Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2025, 05:53

Ҡойҡа

Тәмле генә ҡойҡа

Ҡойҡа (холодец)

“Бройлер тәпәйҙәрен матур итеп, ап-аҡ итеп йыуырға. Мин туңдырып һалып торғайным. Шуны килтереп сығарҙым да, һыу ҡойоп плитаға ултырттым. Ҡайнап сыҡҡас, һыуын түктем. Тағы һыу ҡойоп, газға ултырттым. Икенсегә ҡайнап сыҡҡас, тәменсә тоҙ, тумалаҡ (бөртөклө) борос, лавр япрағы, кишер, һуған һалып ултыртаһың. Иҙелгәнсе бешерәһең. Бешкәс, тәпәйҙәрҙе алып, һурпаһын һөҙәһең, итен һөйәктән айыраһың. Шул килеп сыҡҡан массаға иҙелгән һарымһаҡ, борос һалдым.  

Һауыт төбөнә кишерҙе түңәрәкләп турап һалдым, консерваланған борос, укроп һалдым. Шунан теге һөйәктән айырып алған, һарымһаҡ, борос ҡушылған ит (ҡойҡа) һалдым. Өҫтөнә һурпаһын ҡойҙом. Һурпаһына әҙ генә желатин (хәләл, вайлдберризда бар) ҡуштым. Һыуытҡысҡа ҡуйғайным, иртәнсәк матур ғына булған”.

Рецепт Зөлфирә Таһированың сәхифәһенән алынды.

Автор:
Читайте нас