлбиттә, Костянан уттан ҡасҡан кеүек ҡастым. Йәмил минән нисек ҡасты, тап шулай! Әммә Костя ла еңмешлектә минән ҡалышмай, ныҡышып, һаман минең иғтибарҙы яулап алырға көсләшә. Уф, хәлемде алды ғына ул минең. Йөрөмә артымдан, һин миңә бөтөнләй оҡшамайһың, тип уны ишектән сығарып ебәрһәм, һис бер ни булмағандай, йылмайып-көлөп, образлы итеп әйткәндә, тишектән килеп инә. Тәҡәтте ҡоротто ғына. Мин һиңә барыбер өйләнәм, тип ныҡышҡан Костянан ҡайҙа ҡасып олағырға белмәй, хатта икенсе вузға күсер хәлгә еттем. Ике ай мине бер туҡтауһыҙ ҡаңғыртҡан Костя бер көндө кинәт кенә юғалды. Мин тәүҙә, ниһайәт, ҡотолдом, тип еңел тын алдым. Бер аҙҙан борсола башланым. Кемдер, нимәлер етмәгән кеүек. Йөрөй торғас, ҡурҡыуға ҡалдым. Әллә берәй ауыр хәлгә тарынымы, тип, курсташтарынан уның ҡайҙалығын һорашырға йөрьәт иттем. Ул ауырый, дауаханала ята, тинеләр. Үәт, исмаһам, ҡурҡтым. Уны эҙләп, янына елдереп барып еткәнемде лә һиҙмәнем. Былай ҙа ҡаҡса ғына Костя бигерәк ябығып, бәләкәсәйгәндәй тойолдо. Мине күргәс, ул шаҡ ҡатты. Теле әйләнмәй тотлоҡто. Торорға маташты. Ят, ят, хә­леңде генә белешергә килдем, тип эргәһенә ултырып, иңбашына ҡа­ғылғайным, ул мине үҙенә тартып, бар көсөнә күкрәгенә ҡыҫты. “Һинһеҙ үлер инем”, – тине. Шул мәлдә мин ғашиҡ булдым шикелле. Яраттым. Костяны һипкелдәре, ҡаҡсалығы менән тулайым яраттым. Уның һөйөү, наҙ, өмөт тулы ҡарашы мине әсир итте. Миңә бер кем дә улайтып ҡарағаны юҡ ине...

Шөкөр, ирем һауыҡты. Уның һауығыуында минең дә өлөшөм ҙур, сөнки ул яңғыҙы ғына ауырыуҙы йырып сыға алмаҫ ине. Һигеҙ йыл балаға уҙа алманым, һуңынан бер-бер артлы таптым. Әле бер-беребеҙҙең, һөйөүебеҙҙең ҡәҙерен белеп, татыу ғына йәшәп ятабыҙ. Ҡай ваҡыт ирешеп тә китәбеҙ (дауҙы мин сығарам инде), Костя, аҡыллы ир булараҡ, талашты олоға ебәрмәй, сабыр итә. Яуаплы мөхәббәт иҫ киткес көс – ул һине бәхетле итә. Өҙгөләнеү юҡ, күңелдә тыныс ҡыуаныс, ышаныс хакимлыҡ итә. Мөнәсәбәттәр аңлайышлы һәм ябай. Йәшәүе лә рәхәт. Маңлайыма яҙылған һипкелле “бырынцым” табылғанға шөкөр ҡылам.

Ә Йәмилгә килгәндә... Бәхетемдән, яҡшы ир-егеткә осраным. Ул мине бысратманы. Көсләшеп, бер кемде лә яраттырып, яратып булмай. Мин уға, алдан әйткәнемсә, рәхмәттәр генә уҡыйым һәм бәхетле булыуын теләйем.

Фәйрүзә, уның ире, балалары менән осрашҡандан һуң күңелемдә кинәнес тантана итте. Бәхетле кешеләрҙең бәхете һиңә лә йоҡҡан кеүек, тояһығыҙмы шуны?
 
Автор:
Читайте нас