

"Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт педагогия училищеһы 1946 йылда Дәүләкән педагогия училищеһы нигеҙендә асыла. 1955 йылда был уҡыу йортона Йылайыр педучилищеһы ла ҡушыла. Ул ваҡыт өсөн уның бик бай китапханаһы, өҫтәмә төкәтмәләре, ярҙамсы хужалығы, аттары, емеш-еләк баҡсаһы булған.
Белем усағы йыл һайын 300-ҙән артыҡ белгесте - ауыл уҡытыусыларын әҙерләп сығарған. 10 йыл эсендә 1500 уҡытыусы ауыл мәктәптәрендә балаларға төплө белем биргән. Училище директоры булып Х.К.Кәбиров ағай бик уңышлы эшләгән.
Был данлыҡлы уҡыу йортон уңышлы тамамлағандар араһында артабан юғары белем алған арҙаҡлы ғалимдар, фән эшмәкәрҙәре, тел белгестәре, яҙыусылар, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары бихисап, - тип яҙа Ейәнсура районының Трушин ауылында йәшәүсе Рәшит ағай СӘЙЕТҠОЛОВ был уҡыу йорто хаҡында.
- Шуларҙың береһе - Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы, ул 1934 йылдың 25 апрелендә Ейәнсура районының Бикбау ауылында тыуған. Мораҡ педагогия училищеһын тамамлап, мәктәптә балалар уҡыта, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, Башҡортостан фәнни институтында эшләй. 1976-1989 йылдарҙа - Стәрлетамаҡ дәүләт педгогия институты ректоры, 1989-1997 йылдарҙа - Башҡортостан уҡытыусыларының белемен күтәреү институты директоры, 1997-2014 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире. “Почет Билдәһе” ордены, К.Д. Ушинский, Н.К. Крупская, В.С.Сухомлинский миҙалдарына лайыҡ булған. БАССР Юғары Советының, Башҡортостан Президентының маҡтау грамоталары менән наградланған. Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең юғары һөнәри белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре.
Абдуллина Фәниә Фәйзулла ҡыҙы 1926 йылдың 6 декабрендә тыуған. Педагог-методист. 1961-1984 йылдарҙа республиканың 1-се мәктәп-интернантында уҡытыусы булып эшләй. Башланғыс кластар өсөн башҡорт теле китабы авторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың мәғариф отличнигы.
Байбулдин Раил Фәтҡулла улы 1937 йылдың 2 июнендә Яңауыл (Эткөсөк) ауылында тыуған. Педучилищены тамамлағас, бер аҙ ваҡыт мәктәптә эшләй. Артабан яҙмышын Яҙыусылар союзы менән бәйләй. Бик күп хикәйәләр, романдар авторы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы 1935 йылдың 13 майында Яңауыл (Эткөсөк) ауылында тыуған. Филология фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы, башҡорт теле буйынса методик ҡулланмалар авторы, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Зәйнуллин Марат Вәли улы 1935 йылдың 5 ноябрендә Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Дәүләкән педучилищеһы Мораҡҡа күскәс, уҡыуын дауам итеп, белем алып сыға. Юғары белем алғас, 1966-1991, 2000-2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы булып эшләй. 1989-2014 йылдарҙа - ошо уҡ факультеттың башҡорт теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы, профессор, Йәлил Кейекбаев исемендәге(1996 йыл) һәм Зәйнәп Биишева исемендәге (2008 йыл) премиялар лауреаты.
Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы 1927 йылдың 10 ноябрендә Түбәнге Сирбай ауылында тыуған. Йылайыр педучилищеһы Мораҡҡа күскәс, артабан уҡыуын шунда тамамлай. Тарих фәндәре докторы, 100-ҙән ашыу фәнни, тарихи эштәр авторы.
Ишбаев Кәрим Ғайса улы 1937 йылдың 9 февралендә Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылынды тыуған. 1951-1955 йылдарҙа педучилищела уҡый. Юғары белем алғас, 1976-1988 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башланғыс кластар педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире булып эшләй. Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының М.Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2007 йыл), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Псәнчин Вәли Шаһиғәле улы 1930 йылдың 22 апрелендә I Дәүләтҡол (Етебулаҡ) ауылында тыуған. Педучилищены тамамлағас, юғары белем ала. 1964-1984 йылдапрҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, 1984-1993 йылдарҙа РСФСР Мәғариф министрлығының милли мәктәптәр буйынса фәнни-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы мөдире була. Телсе-ғалим, уҡытыусы-методист. Филология фәндәре докторы, 300-ҙән артыҡ фәнни-методик эштәр авторы, башҡорт телен уҡытыу методикаһының мәктәп программаларын төҙөүсе. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы.
Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы 1937 йылдың 5 ноябрендә Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районына ҡараған Мәҡсүт ауылында тыуған. Училище тамамлағас, юғары белем ала. Телсе-ғалим, төркиәтсе, филология фәндәре докторы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Фәндәр академияһының йәмәғәт хеҙмәткәре. 300-ҙән артыҡ фәнни-публицистик эштәр авторы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Фәритов Хәбир Салауат улы 1913 йылдың 12 сентябрендә Бәләбәй районының Ҡыпсаҡ- Мәнәүез ауылында тыуған. Педагог -методист. Башҡортостан китап нәшриәте директор-редакторы. Башҡорт теле һәм уҡытыу методикаһы буйынса педагогия училищелары, урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр авторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 3-сө дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Биҡҡолова Ләлә Хәмит ҡыҙы, ул - минең әсәйем,1931 йылдың 29 октябрендә I Дәүләтҡол (Етебулаҡ) ауылында тыуған. Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләгән атаһының кәңәшен тотоп, Мораҡ башҡорт педагогия училищеһына уҡырға инә. Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Ишембай, Йомағужа райондарынан, Ырымбур өлкәһенән килгән егет-ҡыҙҙар был училищеның тәүге ҡарлуғастары була.
1950 йылда башланғыс класстар уҡытыусыһы тигән диплом алған йәш белгесте йүнәлтмә менән Ишембай районының Байғужа 7 йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Был мәктәптә уға бергә уҡыған Әлмөхәмәтова Фәрхәнә апай менән тағы ла бергә йәшәргә, эшләргә тура килә. Әсәйемдең артабанғы яҙмышы Ейәнсура районының данлыҡлы Үрген урта мәктәбе менән бәйле. Был мәктәптә, тәүҙә Үрген балалар йортонда, директор урынбаҫары булып үҙенең педагогик эшен дауам итә. Балалар йорто ябылғас, 1953 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Үрген урта мәктәбендә өлкән пионервожатый, йыр һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булып, нисәмә быуын балаларға белем бирә.
Әсәйемдең йыр- моңға, музыкаға һәләте яугир, уҡытыусы, оҫта скрипкасы Хәмит ҡартайымдан күскән. Ләйлә Хәмит ҡыҙы районда, республикала үткән һәр төрлө смотрҙарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, уҡытыусыларҙан ғына торған ансамбль менән сығыш яһап, лауреат исеменә лайыҡ булды. Атайым Шәһит Әхмәтшәриф улы менән матур донъя ҡороп, 5 балаға ғүмер һәм матур тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Ҡартайыма, әсәйемә эйәреп, беҙҙең ғаиләлә уҡытыусы һөнәрен һайлағандар байтаҡ. Иң өлкәне - Фәрит абзыйҙың ҡыҙы Филүзә һылыу, артабан Рима апайҙың ҡыҙы - Гөлнур һылыу, мин, ҡыҙым Зөһрә, иң кесе һылыуыбыҙ Гүзәл, ҡыҙҙары Нурзилә, Рәмзилә шундай изге уҡытыусы һөнәрен һайланылар.
Хөкүмәт Ләйлә Хәмит ҡыҙының педагогик хеҙмәтен юғары баһаланы. Ул - Башҡортостан мәғариф отличнигы, Башҡортостан Мәғариф министрлығының, район мәғариф бүлегенең, мәктәп администрацияһының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
***
Уҙған быуатта Мораҡ башҡорт педагогия училищеһы ауыл мәктәптәре өсөн белгестәр әҙерләгән. Был уҡыу йорто мәғариф, халыҡ өсөн “көмөш баҫҡыс” тип һаналған. Республикабыҙҙың мәктәптәренә тәрән белемле белгестәрҙе әҙерләүе менән был белем усағы башҡа уҡыу йорттарынан айырылып торған. Ләкин 1956 йылда Мораҡ башҡорт педагогия училищеһы Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ябыла һәм уның бинаһы 2-се һанлы Мораҡ урта мәктәбенә бирелә. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2023 йылдың 22 апрелендәге 203-сө һанлы ҡарарына ярашлы, Мораҡ башҡорт гимназияһына республикабыҙҙың 1-се Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исеме бирелә . Хәҙерге ваҡытта гимназия, үҙенең традицияларына тоғро булып, балаларға төплө белем биреүен дауам итә.
Һүрәттә: Мораҡ башҡорт педагогия училищеһының тәүге сығырылышы - иң тәүге ҡарлуғастар (1950 йылдың 1 июле). Рәшит ағайҙың әсәһе Биҡҡолова Ләлә алғы рәттә, һулда икенсе.