Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2025, 11:23

Вайымһыҙлыҡ ҙур бәләгә килтереүе ихтимал

Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре бүлеге хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың үткән ун айында Башҡортостанда 6,5 меңдән ашыу янғын сыҡҡан, уларҙа 166 кеше, шул иҫәптән 12 бала һәләк булған, 156 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Күгәрсен районында был осорҙа 50 янғын теркәлгән, ике кеше һәләк булған, ике кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Ошо арауыҡта беҙҙә 10  сүп-сар, 11 өй, 22  ҡаралты, 4  автотранспорт янған. Дөйөм алғанда, торлаҡ секторында дөйөм һандың яҡынса 80 проценты теркәлгән. Күпселек янғындарҙың сәбәбе - электр ҡорамалдарын монтажлау һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, дөрөҫ булмаған ҡоролма һәм мейестәрҙе, төтөн юлдарын дөрөҫ файҙаланмау.  Көҙгө-ҡышҡы осорҙа йорттарҙа, фатирҙарҙа һәм төҙөлөштәрҙә янғындар һаны арта.

Хөрмәтле ауыл халҡы!

 Иҫегеҙгә төшөрәм, янғындан һаҡланыу саралары ябай: хәүефһеҙлек талаптарын  теүәл үтәү, иҫке электр сымдарын ваҡытында ремонтлау, электр селтәрҙәренә төрлө приборҙар менән артыҡ көсөргәнеш яһамау, балаларға насар өлгө күрһәтмәү – бүлмәләрҙә, бигерәк тә түшәктә тәмәке тартмау. Көнкүреш газ приборҙарына техник хеҙмәтләндереүҙе һәм мейестәрҙе, йылытыу системаларын да ваҡытында башҡарығыҙ.  

 Һыуыҡтар башланғас, һыу ятҡылыҡтары боҙ менән ҡаплана һәм балыҡ тотоу, конькиҙа шыуырға яратыусыларҙың ял итеү урыны булып китә. Боҙға билдәле бер ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә генә  ҡурҡмай баҫырға мөмкин, әммә күптәр, бигерәк тә бәләкәй балалар, һаҡлыҡ сараларын һанға һуҡмай, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был мәсьәләләргә еңел һәм вайымһыҙ ҡарау ҙур бәләгә килтереүе ихтимал!

Рәил ҒАЙСИН, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының Мәләүез күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре бүлеге начальнигы

 

Автор:
Читайте нас