Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2025, 15:43

Иң файҙалы ит – эс-ҡарын

Эс-ҡарында организм өсөн файҙалы ла, хатта зарур матдәләр ҙә бик күп. Баҡһаң, эс-ҡарында таурин күп икән, нәҡ бына ул хатта ҡанында холестерин миҡдары юғары булған кешенең дә йөрәгендә ишемия ауырыуы башланыу ҡурҡынысын 60 процентҡа кәметергә һәләтле.

🔸Баҡһаң, эс-ҡарында таурин күп икән, нәҡ бына ул хатта ҡанында холестерин миҡдары юғары булған кешенең дә йөрәгендә ишемия ауырыуы башланыу ҡурҡынысын 60 процентҡа кәметергә һәләтле.

🔸Таурин икенсе типтағы шәкәр сире, юғары ҡан баҫымынан да һаҡлай. Эс-ҡарында А, Е, В төркөмө витаминдары, калий, магний, тимер, баҡыр, цинк, фосфор кеүек микроэлементтар ҙа бик күп. Мәҫәлән, бауырҙағы тимер йәшелсәләге тимергә ҡарағанда күпкә тиҙерәк үҙләштерелә.

🔸 Тағын шуныһы ла иғтибарға лайыҡ – хайуан һәм ҡош йөрәк-бауырында калория бик әҙ. Бына шунан уйлап ҡарағыҙ, эс-ҡарынды ашарғамы, юҡмы икәнен.

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас