

Гәзитебеҙҙең иң тоғро дуҫтарының береһе ул – Үрге Сирбай ауылында йәшәгән Фәниә апай Рәхмәтуллина. “Мораҙым”ды йыл да алдырып ҡына ҡалмай, үҙе лә матур йөкмәткеле мәҡәләләре менән уның биттәрен биҙәй. Әйткәндәй, уның ауыл, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы тәүге яҙмалары “районка”ла 1978 йылдарҙа донъя күрә. Ул саҡтарҙа эшләгән апай-ағайҙарҙың үҙен йышыраҡ яҙырға, ҡәләмдән айырылмаҫҡа өндәүҙәрен оло хөрмәт менән иҫкә ала ул.
Фәниә апай 1959 йылда Үрге Сирбай ауылында Мәүзиә һәм Миңләхмәт Яхиндарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килгән. Бәләкәйҙән һәр яҡлап әүҙем, отҡор, йыр-бейеүгә маһир ҡыҙ була ул. Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллана һәм бик күп уҡыу йорттары араһынан мәҙәни-ағартыу училищеһын һайлай.
1978 йылда ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ тыуған районына эшкә ҡайта. 1981 йылда иһә Бикеш ауылы егете Сәғит Рәхмәтуллин менән танышып, матур ғаилә ҡоралар.
Килен булып төшкән ерендә лә ҡул ҡаушырып өйҙә генә ултырмай Фәниә апай. Урындағы мәҙәниәт усағына эшкә инә, ире менән ең һыҙғанып донъя көтәләр.
Йәш саҡ – дәртле лә, тиле лә саҡ бит ул... Сит тарафтар үҙенә әйҙәй, күңел ҡайҙалыр талпына. 80-се йылдарҙа улар йәшәгән ауылдан 8 ғаилә бер төптән булып, Себер тарафтарына күсеп китә. Урындағы хужалыҡта парторг, электрик булып матур ғына эшләп йөрөгән Сәғит ағай ҙа ҡатынына ситтә йәшәп ҡарау теләген белдерә. Килен булып төшкән ауылын үҙ итеп өлгөргән Фәниә апай, яңы һалып сыҡҡан өйҙәрен ҡалдырыу бик йәл булһа ла, иренең уй-ниәттәренә ҡаршы төшмәй.
Шулай итеп, 1987 йылда Межгорье ҡалаһына барып төпләнә Рәхмәтуллиндар. Бында ла үҙ көстәре менән ҙур донъя ҡороп, күптәрҙе һоҡландырып, матур ғүмер кисерәләр.
Кеше менән аралашыуҙан йәм тапҡан Фәниә апай оҙаҡ йылдар мәктәптә ойоштороусы булып эшләй. Шунда уҡ драма түңәрәге лә алып бара. Бында ла гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итеүен ташламай, мәктәптә уҙған саралар, уңған кешеләр хаҡында Белорет районының “Урал” гәзитенә даими яҙышып тора.
- Өс тиҫтә йыл өс көндәй ҙә тойолманы, дәртләнеп эшләнек, дәртләнеп донъя көттөк. Тормоштоң төрлө мәле булғандыр, әммә Межгорьела уҙған й ылдар ғүмерҙең иң матур сағы булып иҫтә тороп ҡалған, - ти Фәниә апай.
Әммә “алтын булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер” тиҙәр. Рәхмәтуллиндарҙың да күңеле олоғая килә тыуған яғына тартыла. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тәүәккәлләп, районға ҡайтып төпләнергә ниәт ҡоралар. Фәниә апайҙың оло йәштәге әсәһенең аяғын һындырыуы уларҙың был уйҙарын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтә.
Хәҙер инде уларҙың тыуған яҡта нигеҙләнеүҙәренә апаруҡ ваҡыт үткән. Межгорьела йәшәгәндә лә үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаған, һәр ваҡыт кешеләр араһында булған пар ҡайтыу менән өйҙә ятып ҡына сыҙамай, урындағы йәмәғәт тормошона әүҙем ҡушылалар, ауыл, район биләмәһендә үткән мәҙәни һәм спорт сараларынан ситтә ҡалмайҙар. Саңғы, йүгереү ярыштарын айырыуса ярата улар.
Шуны билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр: Фәниә апай иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе, ул ауылда уҙған һәр сараның уртаһында ҡайнай, кәрәк саҡта сәхнәгә лә сыға, спорт ярыштарында ла ҡатнаша.
***
Фәниә апай менән Сәғит ағайҙың шәхси музейы хаҡында уҙған йыл аҙағында ишеткәйнек инде.
Музей, ысынлап та, бик бай. Фәниә апай экспонаттарҙы туплау өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Ҡайҙа ғына барһа ла үҙҙәрендә булмаған боронғо ҡомартҡыларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, хужаһы менән һөйләшеп, уның ризалығын алып, үҙҙәренең музейын байытыу хәстәрлеген күрә. Әйткәндәй, ауылдаштарының күбеһе үҙҙәрендә булған ғаилә ҡомартҡылары менән уртаҡлаша икән. Уларҙың ишек алдында урын алған ат арбаһы тәгәрмәсе менән һабанды, мәҫәлән, Рәфҡәт Ҡорбанаев бүләк иткән.
Экспонаттар араһында бик үҙенсәлекле, бөгөнгө тормошта бик һирәк осраған әйберҙәр ҙә бар. Шуларҙың береһе – һабан таҙартҡыс, ул “ҡарлау” тип атала. Боронғо бизмәнде Эйек йылғаһы буйынан табып алғандар. Кәнтер – тимер үлсәү барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Боронғо тәңкәләрҙең ҡайһы берҙәрен үҙҙәренең баҡсаһынан тапҡандар, ҡайһы берҙәрен ауылдаштары биргән. Кемдер йөн иләгес алып килгән. Үҙҙәренең баҡсаһынан табылған еҙ үксә, боронғо балдаҡ, ҡул тирмәне лә музейҙа килеүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә.
Күҙ тейгәндә ҡот ҡойоу өсөн ҡулланылған туҫтаҡты иһә Фәниә апай Таҙлар ауылынан барып алған. Ҡайын ағасынан эшләнелгән был туҫтаҡ утҡа тотҡанда ла бирешмәй икән.
Балсыҡтан эшләнгән һыҙғыртҡысты Сапыҡта йәшәгән Фәрит ағай алып килгән. Уның янында мәктәпкә йөрөткән боронғо портфель, фотоаппарат, Пермдән килтерелгән шахта тоҙҙары, “Урал” сепараторы, йүгән, ҡамыт, һабан, сәғәт, шәм, гармун, көбө һәм башҡалар урын алған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был экспонаттарҙың береһе лә музей өсөн махсус эшләнгән әйберҙәр түгел, һәр ҡайһыһы ҡасандыр ҡулланылышта булған. Мәҫәлән, урыҫ сабатаһын кемдер элек кейеп йөрөгән, аяҡҡа бәйләү өсөн ике метр самаһы оҙонлоғонда бауы ла бар.
Ғөмүмән, бындағы һәр ҡомартҡының үҙ тарихы бар. Шуларҙың береһе – түрҙә урын алған компастың тарихы бик ҡыҙғаныс. 1961 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бүләк ителгән компас, ғаилә ҡомартҡыһы булараҡ ҡәҙерләп һаҡланыу урынына, металға тапшырылған. Металл ҡабул итеү пункты хужаһы осраҡлы ғына рәүештә Фәниә апайҙың шәхси музейы хаҡында ишетә һәм футлярға һалынған, бик яҡшы һаҡланған был ҡомартҡыны Силәбе өлкәһенән уға ебәрә.
Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Шәхси музей булдырып, күпме тарихты һаҡлап ҡалыуға ирешә Фәниә апай!
***
Бәхетле олатай-өләсәй, ҡартай-ҡәрсәй ҙә Рәхмәтуллиндар. Ҡыҙҙары Флорида Өфөлә, улдары Дим Булгаково ҡасабаһында төпләнгән, тормош иптәштәре менән гөрләтеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Ояһында ни күрһә - осҡанында шул булыр, тигәндәй, ата-әсәләре кеүек улар ҙа спорт менән дуҫ, саңғы шыуырға, йүгерергә яраталар.
- Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип белмәй әйтмәгәндәр. Тик был хәҡиҡәтте күбебеҙ уны юғалтҡас ҡына аңлай.
Кеше ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, иң тәү сиратта хәрәкәт кәрәк, - ти үҙе һәр ваҡыт хәрәкәттә булған Фәниә апай.
Уның октябрь айына тиклем Эйектә һыу инеүен ишетеп хайран ҡалғайныҡ инде. Һау-сәләмәт булырға теләүселәргә ул сынығырға, мунса ингәндә сабынырға, ҡар менән ыуынырға, спорт менән дуҫ булырға, саф һауала күберәк йөрөргә, тыуған яҡтың шифалы үләндәрен ҡулланырға кәңәш итә.
“Салауат Юлаев” хоккей командаһының көйәрмәне, халыҡ дауаһын өйрәнеп, яҡындарын үлән менән дауалаусы, гәзиткә әүҙем яҙышыусы, актив ағинәй, спортты үҙ итеүсе, сәләмәт тормошто пропагандалаусы... Фәниә апайҙың күп яҡлы һәләттәрен ҡылыҡһырлаған исемлектең бер өлөшө генә былар. Һәр башҡарған ғәмәленән йәм табып, үҙендә булған дәрт менән башҡалар күңелендә осҡон ҡабыҙып йәшәгән геройыбыҙға артабан да әүҙем тормош алып барырға, йәмәғәт тормошонда ҡайнарға насип булһын!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.