

Ул, ябай ғына әйткәндә, организмда яйлап үҫешкән, ашҡаҙан аҫты биҙенең етерлек кимәлдә инсулин эшләп сығармауына һәм туҡымаларҙың уға ҡарата һиҙгерлеге түбәнәйеүенә бәйле барлыҡҡа килгән эндокрин ауырыу. Ул ике төрлө: 1‑се типтағы (ашҡаҙан аҫты биҙенең b‑күҙәнәктәре тарафынан инсулин эшләп сығарыу түбәнәйеү) һәм 2‑се типтағы (туҡымаларҙың инсулинға ҡарата һиҙгерлеге түбәнәйеү — инсулинға резистентлыҡ) диабет.
Инсулин - гормон, уның төп бурысы - ҡандағы глюкоза кимәлен көйләү. Уның ярҙамында организм үҙенең эшкә һәләтлелеген һаҡлай, үҙен физик һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн энергия менән тәьмин итә.
Инсулинһыҙ кеше ғүмере мөмкин түгел, шуға күрә был гормонға бөтә табиптар ҙа айырым иғтибар бүлә, сөнки ул шәкәр кимәлен генә көйләмәй, майҙарҙы һәм аҡһымдарҙы тарҡатыуҙа ла ҡатнаша. Организмда глюкозаны утилләштереү бик мөһим. Уның ҡандағы күрһәткестәрен эндокринологтар 3-6 ай һайын күҙәтергә кәңәш итә.
Шәкәр диабеты хроник характерҙағы сирҙәр иҫәбенә инә. Ул ашҡаҙан аҫты биҙе етештергән инсулин гормонының тулыһынса йәки сағыштырмаса етешмәүе арҡаһында үҫешә. Инсулин гормоны етмәһә йәки туҡымалар уға һиҙгер булмаһа, ҡандағы глюкоза кимәле арта, был организмдың бөтә системалары өсөн хәүеф тыуҙыра. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа диабеттың иң киң таралған билдәләренә түбәндәгеләр инә:
* аппетиттың күтәрелеүе;
* һәр ваҡыт ас булыу тойғоһо һәм туйыуҙы тоймау;
* тәмле-татлыға артыҡ ынтылыш;
* тиренең ҡоролоғо;
*туалетҡа йыш йөрөү;
* ҡапыл ябығыу;
* хатта бәләкәй генә яраларҙың да оҙаҡ бөтәшеүе.
Ҡатын-ҡыҙҙағы диабеттың үҙенсәлекле билдәләренә хроник арыу, тиҙ хәл бөтөү, кәйефтең йыш үҙгәреүе һәм сәбәпһеҙ ярһыусанлыҡ инә. Был билдәләр ҡандағы глюкозаның юғары кимәле һәм баш мейеһенә кире йоғонто яһаған һыуһыҙланыу арҡаһында барлыҡҡа килә. Шулай уҡ диабет менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙар йыш ҡына иғтибарҙы туплауҙың ҡыйынлығына һәм эшкә һәләтенең кәмеүенә зарлана. Әммә был билдәләр башҡа ауырыуҙарға ла хас. Шуға күрә диагнозды раҫлау өсөн мотлаҡ тикшеренеү үтергә кәрәк!
Гүзәл затта был сир артыҡ татлы ашауҙан ғына барлыҡҡа килмәй. Иң йыш сәбәбе булып генетика, йәғни нәҫелдән килгән сәбәп һанала. Шулай уҡ ғалимдар түбәндәге факторҙарҙы билдәләй: артыҡ ауырлыҡ, ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙары һәм йәрәхәттәре, юғары ҡан баҫымы, ҡайһы бер вирус инфекциялары, ҡан липидтарының юғары кимәле, физик әүҙемлектең әҙ булыуы.
Ҡатын-ҡыҙҙа диабет билдәләре барлыҡҡа килеүҙең башҡа сәбәптәре лә бар. Улар икенсел сәбәп тип иҫәпләнә: йәш һәм алкоголде артыҡ ҡулланыу. 65 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙарҙа был сирҙең барлыҡҡа килеү ихтималлығы бер нисә тапҡырға арта. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу организмға кире йоғонто яһай, сөнки уларҙың күбеһенең составына күп күләмдә шәкәр инә. Ҡайһы бер дарыуҙарҙы (бигерәк тә стероидтарҙы йәки антибиотиктарҙы) оҙаҡ ваҡыт контролдә тотмайынса ҡулланыу ҙа диабетҡа килтереүе ихтимал.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла 500 миллиондан ашыу кеше ошо сирҙән яфалана. Шул уҡ ваҡытта осраҡтарҙың яҡынса 90процентын икенсе типтағы диабет тәшкил итә, уны йыш ҡына иҫкәртергә йәки кисектерергә мөмкин.
Диабетты иҫкәртеү ябай аҙымдарҙан башлана һәм ул һаулыҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Төп һаҡланыу сараһы, әлбиттә, сәләмәт йәшәү рәүеше!
*Туҡланыу: йәшелсәләргә, емеш-еләккә (гликемик индексты иҫәпкә алып), майһыҙ аҡһымдарға (балыҡҡа, ҡош итенә һәм ҡуҙаҡлы ярмаларҙан бешерелгән продукттарға), файҙалы майҙарға (зәйтүн майына, сәтләүектәргә) баҫым яһау. Шәкәрҙе, татлы эсемлектәрҙе, рафинирланған углеводтарҙы (аҡ икмәкте, ҡамыр ризыҡтарын), ҡыҙыл һәм эшкәртелгән итте, туйындырылған һәм трансмайҙарҙы сикләү. Порцияларҙы контролдә тотоу ҙа мөһим.
*Физик әүҙемлек: аҙнаһына 150 минуттан кәм булмаған уртаса аэроб йөкләмә (тиҙ йөрөү, йөҙөү, велосипедта йөрөү) йәки 75 минут интенсив йөкләмә кәрәк. Аҙнаһына ике тапҡыр көс күнекмәләре лә файҙалы. Хатта бер аҙ әүҙемлек тә (йәйәү йөрөү, еңелсә дауалау физкультураһы) уның бөтөнләй булмауынан яҡшыраҡ.
* Кәүҙә ауырлығын контролдә тотоу: артыҡ ауырлығы булған кешеләрҙең башланғыс тән ауырлығының 5-7 процентын ғына юғалтыуы ла диабет барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
* Насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу: тәмәке тартыу һәм алкоголде артыҡ ҡулланыу диабет барлыҡҡа килеү хәүефен күпкә арттыра.
*Стресс менән идара итеү һәм сәләмәт йоҡо: хроник стресс һәм йоҡоһоҙлоҡ ҡандағы шәкәр кимәленә һәм инсулинға һиҙгерлеккә кире йоғонто яһай ала.
Авторы - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.